Алтей үләне
Алтей үләне | |||||||||||||||||||||||
Сәскә атыусы үҫемлек күренеше. | |||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||
|
Алтей үләне (лат. Алте́й лека́рственный, лат. Althaéa officinális) — гөлнәфис сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Бейеклеге 1,5-ға етә, июнь-август айҙарында алһыу-көрән төҫтә сәскә ата, орлоғо июль-августа өлгөрә. Европа, Азия һәм төньяҡ Африкала үҫә. Башҡортостанда алтей үләне һирәк осрай. Уны нигеҙҙә Ағиҙел, Дим, Өршәк йылғалары буйҙарында осратырға мөмкин. Йылға ярҙарында, туғайҙарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа үҫә. «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән.
Химик составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамырҙарында организм өсөн файҙалы бик күп матдәләр бар: крахмал (до 37 %), лайлалы матдәләр (до 35 %), пектин (11—16 %), шәкәр (8 %), каротин, лецитин, фитостерин, минераль тоҙҙар һәм майҙар (1—1,5 %). Шулай уҡ, кеше организмы өсөн алмаштырғыһыҙ, үтә кәрәкле, йәғни, һис шикһеҙ аҙыҡ менән инергә тейешле (незаменимые) аминокислоталар, мәҫәлән, аспарагин (2 — 19,8 %) һәм бетаин (4 % -ҡа тиклем) бар.
Япраҡтарында лайлалы матдәләр, эфир майҙары, аскорбин кислотаһы, каротин бар.
Орлоҡтарындағы майҙар олеин (30,8 %), α-линол (52,9 %); α-линолен (1,85 %) һәм β-линолен кислоталары (0,65 %) сығанағы булып тора.
Көлө фосфат тоҙҙарына бай[11].
Шифаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауалау өсөн алтей үләйенең тамыры һәм тамырһабағы ҡулланыла. Уларҙың составында аспарагин кислотаһы, С витамины, каротин, глюкоза шәкәре һ.б. биологик актив матдәләр бар.
Үҫемлектең япрағы менән сәскәһендә лә бер аҙ шифалыҡ сифаты бар. Сәсеп үҫтерелгән алтей үләне тамыр һәм тамырһабагы икенсе «йәшендә», көҙгөһөн ҡаҙып алына һәм һалҡын һыуҙа йыуып, ҡояш төшмәгән урында, йә 35-40 градус температуралы һүнгән мейестә киптерелә. Тиҙерәк кипһен өсөн эре тамырҙар буйға киҫкеләнә.
Әҙер дарыу ғәҙәттәгесә һаҡлана. Ул өс йыл буйы үҙ шифаһын юғалтмай.
Алтей үләйенең япрағы һәм сәскәһе үҫемлек сәскә ата башлаған мәлдә йыйып, кисекмәҫтән киптереүҙе талап итә. Бының өсөн ҡояш төшмәгән урын булһын, дарыу йоҡа итеп йәйелһен һәм йыш әйләндерелһен. Һаҡлау ғәҙәттәгесә.
Алтей үләйенең тамыры һәм тамырһаһағынан әҙерләнгән төнәтмәне тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, ашҡаҙандың әселеге артыу менән үткән гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра (язва) ауырыуы булғанда ҡулланырға кәңәш ителә.
Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған дарыу матдәһен 1 стакан һалҡын һыуға һалып, бүлмә шарттарында өҫтө ябыҡ килеш 1 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 1 −5 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
Алтей үләйенең тамыры һәм тамырһабағынан ҡайнатма ла әҙерләргә мөмкин. Дарыу һәм һыу шул уҡ нисбәттә алына, 20 минут ҡайнатырға. Үрҙә һанап сыҡҡан ауырыуҙарҙан ҡабул итергә.
Алтей үләненең япрағы һәм сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмә, нигеҙҙә, ауыҙ эсен сайҡатыу өсөн дә ҡулланыла. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы кипкән дарыу үләнен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 1 сәғәт тоторға кәрәк.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 895. Althaea officinalis L. — Алтей лекарственный // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 550. — ISBN 9-87317-128-9
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. ISBN 5-295-01499-1
Был дарыу үҫемлектәре тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |