Абай Ҡонанбаев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Абай Ҡонанбаев
ҡаҙ. Абай Құнанбайұлы
Портрет
Тыуғас бирелгән исеме:

ҡаҙ. Ибраһим Құнанбайұлы

Эшмәкәрлек төрө:

лингвист, шағир, тәржемәсе, композитор, йәмғиәт эшмәкәре, яҙыусы

Тыуған көнө:

29 июль (10 август) 1845

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Семипалатинск өйәҙе[d], Жидебай[d]

Ил:

Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

23 июнь (6 июль) 1904 (58 йәш)

Вафат булған урыны:

Рәсәй империяһы, Семипалатинск өйәҙе[d], Жидебай[d]

Атаһы:

Кунанбай Ускенбаев

Әсәһе:

Улжан Ҡонанбаева

Commons-logo.svg Абай Ҡонанбаев Викимилектә

Абай (Ибраһим) Ҡонанбаев (ҡаҙ. Абай Құнанбайұлы , 18451904) — ҡаҙаҡ шағиры, философ, композитор, мәғрифәтсе, аҡыл эйәһе[1], йәмәғәт эшмәкәре, ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе классигы, мәҙәниәтте мәғрифәтле либераль ислам нигеҙендә рус һәм Европа мәҙәниәтенә яҡынайтыу рухында реформалаусы.

Ысын исеме — Ибраһим, өләсәһе Зере биргән Абай (ҡаҙ. Абай «иғтибарлы», «һаҡ») ҡушаматы ғүмерлеккә йәбешеп ҡала. Абайҙың туғаны — Шәкәрим Кудайбердиев шулай уҡ билдәле ҡаҙаҡ шағиры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абай Ҡонанбай улы Рәсәй империяһының Көнбайыш-Себер генерал-губернаторлығындағы Семипалатинск өйәҙенең (1845 йылдан — Семипалатинск өлкәһе, хәҙерге административ бүленеш буйынса Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең Абай районы) Сыңғыҙ тауҙары араһында көн күргән Арғын ҡәбиләһе Тубыҡты ырыуының байы Ҡонанбай Оскенбаев (Ускенбаев) ғаиләһендә 1845 йылда тыуған. Абай ғаиләһе урындағы билдәле зат була: олатаһы (Оскенбай) һәм ҡарт олатаһы (Ырғыҙбай) үҙ ырыуҙары менән юлбашсы һәм бей сифатында идара итә.

Бала саҡта өйгә мулла саҡыртып уҡытыу Семипалатинскиҙа Әхмәт-Риза мулланың мәҙрәсәһендә дауам ителә, унда ғәрәп, фарсы һәм башҡа көнсығыш телдәре өйрәтелә. Абай бер үк ваҡытта рус мәктәбенә лә йөрөй. Биш йыл уҡығандан һуң шиғырҙар яҙа башлай, тәүге осорҙа уларҙың авторы итеп үҙенең дуҫы Кокпай Джантасовты күрһәтә. 13 йәшлек Абайҙы атаһы ырыу башлығы эшмәкәрлегенә өйрәтә башлай. 28 йәшендә ул был эштән ситләшеп, үҙен тулыһынса белем алыуға бағышлай. 40 йәшендә генә үҙенең тәүге өлгөрөп еткән шиғырҙарын ижад итә. Сәйәси һөргөнгә ебәрелгән Е. П. Михаэлис, Н. Долгополов, С. Гросс менән аралашыу Абай өсөн әһәмиәтле ваҡиға була.

Абайҙың донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа Көнсығыштың гуманистик идеяларға тоғро шағирҙары (Фирҙәүси, Алишер Навои, Низами, Физули, Ибн Сина һәм башҡалар), шулай уҡ рус классиктары әҫәрҙәре, улар аша Европа әҙәбиәте йоғонто яһай. Ул Крыловты, Лермонтовты, Пушкинды, Гётене һәм Байронды тәржемә итә.

Халыҡ йырына әүерелгән «Қараңғы түнде тау қалғып» («Горы дремлют в тёмной ночи») шиғырының тарихы ҡыҙыҡлы. Гёте яҙған «Wanderers Nachtlied» («Ночная песнь странника»), Лермонтов рус теленә «Горные вершины спят во тьме ночной…» тип тәржемә итһә, тағы ярты быуаттан һуң Абай Ҡонанбаев уның йөкмәткеһен ҡазаҡ телендә яңғырата.

Абай Кунанбаев ҡаҙаҡтар араһында рус һәм Европа мәҙәниәтен таратыуға булышлыҡ итә. Һуңынан уның өлгөһөнә Турар Рыҫкулов эйәрә.

Күпмелер ваҡыт Абай волость идарасыһы була.

AbaiPainting.jpg

Совет әҙәбиәтселәре раҫлауынса, Абай ауылының ҡайһы бер ғәҙәттәренән әсе көлгән, « ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡол хәленә», совет биографияһында яҙылғанса, «социаль яуызлыҡҡа һәм әҙәпһеҙлеккә» ҡаршы сыҡҡан. Совет әҙәби сығанаҡтары был фразаны ҡабатлап, ҡайһы саҡта ссылается уны раҫлау өсөн «Наконец, волостным я стал…» (1889), «Управитель начальству рад…» (1889) и «Кулембаю» (1888) шиғырҙарына һылтана. Абай Ҡонанбаев ҡаҙаҡ шиғриәтендә новатор була, уның йыл миҙгелдәренә арнап яҙылған: «Яҙ» (1890), «Йәй» (1886), «Көҙ» (1889), «Ҡыш» (1888) шиғырҙары, шиғриәттең тәғәйенләнеше тураһындағы шиғырҙары (яҡшыға өйрәтергә һәм яманды ғәйепләргә) быны раҫлай. «Мәсғуд» (1887) һәм «Сказание об Азиме» поэмаларының сюжеттары көнсығыш классик әҙәбиәте мотивтарына нигеҙләнә. «Искәндәр» поэмаһында Аристотель йөҙөндә аҡыл һәм Искәндәр Зөлҡәрнәй (Александр Македонский) йөҙөндә яулаусы тәкәбберлеге ҡапма-ҡаршы ҡуйыла.

Ҡаҙаҡ әҙәбиәте тарихында Абай ҡаҙаҡ шиғриәтен яңы дәүмәл һәм рифма менән байытып, лайыҡлы урын биләй. Ул яңы һигеҙъюллыҡ, алтыъюллыҡ һ.б. шиғри формалар индерә.

Абай яҡынса 170 шиғыр яҙа һәм 56 тәржемә эшләй, «Слова назидания» («Қара сөздер») поэмаһын ижад итә.

Абай шулай уҡ талантлы һәм ғәҙенсәлекле композитор була. Ул ике тиҫтә самаһы көй сығара, улар беҙҙең көндәрҙә лә популыр. Ҡайһы бер шиғырҙарына үҙе көй яҙа, ә уның «Көзімнің қарасы»[2] («Ты зрачок глаз моих», Мария Петровых тәржемәһе) шиғырына яҙған йыры халыҡ йырына әүерелә.

Ты зрачок глаз моих
Ты — зрачок глаз моих,
Пламень душ золотых.
Сердцу мук не избыть
Столь глубок шрам от них.

И мудрец весь седой,
Покачав головой,
Скажет: «Нет, средь живых
Не встречал я такой!»

Весь в слезах я брожу
И тоской исхожу,
Жемчуг слов дорогих
Для тебя нахожу.

Не страшись, что в тиши
Говорю от души,
Иль самой невдомёк!
Дивный день предреши…

«Ты зрачок глаз моих», Мария Петровых тәржемәһе"

Абай Ҡонанбаев XIX быуат һуңында − XX быуат башында тыуып килгән ҡаҙаҡ милли интеллигенцияһына ла ҙур йоғонто яһай. Алаш-Орда хәрәкәте етәкселәре Абайҙы үҙҙәренең рухи етәксеһе итеп ҡабул итә. Әлихан Букейханов Абайҙың беренсе биографы була. Уның «Абай (Ибраһим) Ҡонанбаев» — мәҡәләһе 1905 йылда «Семипалатинск листок» гәзитендә ҡаҙаҡ халыҡ шағирына некролог итеп баҫтырыла.

1914 йылда тюрколог В. В. Гордлевский ҡаҙаҡ әҙәбиәтенең билдәле вәкилдәре сифатында Абай Ҡонанбаев менән Миржакип Дулатовты һайлай һәм уларҙың мәҡәләләре билдәле көнсығыш белгесе, академик Н. И. Веселовскийҙың 70 йәшенә арнап сығарылған "Восточный сборник"та баҫтырыу өсөн һайлап ала.

Ҡарһүҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абайҙың билдәле әҫәре булып «Қара сөз» («Ҡарыһүҙ», «Ҡарһүҙ») прозаик поэмаһы тора. Ул үҙ эсенә 45 ҡыҫҡа ҡарһүҙҙе һәм философик трактатты ала. Был ҡарһүҙҙәрҙә этник ҡаҙаҡтарҙың тарихы, педагогикаһы, әхлағы һәм хоҡуҡтары проблемалары күтәрелә. Был әҫәрҙе ул оло йәштә, еңел-елпелек үтеп, аҡыл тупланғас ижад итә. Уны тәржемә итергә тырышыусылар бик аҙ, сөнки ул шиғри ғына түгел, философик фекерләүҙе лә талап итә. 1945 йылда, Абайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата «Художественная литература» нәшриәтендә уның әҫәрҙәренең рус теленә тәржемәһе донъя күрә, уға Виктор Шкловский тәржемәһендә «Ҡарһүҙ»[3] ҙә инә. Һуңғараҡ был тәржемә 1954 һәм 1979 йылдарҙа донъя күрә. Шулай уҡ ҡаҙаҡ яҙыусыһы Сатимжан Санбаевтың «Ҡарһүҙ» (1970) һәм яҙыусы Ролан Сейсенбаевтың «Һүҙҙәр китабы» (1992—1993)[4] тигән тәржемәләре сыға.

