Ағиҙел тулҡындары (опера)
Ағиҙел тулҡындары | |
Атамаһы | Ағиҙел тулҡындары |
---|---|
Сәнғәт формаһы | Опера |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Композитор | Исмәғилев Заһир Ғариф улы |
Либретто авторы | Кәримов Мостафа Сафа улы |
Беренсе тапҡыр башҡарыла | 24 февраль 1972 |
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны | 4 Акт |
Ағиҙел тулҡындары — 1969 йылда композитор Заһир Исмәғилев Мостай Кәрим либреттоһына яҙған башҡорт операһы.
Заһир Исмәғилевтың «Ағиҙел тулҡындары» (тәүге исеме — «Гөлзифа» (1967) беренсе башҡорт лирик операһы 4 күренештән тора.
«Ағиҙел тулҡындарының» премьераһы 1972 йылдың 24 февралендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры (ГТОиБ) сәхнәһендә үтә. Уның музыкаль етәксеһе һәм дирижеры — Г. Х. Моталов, ҡуйыусы-режиссеры — Р. А. Вәлиуллин, балетмейстеры — Ф. М. Саттаров, хормейстеры Л. Х. Исхаҡова була.
Операла төп партияларҙы: С. К. Ғәлимова (Гөлзифа), Н. З. Әбдиев (Зәйнулла), Мәғәфүр Хисмәтуллин (Ғәйнулла), Т. Ф. Сәғитов (Вадим) башҡара.
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ағиҙел тулҡындары» әҫәре композитор тарафынан рус опера классикаһы традицияларында яҙыла.
Күренеш XX быуаттың 60-сы йылдарында бара. Сюжеты әхлаҡи йәһәттән саф һәм таҙа күңелле Гөлзифа менән уның һөйгән егете — үҙен генә яратыусы Зәйнулла араһындағы низағҡа ҡоролған. Геройҙарҙың мөнәсәбәттәре Гөлзифаның һәләк булыуына килтерә. Операла ауыл көнкүреше һәм тәбиғәт күренештәре ҡулланылған.
Әҫәргә музыка башҡорт халыҡ йырҙарының милли колориты (оҙон, ҡыҫҡа көй, таҡмаҡ) ҡулланып яҙылған.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1973 йылда «Ағиҙел тулҡындары» операһы өсөн композитор Заһир Исмәғилев РСФСР-ҙың М. И. Глинка исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була[1].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галина Г. С. Загир Исмагилов. Уфа, 1997.
- Угрюмова Т. С. Вопросы драматургии оперы З. Г. Исмагилова «Волны Агидели» //Вопросы искусствоведения (статьи о творчестве З. Г. Исмагилова). Уфа, 1986.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Эскиз занавеси оперы "Волны Агидели" | |
Сцена из оперы "Волны Агидели" |
- Т. С. Угрюмова Ст. Опера волны Агидели. Башкирская энциклопедия.