Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙағстан тәңкәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙағстан тәңкәһе
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған аҡса
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Юрисдикция таралышы Ҡаҙағстан
Описание символа валюты символ тенге[d]
Эмитент Ҡаҙағстан Республикаһының Милли банкы
Алыштырған Совет һумы[d]
Башланыу датаһы 15 ноябрь 1993
Берәмлек символы
Преобразование в другие единицы измерения 0,008535263441 Халыҡ-ара доллар
Баһа 0,002984 $
 Ҡаҙағстан тәңкәһе Викимилектә

Ҡаҙағстан тәңкәһе (ҡаҙ. Қазақстан теңгесі) — Ҡаҙағстандың милли валютаһы. 1993 йылдың 15 ноябрендә әйләнешкә индерелә.

Тәңкәнең билдәһе
Тәңкәнең билдәһе

Ҡағыҙ һәм тимер аҡсаларға тәңкә (ҡаҙ. теңге) тип яҙылған. 2006 йылдың ноябрендә Ҡаҙағстан Республикаһының Милли банкы тәңкә билдәһен төшөрөүгә конкурс үткәрә. 2007 йылдың 29 мартында тәңкәнең тәҡдим ителгән 30 мең рәсем араһынан яңы билдәһе һайлап алына һәм раҫлана. Авторҙары Вадим Давиденко менән Санжар Әмерхановҡа Ҡаҙағстан Милли банкы бер миллион тәңкә (ул саҡтағы курс менән $8000 самаһы) премия тапшыра, йәнә Ҡаҙағстандың «Альянс» банкы 5 мең доллар бүләк итә[1] . Конкурс һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарғас, янъял ҡуба, сөнки тәңкәнең яңы символы Япония почта хеҙмәтенең 120 йылдан ашыу ҡулланылып килгән символынан бер ни менән айырылмағаны асыҡлана.[2].

Ҡаҙағстан Республикаһы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә милли валютаһын әйләнешкә сығарған илдәрҙең иң һуңғылары араһында була.

  • 1991 йылда дизайнерҙар төркөмө ойошторола, төркөмгә Мендыбай Алин, Досбол Ҡасымов, Агимсалы Дүзелханов, Тимур Сөләймәнов һәм Хәйрулла Ғәбжәлилов инә.
Тәңкәнең яңы билдәһе валюталар курсы таблоһында, 2009
Иҫке өлгөләге 5, 10, 20, 50 тәңкәлек тимер аҡсалар һәм 2000 тәңкәлек ҡағыҙ аҡса
  • 1993 йылдың 12 ноябрендә Ҡаҙағстан Республикаһы Президентының «Ҡаҙағстан Республикаһының милли валютаһын индереү тураһында»ғы указы сыға.
  • 1993 йылдың 15 ноябрендә тәңкә 1 тәңкә = 500 һум нисбәтендә әйләнешкә индерелә.
  • 1995 йылда Ҡаҙағстанда Банкнота фабрикаһы асыла.

Тәңкәләрҙең тәүге партияһы Англияла баҫыла. Тәүге ваҡ аҡса — тин (тәңкәнең 1/100 өлөшө) — 1, 2, 5, 10, 20, 50 тин номиналлы банкнота рәүешендә эшләнә.

Тәүге тимер аҡсалар Германияла һуғыла.

Беренсе серия ваҡ аҡса (1993 йыл)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һүрәтләнеше Номиналы Материалы Диаметры, мм Ҡалынлығы, мм Массаһы, г Ҡыры Әйләнештә булыу ваҡыты
2 тин еҙ Л-80 17,27 1,3 2,26 шыма 1994 йыл 1 март —
2012 йыл 31 декабрь
5 тин
10 тин 19,56 1,6 3,48
20 тин 21,87 1,7 4,71
50 тин 25 2 7,43
1 тәңкә нейзильбер 17,27 1,3 2,26 шыма 1995 йыл 25 октябрь —
2001 йыл 1 октябрь
3 тәңкә 19,56 1,6 3,48
5 тәңкә 21,87 1,7 4,71
10 тәңкә 25 2 7,43
20 тәңкә 31 11,37 өҙөк-өҙөк
зырлы