Әҫәрҙәре (төп әҫәрҙәре)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Первый сборник «Стихи казахского поэта Ибрагима Кунанбаева» (под ред. Какитая Искакова) — Санкт-Петербург, 1909; Казань, 1922; Ташкент, 1922.
  • «Абай Кунанбайұлы толық жинақ» (полное собрание стихов под ред. М. Ауэзова), Кызыл-Орда, 1933.
  • Кунанбаев А. Лирика и поэмы / Под ред. Соболева, предисл. М. Ауэзова, Москва, Гослитиздат, 1940.
  • Абай Кунанбаев. Избранное. Пер. с каз. под ред. Л. Соболева. Алма-Ата, Худ. лит., 1945.
  • Абай Кунанбаев. Собрание сочинений (в одном томе), Москва, 1954.
  • Құнанбаев А. Шығармаларының толық жинағы (екі томдық) — Алматы, 1954 (преизд. 1968, 1986, 2002).
  • Абай. «Слова назидания» (Кара соз). (Пер. с каз. С. Санбаева), Алматы, Жалын, 1979, 1982.
  • Абай. «Книга слов» (на китайском языке), Пекин, 1995.
  • Құнанбаев А. «Книга слов» (Қара сөз). (Пер. с каз. Р. Сейсенбаева), Семипалатинск, 2001.
  • «Двадцать стихотворений Абая» (все известные их переводы, сост. и пер. М. Адибаев), Алматы, 2005.
  • Абай Кунанбаев. Избранное (серия «Мудрость веков»), Москва, Русский раритет, 2006.
  • Abai. Zwanzig Gedichte («Двадцать стихотворений» под ред. Г. Бельгера), Koln, Onelverlag, 2007.

Әҙәбиәт (иртә баҫмалары)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рамазанов Нух Абай Ҡонанбаев (1841—1904) : биография. Китап: Восточный сборник в честь А. Н. Веселовского. — М. — 1914. — С. 224—230.
  • Саади А. ["Ак-Юл"да мәҡәлә (ҡаҙаҡ телендә)]. Ташкент, 1923. № 355, 356, 359, 363, 369, 372.
  • Ҡабулов Ильяс. ["Советская степь" гәзитендә мәҡәлә], Ҡыҙыл-Орда, 1928. № 174.
  • Мустамбаев, ["Советская степь" гәзитендә мәҡәлә], Ҡыҙыл-Орда, 1928. № 191.
  • Аршаруни Аршалуис Михайлович, Милли әҙәбиәт тураһында мәҡәләләр. — «Новый Восток». — № 23—24.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Абай Ҡонанбаевтың әҫәрҙәре 32 телгә тәржемә ителгән. Әлеге ваҡытта уның 16 телдә сыҡҡан китаптары исемлеге [5] билдәле. Ирекмәндәр артабан эҙләнеү эштәрен дауам итеп, китаптарҙың бөтөн телдәрҙәге тәржемәһен дә табырға ниәтләй.
  • Ҡаҙаҡ әҙәбиәте үҫешендә ижады ҙур урын биләгән Мөхтәр Әүәзовҡа (1897–1961) 1959 йылда «Абай юлы» роман-эпопеяһы өсөн Ленин премияһы [6] бирелә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Филателия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙаҡ шағиры иҫтәлегенә СССР-ҙа, Ҡаҙағстанда һәм башҡа илдәрҙә сығарылған почта маркалары һәм башҡа филателия материалдары:

Бонистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

20 тенге

1993 йылда Абайҙың рәсеме Ҡаҙағстан Республикаһы Милли банкының 20 тенгелек банкнотаһына һүрәтләнә.

Музейҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Семейҙа Абайҙың йорт-музейы
  • Семейҙа Абайға республика әҙәби-мемориаль йорт-музей асылған.
  • Лондонда, яҙыусы Ролана Сейсембаев инициативаһы менән Абай йорто асылған.

Абай тураһында хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Абай (журнал)
  • Абайҙы өйрәнеү

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Орынбеков М. С. Философские воззрения Абая. — Алма-Аты: Білім, 1995. — 136 с.
  • Абай энциклопедиясы. — Алматы, 1995.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Статья основана на материалах Литературной энциклопедии 1929—1939.