Аконкагуа
Аконкагуа | |
---|---|
исп. Aconcagua | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 6960,8 м |
Сағыштырмаса бейеклегеа | 6961[1] м |
Беренсе күтәрелеү | 14 ғинуар 1897 йыл, Маттиас Цурбригген |
Урынлашыуы | |
32°39′11″ ю. ш. 70°00′44″ з. д.HGЯO | |
Страна | |
Тау системаһы | Анд тауҙары |
Тау һырты йәки массив | Төп Кордильера |
Аконкагуа Викимилектә |
Аконка́гуа (исп. Aconcagua) — Анд тауҙарында иң бейек түбә, Чили сигенән 15 км алыҫлыҡта Аргентинаның Мендоса провинцияһы территорияһында урынлашҡан. Уның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 6960,8 м тәшкил итә[2]. Азиянан ситтә донъялағы иң бейек түбә, шулай уҡ ул Аргентина, Көньяҡ Америка, көнбайыш һәм көньяҡ ярымшарҙың иң бейек нөктәһе булып тора. Аконкагуа «Ете түбә» исемлегенә инә, уның рәсми булмаған атамаһы — «Колосс Америки» (исп. Coloso de América).
Тауҙың башына тәүге тапҡыр 1897 йылдың 14 ғинуарында Маттиас Цурбригген күтәрелә. Бер айҙан һуң Аконкагуаға араларында Цурбригген булған ике экспедицияның ағзалары менә.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау атамаһының килеп сығышының төрлө версиялары бар. Уларҙың береһенә ярашлы, ул араукано теленән Aconca-Hue фразаһынан килә, йәғни Аконкагуа йылғаһына ҡарата тауҙың урынлашыуына һылтанма булып тора һәм тәржемә буйынса икенсе яғынан килеү тигәнде аңлата[3]. Башҡа версияларға ярашлы, уның атамаһы кечуа теленән килергә мөмкин: Ackon Cahuak (Таш һаҡсы, йәки Таш һаҡсыһы), йәки Anco Cahuac (Аҡ һаҡсы)[4], йә Aqun qhawaq (Үҙ ҡомдарына ҡараусы)[5]. Тағы тауҙың исеме аймара телендәге Janq’u Q’awa (Аҡ шишмә)[6] йәки Kon-Kawa (Ҡарлы түбә; Мендоса провинцияһында йәшәүсе индеецтар (аймара) тауҙы шул атама менән йөрөтәләр)[4] һүҙбәйләнештәренән килә тигән фекерҙәр бар.
Физико-географик характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аконкагуа тауы - Анд тауҙары сылбырының, атап әйткәндә, Төп Кордильер һыртының бер өлөшө. Аргентина-Чили сигенән көнсығышҡа табан 12 км алыҫлыҡта Мендоса провинцияһында урынлашҡан[7][8]. Түбә Аконкагуа милли паркы территорияһына керә. Аконкагуа провинцияның баш ҡалаһынан көнбайышҡа табан 110 км, Сантьягонан төньяҡ-көнсығышҡа табан 105 км һәм Буэнос-Айрестан 1100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Лас-Куэвас ауылы тауға иң яҡын торама пункт булып тора — 18 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тауҙа бик күп боҙлоҡтар бар, уларҙың иң ҙурҙары - төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш[9].
Бейеклеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1956 йылда Буэнос-Айрес университеты ғалимдары билдәләгән тауҙың бейеклеге 6959 метр тәшкил итә. Аргентина Милли географик институты ғалимдары төркөмөнөң 2011 һәм 2012 йылдарҙа яңы технологиялар ҡулланыу менән үткәрелгән үлсәүҙәре тау бейеклеген диңгеҙ кимәленән 6960,8 м булыуын теркәгән[2][10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Cerro Aconcagua (ингл.). peakvisor.com. Дата обращения: 24 август 2022.
- ↑ 2,0 2,1 Informe científico que estudia el Aconcagua: el Coloso de América mide 6.960,8 metros (исп.). uncu.edu.ar. Национальный университет Куйо. Дата обращения: 24 август 2022. Архивировано 8 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 8 сентябрь архивланған.
- ↑ Макколл, 2014, с. 3
- ↑ 4,0 4,1 Секор, 1994, с. 15
- ↑ Topónimos 01 (исп.). yungayperu.com.pe. Дата обращения: 24 август 2022. Архивировано 11 февраль 2017 года. 2017 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ Guías pedagógicas del sector lengua indígena Aymara. Material de apoyo para la enseñanza (исп.). — Сантьяго: ЮНИСЕФ, 2012. — С. 62. — 174 с.
- ↑ данные получены с помощью сервиса Google Планета Земля.
- ↑ Cerro Aconcagua (ингл.). education.nationalgeographic.org. Дата обращения: 24 август 2022.
- ↑ Секор, 1994, с. 51
- ↑ Se Dio A Conocer La Nueva Altura Oficial Del Cerro Aconcagua: 6.960,8 metros (исп.). ign.gob.ar. Национальный географический институт Аргентины[en]. Дата обращения: 24 август 2022.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БСЭ (2-издание) . Архивировано из оригинала 5 март 2016 года.
- Аконкагуа, гора в Южной Америке // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Encyclopedia of World Geography (инг.). — Infobase Publishing[en], 2014. — Vol. 1. — 433 p. — ISBN 978-08160-7229-3.
- Секор, Роберт Джон. Aconcagua: A Climbing Guide (инг.). — The Mountaineers Books, 1994. — 148 p. — ISBN 0-89886-406-2.
- Райан, Джим. Aconcagua and the Southern Andes (инг.). — Милнторп[en]: Cicerone Press Limited, 2012. — 160 p. — ISBN 1-84965-612-6.
- Хартеманн, Фредерик; Гауптман, Роберт. The Mountain Encyclopedia: An A to Z Compendium of Over 2,250 Terms, Concepts, Ideas, and People (инг.). — Taylor Trade Publishing, 2005. — 400 p. — ISBN 1-58979-161-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Peakware.com
- Классик маршрут буйынса тауға күтәрелеү фотолары 2018 йыл 22 октябрь архивланған.
- Аконкагуа — Көньяҡ Америкала иң бейек тау 2022 йыл 4 сентябрь архивланған.