Икенсе серия ваҡ аҡса (1997 — хәҙ.)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һүрәтләнеше Номиналы Материалы Диаметры
(мм)
Ҡалынлығы
(мм)
Массаһы
(г)
Ҡыры Сығарылған йылы
1 тәңкә нибрасс 15 1,3 1,63 шыма 1997 2000 2002 2004
2005 2011 2012
еҙ м-н гальв. ҡорос 1,4 2013—2017
2 тәңкә нибрасс 16 1,3 1,84 шыма 2005 2006
5 тәңкә нибрасс 17,27 1,3 2,18 шыма 1997 2000 2002 2004
2005 2006 2010—2012
еҙ м-н гальв. ҡорос
1,45 2013—2017
10 тәңкә нибрасс 19,56 1,3 2,81 шыма 1997 2000 2002 2004
2005 2006 2010—2012
еҙ м-н гальв. ҡорос
1,45 2013—2017
20 тәңкә нейзильбер 18,27 1,6 2,9 өҙөк-өҙөк
зырлы
1997 2000 2002 2006
2010—2012
еҙ м-н гальв. ҡорос
2013—2017
50 тәңкә нейзильбер 23 1,6 4,7 өҙөк-өҙөк
зырлы
1997 2000 2002 2006
2007 2015—2017
100 тәңкә ҡулсаһы: нибрасс
уртаһы: нейзильбер
24,5 1,95 6,65 зырлы 2002 2004—2007


Эмитент банктың атамаһы менән яҙма номинал аверста — ҡаҙаҡ телендә, реверста русса яҙылған.

1993 йыл өлгөһөндәге банкноталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Банкноталар әйләнешкә 1993 йылдың 15 ноябрендә индерелә.

2006 йылдың 15 ноябрендә 1993 йыл өлгөһөндәге 1, 3, 5, 10, 20, 50 һәм 100 тәңкәлектәр әйләнештән алына[3].

ҠР Милли банкының I серия банкноталары
Һүрәтләнеше Номиналы Үлсәмдәре
(мм)
төп
төҫтәре
Тасуирлама Әйләнештән
алыныуы
Йөҙ яғы Арты Йөҙ яғы Арты
1 тин 105×65 йәшел номинал Ҡаҙағстан гербы, номинал 30 декабрь
1995[4]
2 тин аҡһыл зәңгәр
5 тин миләүшә
10 тин алһыу
20 тин йәшел-зәңгәр
50 тин көрән
1 тәңкә 124×62 зәңгәр философ һәм ғалим
Әл-Фараби (872—951) портреты
Әл-Фарабиҙың геометрик төҙөүҙәре һәм и формулалары 15 ноябрь
2006[5]
3 тәңкә көрәнһыу-йәшел
йәшел
аҡын
Сөйөнбай Аронулы (1815—1898) портреты
Иле Алатау һырттары
5 тәңкә көрән
һары
алһыу
халыҡ музыканты
Ҡорманғазы Сағырбайулы (1818—1889) портреты
төрбә комплексы
10 тәңкә 144×69 ҡара-йәшел
йәшел
сәйәхәтсе һәм ғалим
Чокан Вәлиханов (1835—1865) портреты
Оҡ-Жетпес тауы
20 тәңкә ҡара-көрән
һоро
ҡаҙаҡ әҙәбиәтенә нигеҙ һалған
Абай Ҡонанбаев (1845—1904) портреты
аусы бөркөт менән
50 тәңкә аҡһыл көрән
һоро
Кесе жуз ханы
Әбелхәйер (1693—1748) портреты
Мангистау өлкәһендәге ҡаяларға төшөрөлгән һүрәттәр
100 тәңкә миләүшә
алһыу
Урта жуз ханы
Абылай (1711—1781) портреты
Хужа Әхмәт Йәсәүи төрбәһе
Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель.

