Эстәлеккә күсергә

Байҡоңыр (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Байҡоңыр битенән йүнәлтелде)
Ҡала
Байҡоңыр
ҡаҙ. Байқоңыр
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Ҡаҙағстан

Координаталар

45°37′ с. ш. 63°19′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

К. Д. Бусыгин

Нигеҙләнгән

1955

Элекке исеме

Ленинский (1958—1969), Ленинск (1969—1995)

Ҡала с

1969

Майҙаны

57 км²

Бейеклеге

100 м

Климат тибы

Континенталь

Халҡы

73 127 кеше (2014)

Милли состав

урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 33622 и +7 73622 (для звонков из Казахстана)

Почта индексы

46832x һәм 710501

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

baikonuradm.ru/index.htm  (рус.)

Байҡоңыр (Ҡаҙағстан)
Байҡоңыр
Байҡоңыр

Байҡоңыр (Байконур; ҡаҙ. Байқоңыр, рус. Байконур; ҡаҙаҡса: «бай» — бай, «ҡоңыр» — үҙән) — Ҡаҙағстанда урынлашҡан ҡала. Байконур космодромының административ һәм тораҡ үҙәге. Ҡала һәм космодром бергә Рәсәй Ҡаҙағстандан 2050 йылға тиклем ҡуртымға алған «Байконур» комплексын барлыҡҡа килтерә.

Город Байконур является административно-территориальной единицей Республики Казахстан, функционирующей в условиях аренды. На период аренды комплекса «Байконур» город Байконур в отношениях с Российской Федерацией наделяется статусом, соответствующим городу федерального значения Российской Федерации, с особым режимом безопасного функционирования объектов, предприятий и организаций, а также проживания граждан.

Международное Соглашение между Российской Федерацией и Республикой Казахстан о статусе города Байконур, порядке формирования и статусе его органов исполнительной власти от 23 декабря 1995 года, статья 1, пункт 1.

Халҡы — 73 127 кеше (2014 йылдың 1 ғинуарына). 2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡалала теркәлгән Ҡаҙағстан граждандары һаны 37,1 мең кеше иҫәпләнә[1].

Ҡалаға инеү
«Ленинск» стелаһы — 1980-се йылдар аҙағына тиклем ҡаланың көнбайыш сиге

1955 йылдың 12 февралендә КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы берлектәге № 292—181сс ҡарары менән № 5 Фәнни-тикшеренеү һынау өсөн тәғәйенләнгән СССР Оборона министрлығы полигонын барлыҡҡа килтереүҙе раҫлай. Хәрби полигон дислокацияһы өсөн урын Ҡыҙылурҙа өлкәһенең ике район үҙәге - Ҡазалы һәм Жосалы араһындағы сүлдән, Урта Азия тимер юлының Түрәтам разъезы эргәһенән бирелгән. 1955 йылдың беренсе яртыһында полигон «Тайга» тигән шартлы исем менән төҙөлә башлай.

Ҡаланың һәм полигондың рәсми рәүештә барлыҡҡа килеү датаһы тип 1955 йылдың 2 июне тип иҫәпләнә, СССР Оборона министрлығы Генераль штабының полигондың ойоштороу-штат структураһы булдырыу һәм 11284-се хәрби частар ойоштороу директиваһы тап ошо көндә раҫлана. Полигондың хәрби частары өсөн шартлы почта адресы — «Москва-400, в/ч №…» билдәләнә.

СССР тарҡалғас, Байҡоңыр космодромы бик ауыр йылдар кисерә.

Ҡаҙағстан Республикаһының рәсми органдары баҫмаларында Байҡоңыр Ҡыҙылурҙа өлкәһенең өлкә буйһоноуындағы ҡала акиматы (хакимиәте) сифатында мәғлүм ителә составына , әммә ярашлы, рәсәй-ҡаҙағстан аренда килешеүенә ярашлы, космодромдың бөтә аренда осоронда ҡала Рәсәй Федерацияһы ҡалаһы статусын һаҡлай (Рәсәй Федерацияһының федераль әһәмиәттәге ҡалаһы).

Килешеүгә ярашлы, ҡала хакимиәте башлығы Рәсәй һәм Ҡаҙағстан президенттары ҡарары менән, Рәсәй яғы тәҡдиме буйынса тәғәйенләнә. Ҡала территорияһында Рәсәй ҡануниәте ғәмәлгә ашырыла, шулай уҡ Ҡаҙағстан республикаһы граждандары өсөн Ҡаҙағстан ҡануниәте ҡулланыла. РФ Һалым хеҙмәте регионы — 99.

Байҡоңыр ла ҡушыла Рәсәй Федерацияһынан ситтә ятһа ла, уның биләмәһендә түбәндәге рәсәй структуралары эшләй:

  • рәсәй хәрби суды (бөтә категория эштәрен ҡарай), ҡала халҡы ҡала хакимиәте, уның органдары һәм вазифалы кешеләренең ҡарарҙарын кире ҡаҡтырыу буйынса мөрәжәғәт итә ала;
  • Байҡоңыр комплексы эске эштәр идаралығы РФ МВД-һы составында;
  • Рәсәйҙең башҡа ведомство структуралары — миграция һәм һалым хеҙмәте, мәғариф органдары (шул иҫәптән ҡаланың барлыҡ мәктәптәре һәм балалар баҡсалары ), һаулыҡ һаҡлау (барлыҡ ҡала хастаханалары һәм поликлиникалары )[2]), пенсия фонды (Байҡоңыр ҡалаһы буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһе), социаль яҡлау һ. б.
94RUS коды ҡуйылған автомобиль номерҙары

Ҡала халҡының (РФ граждандары) һәм Рәсәй ойошмаларының автомобиль номерҙары — РФ стандартлы,94RUS төбәк коды ҡуйыла.

Ҡала идара итеү системаһы Ҡаҙағстан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы араһындағы 1995 йылдың 23 декабрендә ҡабул ителгән Килешеүҙәге 5-се статья менән билдәләнгән.

Уның эшмәкәрлеге ҡала халҡының конференцияһында раҫланған положениеға ярашлы алып барыла.

Ҡаҙағстан Республикаһы юрисдикцияһында - космодром аэропортын хеҙмәтләндереүесе «Байкоңыр» сик буйы посы, Ҡаҙағстан Республикаһы МВД-һының Түрәтам һәм Аҡай биҫтәләрендә тәртип күҙәтеүсе , шулай уҡ теркәү функцияларын башҡарыусы вәкиллеге.

Климаты ҡырҡа континенталь, яуым-төшөм аҙ (йылына 120 мм), ҡояшлы көндәре күп ; йәй оҙайлы һәм эҫе, ҡыш елле һәм һыуыҡ (бейек булмаған ҡар ҡатламы).

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C −5,6 −4,2 4,2 17,5 26,3 31,9 34,1 31,5 24,9 14,0 4,7 −2,2 14,7
Уртаса температура, °C −9,6 −8,7 −0,6 11,4 19,4 24,8 27,2 24,4 17,9 8,2 0,3 −5,8 9,1
Уртаса минимум, °C −13,6 −13,2 −5,3 5,3 12,6 17,8 20,3 17,4 10,9 2,5 −3,9 −9,3 3,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 12 9 15 17 12 6 5 5 6 14 14 16 131
Сығанаҡ: Климат Байконура

Атаманың килеп сығышы буйынса ике фараз бар:

  • Ҡаҙаҡ телендәге бай һәм ҡоңыр - үлән алған ҡом убаһы тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан.
  • Ҡаҙаҡ телендәге ҡоңыр һүҙе бер үк ваҡытта төҫтө лә белдерә һәм башҡортса ҡуңыр тигән сифатҡа ла тура килә. Ошо күҙҙән ҡараған осраҡта, атама Байҡуңыр тигән антропонимдан килеп сыҡҡан булыуы ихтимал, сөнки Ҡоңыр тигән исемдәр ҙә осрай [3]
Байҡоңыр иҫтәлегенә
Беренсе бина төҙөлгән урындағы таш (Байҡоңыр)
Авария ҡотҡарыу системаһы ДУ-һына һәйкәл (Байҡоңыр)
Түрәтам станцияһындағы мемориаль таҡта
Байҡоңыр станцияһы - Алматы
Һәйкәл-паровоз Эу 709-81 (Байҡоңыр)
Һәләк булған һынап ҡараусылар мемориалы (Байҡоңыр)