Байҡоңыр (ҡала)
Ҡала | |||||
Байҡоңыр ҡаҙ. Байқоңыр | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Элекке исеме |
Ленинский (1958—1969), Ленинск (1969—1995) | ||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
57 км² | ||||
Бейеклеге |
100 м | ||||
Климат тибы |
Континенталь | ||||
Халҡы |
73 127 кеше (2014) | ||||
Милли состав | |||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+7 33622 и +7 73622 (для звонков из Казахстана) | ||||
Почта индексы |
46832x һәм 710501 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
baikonuradm.ru/index.htm (рус.) | ||||
Байҡоңыр (Байконур; ҡаҙ. Байқоңыр, рус. Байконур; ҡаҙаҡса: «бай» — бай, «ҡоңыр» — үҙән) — Ҡаҙағстанда урынлашҡан ҡала. Байконур космодромының административ һәм тораҡ үҙәге. Ҡала һәм космодром бергә Рәсәй Ҡаҙағстандан 2050 йылға тиклем ҡуртымға алған «Байконур» комплексын барлыҡҡа килтерә.
|
Халҡы — 73 127 кеше (2014 йылдың 1 ғинуарына). 2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡалала теркәлгән Ҡаҙағстан граждандары һаны 37,1 мең кеше иҫәпләнә[1].
Тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1955 йылдың 12 февралендә КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы берлектәге № 292—181сс ҡарары менән № 5 Фәнни-тикшеренеү һынау өсөн тәғәйенләнгән СССР Оборона министрлығы полигонын барлыҡҡа килтереүҙе раҫлай. Хәрби полигон дислокацияһы өсөн урын Ҡыҙылурҙа өлкәһенең ике район үҙәге - Ҡазалы һәм Жосалы араһындағы сүлдән, Урта Азия тимер юлының Түрәтам разъезы эргәһенән бирелгән. 1955 йылдың беренсе яртыһында полигон «Тайга» тигән шартлы исем менән төҙөлә башлай.
Ҡаланың һәм полигондың рәсми рәүештә барлыҡҡа килеү датаһы тип 1955 йылдың 2 июне тип иҫәпләнә, СССР Оборона министрлығы Генераль штабының полигондың ойоштороу-штат структураһы булдырыу һәм 11284-се хәрби частар ойоштороу директиваһы тап ошо көндә раҫлана. Полигондың хәрби частары өсөн шартлы почта адресы — «Москва-400, в/ч №…» билдәләнә.
Юрисдикцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР тарҡалғас, Байҡоңыр космодромы бик ауыр йылдар кисерә.
Ҡаҙағстан Республикаһының рәсми органдары баҫмаларында Байҡоңыр Ҡыҙылурҙа өлкәһенең өлкә буйһоноуындағы ҡала акиматы (хакимиәте) сифатында мәғлүм ителә составына , әммә ярашлы, рәсәй-ҡаҙағстан аренда килешеүенә ярашлы, космодромдың бөтә аренда осоронда ҡала Рәсәй Федерацияһы ҡалаһы статусын һаҡлай (Рәсәй Федерацияһының федераль әһәмиәттәге ҡалаһы).
Килешеүгә ярашлы, ҡала хакимиәте башлығы Рәсәй һәм Ҡаҙағстан президенттары ҡарары менән, Рәсәй яғы тәҡдиме буйынса тәғәйенләнә. Ҡала территорияһында Рәсәй ҡануниәте ғәмәлгә ашырыла, шулай уҡ Ҡаҙағстан республикаһы граждандары өсөн Ҡаҙағстан ҡануниәте ҡулланыла. РФ Һалым хеҙмәте регионы — 99.
Байҡоңыр ла ҡушыла Рәсәй Федерацияһынан ситтә ятһа ла, уның биләмәһендә түбәндәге рәсәй структуралары эшләй:
- рәсәй хәрби суды (бөтә категория эштәрен ҡарай), ҡала халҡы ҡала хакимиәте, уның органдары һәм вазифалы кешеләренең ҡарарҙарын кире ҡаҡтырыу буйынса мөрәжәғәт итә ала;
- Байҡоңыр комплексы эске эштәр идаралығы РФ МВД-һы составында;
- Рәсәйҙең башҡа ведомство структуралары — миграция һәм һалым хеҙмәте, мәғариф органдары (шул иҫәптән ҡаланың барлыҡ мәктәптәре һәм балалар баҡсалары ), һаулыҡ һаҡлау (барлыҡ ҡала хастаханалары һәм поликлиникалары )[2]), пенсия фонды (Байҡоңыр ҡалаһы буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһе), социаль яҡлау һ. б.
Ҡала халҡының (РФ граждандары) һәм Рәсәй ойошмаларының автомобиль номерҙары — РФ стандартлы,94RUS төбәк коды ҡуйыла.
Ҡала идара итеү системаһы Ҡаҙағстан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы араһындағы 1995 йылдың 23 декабрендә ҡабул ителгән Килешеүҙәге 5-се статья менән билдәләнгән.
Уның эшмәкәрлеге ҡала халҡының конференцияһында раҫланған положениеға ярашлы алып барыла.
Ҡаҙағстан Республикаһы юрисдикцияһында - космодром аэропортын хеҙмәтләндереүесе «Байкоңыр» сик буйы посы, Ҡаҙағстан Республикаһы МВД-һының Түрәтам һәм Аҡай биҫтәләрендә тәртип күҙәтеүсе , шулай уҡ теркәү функцияларын башҡарыусы вәкиллеге.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты ҡырҡа континенталь, яуым-төшөм аҙ (йылына 120 мм), ҡояшлы көндәре күп ; йәй оҙайлы һәм эҫе, ҡыш елле һәм һыуыҡ (бейек булмаған ҡар ҡатламы).
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −5,6 | −4,2 | 4,2 | 17,5 | 26,3 | 31,9 | 34,1 | 31,5 | 24,9 | 14,0 | 4,7 | −2,2 | 14,7 |
Уртаса температура, °C | −9,6 | −8,7 | −0,6 | 11,4 | 19,4 | 24,8 | 27,2 | 24,4 | 17,9 | 8,2 | 0,3 | −5,8 | 9,1 |
Уртаса минимум, °C | −13,6 | −13,2 | −5,3 | 5,3 | 12,6 | 17,8 | 20,3 | 17,4 | 10,9 | 2,5 | −3,9 | −9,3 | 3,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 12 | 9 | 15 | 17 | 12 | 6 | 5 | 5 | 6 | 14 | 14 | 16 | 131 |
Сығанаҡ: Климат Байконура |
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаманың килеп сығышы буйынса ике фараз бар:
- Ҡаҙаҡ телендәге бай һәм ҡоңыр - үлән алған ҡом убаһы тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан.
- Ҡаҙаҡ телендәге ҡоңыр һүҙе бер үк ваҡытта төҫтө лә белдерә һәм башҡортса ҡуңыр тигән сифатҡа ла тура килә. Ошо күҙҙән ҡараған осраҡта, атама Байҡуңыр тигән антропонимдан килеп сыҡҡан булыуы ихтимал, сөнки Ҡоңыр тигән исемдәр ҙә осрай [3]
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Т. Жумасултанов. Расселение населения страны по городской и сельской местностям. Экономика и статистика. 3/2011 2011 йыл 13 ноябрь архивланған.
- ↑ ЦМСЧ рәсми сайтында № 1 РФ ФМБА 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Вокабула/ Байконур
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт администрации города Байконур 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
- Официальный сайт городской еженедельной газеты «Байконур» 2014 йыл 27 март архивланған.