1993—2003 йылдар өлгөһөндәге банкноталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ҠР Милли банкының II серия банкноталары
Һүрәтләнеше Номиналы
(тәңкә)
Үлсәмдәре
(мм)
Төп
төҫтәре
Тасуирлама Әйләнешкә
сығарыу
Әйләнештән
алыу
Йөҙ яғы Арты Йөҙ яғы Арты
200 144×69 аҡһыл ҡыҙғылт һары Әл-Фараби портреты Хужа Әхмәт Йәсәүи төрбәһенең фрагменты 1994 1 сентябрь 2001
200 2000 15 ноябрь 2007
200 2002 әйләнештә
500 аҡһыл миләүшә 1994 1 сентябрь 2001
500 2000 15 ноябрь 2007
500 2002 әйләнештә
1000 зәңгәрһыу-
йәшел
1994 1 ноябрь 2002
1000 аҡһыл зәңгәр
зәңгәр
2001 15 ноябрь 2007
2000 йәшел
ҡара
1996 1 ноябрь 2002
2000 йәшел
аҡһл зәңгәр
2001 15 ноябрь 2007
5000 149×74 ҡыҙыл
һоро
1999
5000 көрән
миләүшә
2001
10 000 аҡһыл зәңгәр
зәңгәр
Барыс тауҙар ерлегендә 2003
Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель. Йәйәләр эсендә — банкноталарҙа күрһәтелгән йыл, йәйәнән тышта — ғәмәлдә әйләнешкә сығарылыу йылы.

10 000 тәңкәлек банкнота 2016 йылда The Telegraph гәзите тарафынан донъяла иң матур банкнота тип табыла[6].

2006 йыл өлгөһөндәге банкноталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000 һәм 5000 тәңкәлек банкноталарҙың күбеһендә орфографик хата бар[7].

2006 йыл өлгөһөндәге 1000 тәңкәлектәр 2014 йылдың 1 декабренән әйләнештән алына башлай. Яңы өлгө аҡсалар менән йәнәш 2017 йылдың 1 мартына тиклем йөрөй.

2000 тәңкәлектәр яңы купюраларға 2013 йылдың 29 мартында, 5000 тәңкәлектәр — 2011 йылдың 30 декабрендә, 10 000 тәңкәлектәр 2012 йылдың 10 апрелендә алмаштырыла башлай[8].

ҠР Милли банкының III серия банкноталары
Һүрәтләнеше Номиналы
(тәңкә)
Үлсәмдәре
(мм)
Төп
төҫтәре
Тасуирлама Әйләнештән алыныуы
Йөҙ яғы Арты Йөҙ яғы Арты
200 126×64 һарғылт ҡыҙыл
йәшел
Астанала Байтерек монументы;
дәүләт гимны ноталары фрагменттары;
Ҡаҙағстандың дәүләт флагы һәм гербы;
асыҡ ус;
бронза быуатына ҡараған ҡаялағы рәсем
ҠР Транспорт һәм коммуникациялар министрлығы бинаһы;
ҠР Оборона министрлығы бинаһы;
дала күренеше
әйләнештә
500 130×67 зәңгәр
көлһыу
ҠР Финанс министрлығы бинаһы;
Астана хакимиәте бинаһы;
диңгеҙ өҫтөндәге аҡсарлаҡтар
1000 134×70 көрән
һары
Президент мәҙәниәт үҙәге бинаһы
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм тауҙар һүрәте
1 март 2017
2000 139×73 йәшел Алматыла Абай исемендәге Опера һәм балет театры бинаһы
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм тау күле һүрәте
4 октябрь 2016
5000 144×76 көрән
ҡыҙыл
Алматыла Бойондороҡһоҙлоҡ монументы һәм «Ҡаҙағстан» ҡунаҡханаһы
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм тауҙар һүрәте
10 000 149×79 миләүшә
зәңгәр
Астанала Ҡаҙағстан Президентының резиденцияһы
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм каньондар һүрәте
Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель.

