Балатау (һырт)
Балатау | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 5 км |
Киңлеге | 3 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 639 м |
Урынлашыуы | |
53°30′14″ с. ш. 56°18′43″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Балатау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай районы буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 5 км, киңлеге 2,5—3 км тиклем, абсолют бейеклеге 639 м. Юғалыусы һыу ағымдары (Үрек й. ҡушылдыҡтары) аҡҡан һай карстлы уйһыулыҡтар менән бүленгән 5 айырым тау массивынан тора. Һырт көньяҡ һәм төньяҡ ситтәге өлөштәрендә текә, яланғас эзбизташлы битләүҙәр бар. Көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәре һөҙәк. Карст упҡындары күп. Өҫкө вендтың әшә серияһынан алып карбон ултырмаларына тиклемге тоҡомдарҙан тора. Өҫтөндә ҡараһыу һоро урман һәм ҡараға оҡшаш тупраҡтарҙағы ҡайын, ҡарағай‑ҡайын урмандары үҫә. Ҡаялы түбәләре һәм текә битләүҙәре ҡайын һәм ҡарағай ҡатыш тәпәш буйлы имәнлектәр менән ҡапланған. Урман эсендәге аҡландар көтөүлек һәм сабынлыҡтар итеп файҙаланыла.
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һырттың атамаһы «бала» һүҙенән алынған, бәлки «бәләкәй» тигәнде аңлаталыр.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И.М.Япаров , Тәржемәсе И.М.Япаров. Балатау (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.