Балта
Уҡыу көйләүҙәре
Балта — металдан эшләнгән, ҡырҡыу өсөн йөҙө булған, ғәҙәттә ағас һапҡа беркетеп ҡуйылған эш ҡоралы. Балта унар мең йылдар буйы урман киҫеү, ағас эшкәртеү, һуғыш ҡоралы булараҡ ҡулланылған. Балтаның төрлө формалары бар, улар барыһы ла балта башынан һәм балта һабынан тора.
Иң беренсе балтаны тәүтормош кешеләре осло ташты ағас һапҡа бәйләп эшләгәндәр. Был ҡорал сүкеш, ҡасау, ҡырғыс һәм ҡорал булып хеҙмәт иткән. Һуңыраҡ балтаны баҡырҙан, бронзанан, тимерҙән эшләү ысулдарын өйрәнгәндәр.
Балта Викимилектә |