2011—2017 йыл өлгөһөндәге банкноталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ҠР Милли банкының IV серия банкноталары
Һүрәтләнеше Номиналы
(тәңкә)
Үлсәмдәре
(мм)
Төп
төҫтәре
Тасуирлама Әйләнешкә сығарылыуы
Йөҙ яғы Арты Йөҙ яғы Арты
500 130х67 зәңгәр «Қазақ Елi» монументы;
осоп барған күк күгәрсендәр;
Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы; биналар
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм аҡсарлаҡтар һүрәте
Каспий диңгеҙе ерлегендә
22 ноябрь 2017
1000 134х70 көрән «Қазақ Елi» монументы;
осоп барған күк күгәрсендәр;
Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм Үстүрт яйлаһы һүрәте 1 декабрь 2014
2000 139х73 йәшел «Қазақ Елi» монументы һәм тирмә;
осоп барған күк күгәрсендәр һәм сайғаҡ һүрәте;
Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм Иртыш йылғаһы һүрәте 29 март 2013
5000 144×76 ҡыҙыл «Қазақ Елi» монументы;
осоп барған күк күгәрсендәр һәм барыстар һүрәте;
Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы
Алматыла Бойондороҡһоҙлоҡ монументы һәм «Ҡаҙағстан» ҡунаҡханаһы;
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм Иле Алатау һырты һүрәте
30 декабрь 2011
10 000 149×79 зәңгәр
миләүшә
«Қазақ Елi» монументы;
осоп барған күк күгәрсендәр;
Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы
Астанала Ҡаҙағстан Президенты резиденцияһы;
Ҡаҙағстан картаһы контуры
2012
Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель.

Иҫтәлекле банкноталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һүрәтләнеше Номиналы
(тәңкә)
Үлсәмдәре
(мм)
Төп
төҫтәре
Тасуирлама Әйләнешкә сығарыу
Йөҙ яғы Арты Йөҙ яғы Арты
1000 134×70 йәшел-зәңгәр
йәшел
Ҡаҙағстан гербы;
милли орнаменттар һәм осоп барған ҡоштар;
Астанала «Байтерек» монументы
Астанала Ҡаҙағстан Президенты резиденцияһы;
милли орнаменттар;
ҡош һүрәте
5 ғинуар 2010
йәшел
аҡһыл зәңгәр
Хужа Әхмәт Йәсәүи төрбәһенең көмбәҙе;
Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы
Хужа Әхмәт Йәсәүи төрбәһе 25 май 2011
һары
көрән
«Қазақ Елi» монументы һәм «Күлтиген» скульптураһының фрагменты;
осоп барған күк күгәрсендәр;
Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы
төрки яугирҙәренең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре;
төрки яҙмаһы һәйкәле
12 декабрь 2013
2000 139×73 йәшел Байтерек монументы;
Ҡаҙағстандың дәүләт гимны ноталары, флагы һәм гербы;
ҡул усы; ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр
саңғыла һикереүсе тауҙар ерлегендә һәм VII Ҡышҡы Азия уйындары символикаһы 17 ғинуар 2011
5000 149×77 ҡыҙыл Әл-Фараби портреты,
ҡаҙ. ҚАЗАҚСТАН РЕСПУБЛИКАСЫНЫҢ ТӘУЕЛСІЗДІГІНЕ 10ҚАЗАҚСТАН РЕСПУБЛИКАСЫНЫҢ ТӘУЕЛСІЗДІГІНЕ 10
и рус. 10 НЕЗАВИСИМОСТИ РЕСПУБЛИКИ КАЗАХСТАН тигән яҙыу баҫылған
Хужа Әхмәт Йәсәүи төрбәһенең фрагменты 2001
144×76 көрән
ҡыҙыл
«Байтерек» монументы;
Ҡаҙағстандың дәүләт гимны ноталары, флагы һәм гербы;
ҡул усы; ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр
Алматылағы Бойондороҡһоҙлоҡ монументы һәм «Ҡаҙағстан» ҡунаҡханаһы
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм тауҙар һүрәте
2008
10 000 149×79 зәңгәр
миләүшә
«Қазақ Елi» монументы;
осоп барған күк күгәрсендәр;
Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы
Астанала Ҡаҙағстан Президенты резиденцияһы;
Ҡаҙағстан картаһы контуры;
Бойондороҡһоҙлоҡтоң 20 йыллығын билдәләү тураһындағы яҙма һәм уның логотибы
2011
«Қазақ Елі» монументы; Ысыҡ алтын кешеһенең
баш кейеме фрагменты; Иле Алатау һырты
Нурсолтан Назарбаев портреты; Астаналағы биналар;
«Байтерек» монументы
1 декабрь 2016
20 000 155×79 көлһыу
миләүшә
«Қазақ Елi» монументы;
осоп барған күк күгәрсендәр һәм триумф аркаһы;
Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы
Астанала Ҡаҙағстан президенты резаденцияһы;
Ҡаҙағстан Республикаһының Парламенты һәм Хөкүмәте бинаһы;
Ҡаҙағстан картаһы контуры;
тәңкәнең 20 йыллығы тураһында яҙма һәм уның логотибы
1 декабрь 2015[9]
Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель.

