Эстәлеккә күсергә

Алдя-Теодорович Ион

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алдя-Теодорович Ион
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Молдова
 Румыния
Тыуған көнө 7 апрель 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Леова[d], Молдова
Вафат булған көнө 30 октябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (38 йәш)
Вафат булған урыны Кошерены[d], Яломица[d], Румыния
Үлем сәбәбе авария[d]
Ерләнгән урыны Центральное (Армянское) кладбище[d]
Бер туғандары Петрэ Теодорович[d]
Хәләл ефете Алдя-Теодорович Дойна
Һөнәр төрө композитор, йырсы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт teodorovici.md
 Алдя-Теодорович Ион Викимилектә

Ион Алдя-Теодорович (Ион Христофорович Теодорович, рум. Ion Aldea Teodorovici Ion Aldea Teodorovici; 7 апрель 1954 йыл — 30 октябрь 1992 йыл) — молдаван совет композиторы һәм йырсыһы, Петрэ Теодоровичтың бер туған ҡустыһы.

Алдя-Теодорович Ион 1954 йылдың 7 апрелендә Молдавия ССР-ының Леово ҡалаһында тыуған.

1981 йылда Г. Музическу исемендәге Кишинев дәүләт консерваторияһын (композитор П. Б. Ривилис класы) тамамлай.

1992 йылдың 30 октябрендә Ион һәм уның ҡатыны Дойна Бухарестан 49 км алыҫлыҡта (Румыния, Яломица жудецы, Кошерены) автофажиғәлә һәләк була — улар ултырып Кишиневҡа китеп барған машина ағасҡа бәрелә. Үҙәк (Әрмән) зыяратында ерләнгәндәр.

300-ҙән артыҡ йыр, фильмдарға музыка яҙған. Ағаһы Петрэ Теодорович, шулай уҡ Анастасия Лазарюк, София Ротару, Ион Суручану, Нина Круликовская, Зинаида Жуля һәм башҡа бик күп башҡарыусылар менән берлектә эшләй.

  • Артистарҙың улы — Кристи Алдя-Теодорович — «Doua inimi gemene» фестивален башҡарыусылар хәтеренә бағышлап ойошторған.
  • Кишиневта Ион һәм Дойна Теодоровичтарға һәйкәл асылған.[1]
  • Артистар хөрмәтенә Молдавияла иҫтәлекле 100 лей номиналында тәңкә сығарылған (ҡулланыуҙа 2010 йылдың 3 авгусынан)[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Молдавия ССР-ның атҡаҙанған артисы (1989).