Эстәлеккә күсергә

Аҡ Урҙа (резиденция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ Урҙа
ҡаҙ. Ақорда
Нигеҙләү датаһы 2004
Рәсем
Нигеҙләүсе Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Астана
Рәсми асылыу датаһы 2004
Ҡат һаны 7
Рәсми сайт akorda.kz
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 261 936 һәм 11 200 ± 99[1]
Карта
 Аҡ Урҙа Викимилектә

Аҡ Урҙа (ҡаҙ. Ақорда — аҡ ставка, яҡты ставка) — Ҡаҙағстан республикаһы президентының резиденцияһы. Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала, Ишим йылғаһының һул яҡ ярында, Һыулы-йәшел бульвар башында, Бәйтерек монументынан 300 метр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Резиденция 10 000 тенге купюраһына төшөрөлгән. Аҡ Урҙа донъяның иң матур 10 президент һарайы исемлегенә инә[2].

Астананың яңы административ үҙәге территорияһында, Ишим йылғаһы ярында Ҡаҙағстан Республикаһы президентының резиденцияһын төҙөү 2001 йылдың сентябрендә башлана.

Яңы һарайҙың рәсми презентацияһы 2004 йылдың 24 декабрендә үтә. Резиденция эргәһендә Ҡаҙағстан Республикаһы парламенты, Ҡаҙағстан Республикаһы хөкүмәте, Ҡаҙағстан Республиканың Юғары Суды, Ҡаҙағстан Республикаһының Министрлыҡтар йорто урынлашҡан.

Бина монолит бетондан эшләнгән. Осло ҡыйығы менән бергә бейеклеге 80 метр тәшкил итә. Фасады 20 — 40 сантиметр ҡалынлығындағы итальян мәрмәре менән йөҙләнгән. Бина ер өҫтөндәге ҡаттарҙан тора, беренсе ҡаттың бейеклеге — 10 метр, ҡалғандарыныҡы, һәм ике ер аҫтыныҡы 5-әр метр. Бинаның дөйөм майҙаны 36 720 квадрат метр.

Подвалда техник хеҙмәттәр: аш-һыу бешереү булмәһе, ашхана һәм гараж урынлашҡан.

Беренсе ҡатта 1 800 квадрат метр майҙанлы үҙәк инеү холы урынлашҡан, уның иҙәненә гранит түшәлгән. Бынан тыш, 1-се ҡатта:

  • Ҡаҙағстан Республикаһы президенты исеменән рәсми ҡабул итеү өсөн тантаналар залы,
  • Ҡаҙағстан Республикаһы президентының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуын үткәреү өсөн матбуғат конференциялары залы
  • Ҡышҡы баҡса урынлашҡан.

Икенсе ҡатта офис бүлмәләре урын алған.

Өсөнсө ҡатта:

  • Тирмә рәүешендә эшләнгән һәм гранит, мәрмәр менән биҙәлгән Көнсығыш залы.
  • Мәрмәр залы (Ҡаҙағстан Республикаһы президенты һәм сит илдәр башлыҡтарының рәсми сәфәрҙәре, саммиттар ваҡытында документтарға ҡул ҡуйыу, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреү, Ҡаҙағстан Республикаһында аккредитацияланған сит дәүләттәр илселәренең Ышаныс грамотаһын тапшырыуы, Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырыу һәм маҡтаулы исемдәрен биреү, Ҡаҙағстан Республикаһы президенты ҡатнашлығында башҡа дәүләт әһәмиәтендәге саралар өсөн) урынлашҡан.
Ак Урҙа һүрәтләнгән 10 000 тенге


  • Алтын зал (Ҡаҙағстан Республикаһы президентының сит ил дәүләттәре йәки Хөкүмәт башлыҡтары менән тар даирәлә, Дәүләт башлығының сит ил дәүләттәре башлыҡтары делегациялары, сит дәүләттәрҙең Ҡаҙағстан Республикаһында аккредитацияланған илселәре менән осрашыуы һәм һөйләшеүҙәре алып барыла),
  • Овал залы (Ҡаҙағстан Республикаһы һәм сит ил дәүләттәре делегацияларының һөйләшеүҙәрен юғары кимәлдә үткәреү, дәүләт башлығының сит ил делегациялары, эшлекле даирәләр вәкилдәре менән осрашыуы һәм һөйләшеүе алып барыла).
  • Ҡунаҡ бүлмәһе (Ҡаҙағстан Республикаһы президентының ышаныс грамоталары тапшырылғандан һуң сил дәүләттәр илселәре менән әңгмәһе алып барыла),
  • Киңәйтелгән һөйләшеүҙәр залы (Ҡаҙағстан Республикаһы һәм сит ил дәүләттәре делегацияларының юғары кимәлдәге һөйләшеүҙәре алып барыла),
  • Именлек Советы залы (Ҡаҙағстан Республикаһының Именлек Советының ултырыштары үткәрелә),
  • офис биналары һәм кәңәшмәләр залдары урынлашҡан.
Президент Владимир Путин Ак Урҙала

Дүртенсе ҡатта:

  • Көмбәҙ залы (дәүләт башлыҡтарының кәңәшмәләре юғары кимәлдә үткәрелә, Ҡаҙағстан Республикаһы президентының министрлыҡтар һәм ведомстволар, партиялар, хәрәкәттәр һәм Ҡаҙағстан Республиканың ижади интеллигенцияһы вәкилдәре менән кәңәшмәләре үткәрелә, Ҡаҙағстан Республикаһы президенты ҡарамағындағы кәңәшмә органдарының консультатив-кәңәшмәләре ойошторола),
  • Ултырыштар залы (Ҡаҙағстан Республикаһы президентының Хөкүмәт, президент хакимиәтенең структура подразделениелары етәкселәре, өлкә һәм Астана, Алматы, шымкент ҡалаһы акимдары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ републиканың эшлекле һәм ижади даирә вәкилдәре менән кәңәшмәләр үткәрелә),
  • Һөйләшеүҙәр залы (Ҡаҙағстан Республикаһы президенты хакимиәте етәксеһенең осрашыуҙары һәм һөйләшеүҙәре, Ҡаҙағстан Республикаһы президенты ярҙамсыһының сит ил делегациялары, Ҡаҙағстан Республикаһында аккредитацияланған илселәр, сит илдәрҙең эшлекле даирәләре вәкилдәре менәнсорашыуҙары һәм һөйләшеүҙәре уҙа),
  • Китапхана,
  • офис биналары.
  1. Интерфейс программирования приложения YouTube
  2. Ак Орда вошла в топ-10 самых красивых президентских дворцов