Ҡаҙағстан валютаһы барлыҡ ҡулланылыу осоронда девальвацияның бер нисә тулҡынын кисерә, йылына 30-61 процентҡа еткән инфляцияға ла тарый[10].

Беренсе девальвация 1999 йылдың апрелендә була, тәңкә 64,6 процентҡа арзаная.

Икенсе девальвация 2009 йылдың 4 февралендә була[11][12].

Өсөнсө девальвация 2014 йылдың февралендә евро менән АҠШ долларының курсы БДБ дәүләттәренең күпселегенең валютаһына ҡарата киҫкен күтәрелеүе һөҙөмтәһендә була. 2014 йылдың 11 февралендә Милли банк етәксеһе тәңкәнең девальвацияланыуы тураһында иғлан итә. АҠШ долларына ҡарата тирбәлеүҙәрҙең бер долларға 185 тәңкә плюс/минус 3 тәңкә кимәлендә коридоры булдырыла. Уға тиклем 1 АҠШ доллары 155,5 тәңкәгә тура килгән була[13].

Дүртенсе девальвация 2015 йылдың авгусында Милли банк тәңкәнең ирекле курсы индерелеүен иғлан иткәс була[14][15].

  1. Пресс-релиз 2016 йыл 4 март архивланған. Национального банка Республики Казахстан № 12 от 29.03.2007 г.
  2. Новый символ казахстанской валюты обнаружился на японских почтовых ящиках. Лента.Ру (4 апрель 2007). Дата обращения: 9 ноябрь 2008. Архивировано 25 август 2011 года.
  3. Об изъятии из денежного обращения банкнот национальной валюты образца 1993 года, постановление Правления НБРК от 15 августа 2006 № 4342
  4. НБРК: Циркуляционные монеты
  5. НБРК: Банкноты номиналом 50 тенге, 20 тенге, 10 тенге, 5 тенге, 3 тенге, 1 тенге
  6. Тенге вновь признан самой красивой банкнотой в мире 2016 йыл 23 июнь архивланған.
  7. Казахстан запускает в оборот банкноты с ошибкой. Дата обращения: 3 июнь 2014.
  8. О некоторых вопросах параллельного обращения банкнот национальной валюты Республики Казахстан, постановление Правления НБРК от 28 ноября 2015 № 210
  9. О выпуске в обращение банкноты номинальной стоимостью 20 000 тенге от 30.11.2015 г. № 62 "О выпуске в обращение банкноты номинальной стоимостью 20 000 тенге".
  10. Финансовая система Казахстана — лучшая среди стран СНГ — ukimet.kz 2011 йыл 27 декабрь архивланған.
  11. В феврале 2009 года Национальным Банком была проведена одномоментная девальвация тенге 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  12. История девальвации тенге.
  13. Нацбанк Казахстана объявил о девальвации национальной валюты
  14. Назарбаев объяснил причину девальвации тенге 2015 йыл 30 сентябрь архивланған.
  15. Казахстан переходит к режиму свободно плавающего тенге