Эстәлеккә күсергә

Архангел Михаил соборы (Түбәнге Новгород)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Архангел Михаил соборы
Нигеҙләү датаһы 1628
Рәсем
Изображение интерьера
Кем хөрмәтенә аталған архангел Михаил[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Новгород
Епархия Нижегородская епархия[d]
Бағышланған архангел Михаил[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән тау тоҡомо
Архитектура стиле русская архитектура[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список памятников культурного наследия Нижнего Новгорода (Кремль и монастыри)[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Рәсми сайт amnne.cerkov.ru
Вид в ночное время
Указания, как добраться Кремль
Святой покровитель архангел Михаил[d]
Зимнее изображение
Карта
 Архангел Михаил соборы (Түбәнге Новгород) Викимилектә

Архангел Михаил соборы — ХVII быуаттың сатырлы архитектура һәйкәле. Ул Түбәнге Новгород кремле территорияһында урынлашҡан. Түбәнге Новгородтағы боронғо таш ҡорам, үҙенең тарихын ҡалаға нигеҙ һалынған ваҡыттан алып бара. Рус ғәскәрен ҡурсалаусы — архангел Михаил хөрмәтенә изгеләндерелгән.

Владимир Путин Түбәнге Новгородтың Архангел Михаил соборындағы Кузьма Минин ҡәберенә сәскә һала. 

1221 йылда ағас сиркәү төҙөлә, ә 1227 йылда — аҡ таштан 4 бағаналы 3 апсидлы , өс ишекле собор төҙөлә. 1359 йылда сиркәү өр яңынан ҡайтанан төҙөлә. 23 апрель (3 май), 1628 йыл. Архитектор Лаврентий Семенов һәм уның үгәй улы Антип етәкселегендә сиркәү яңынан һалына. Сиркәүҙе Түбәнге Новгород ополчениеһы иҫтәлегенә тергеҙәләр һәм уны 1631 йылда тамамлайҙар[2].

1704 йылда, Кремлдәге янғын ваҡытында, Архангел соборы зыян күрә. Табыныу хеҙмәте  18 (29) март 17321732 йылда яңынан башлана, ҡорамды Түбәнге Новгород архиепискобы Питирим яңынан изгеләндерә.

1962 йылда, Святослав Агафонов етәкселегендә сиркәү реставрациялана, соборға элек Спасо-Преображенский соборында торған Кузьма Мининдың мәйете күсереп ҡуйыла[3].

2006 йылдың 16 февралендә Түбәнге Новгородҡа рәсми визит менән  Рәсәй Президенты Владимир Путин килә. Ул Түбәнге Новгород кремленә килә һәм собор кәшәнәһендәге Кузьма Минин  ҡәберенә сәскәләр һала[4].

2008 йылда соборҙан алыҫ түгел урында кенәз Юрий Всеволодович һәм епископ Симон Суздальскийға һәйкәл ҡуйыла. 17 февралдә уны асыу тантанаһы була. Түбәнге Новгородта был байрам көнөндә бөтә сиркәүҙәрҙә лә литургия үткәрәләр. Түбәнге Новгород һәм Арзамас архиепискобы Георгий һәйкәлде изгеләндерә.

2009 йылдың 16 мартында Архангел Михаил соборына Түбәнге Новгород закондар йыйылышы депутаттары 9 ҡыңғырау бүләк итә[5]. 2009 йылдың 26 мартында ҡыңғырау манараһына иң ауыр ҡыңғырау —(Законник) Ҡанунсы — күтәрелеп, аҫып ҡуйыла [6], уның ауырлығы — 530 килограмм.

2009 йылдың сентябрь айында ғибәҙәтханаға бөтә Русь һәм Мәскәү патриархы Кирилл килә. Патриарх сиркәүҙә баҡыйлыҡта ятҡан патриот Кузьма Мининдың иҫтәлегенә бағышлап, мәрхүм өсөн лития уҡый[7]. Соборға килеүенең иҫтәлеге итеп, ул ғибәҙәтханаға Ҡазан Божья Матерь иконаһын бүләккә бирә.

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Нижегородский кремль. Михайло-Архангельский собор 2006 йыл 18 май архивланған., museum.nnov.ru
  3. Михайло-Архангельский собор(недоступная ссылка), museum.nnov.ru
  4. Kremlin.ru. Владимир Путин посетил Нижегородский кремль (16 февраль 2006). — «В.Путин возложил цветы к обоим монументам и почтил память защитников Родины минутой молчания.» Дата обращения: 28 декабрь 2014.
  5. Депутаты Законодательного собрания Нижегородской области подарили новый комплект колоколов древнейшему собору Нижнего Новгорода 2015 йыл 21 июль архивланған., nne.ru, 16 марта 2009 года
  6. Колокол «Законник» занял сегодня законное место на звоннице Михайло-Архангельского собора 2015 йыл 21 июль архивланған., nne.ru, 26 марта 2009 года
  7. Сегодня престольный праздник в древнейшем храме Нижнего Новгорода(недоступная ссылка), Нижегородская епархия, 21 ноября 2009 года