Баренц диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баренц диңгеҙе
Майҙаны1 424 000 км²
Күләме282 мең км³
Иң ҙур тәрәнлек600 м
Уртаса тәрәнлек222 м
Рәсәй
Точка
Баренц диңгеҙе
 Баренц диңгеҙе Викимилектә

Баренц диңгеҙе (норв. Barentshavet, 1853 йылға ҡәҙәр — Мурманск диңгеҙе, Мурман) — Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙе. Диңгеҙ һыуҙары Рәсәй һәм Норвегия яр буйҙарын йыуа. Диңгеҙ Европаның төньяҡ ярҙары менән Шпицберген, Франц-Иосиф Ере һәм Яңы Ер архипелагтары тарафынан сикләнгән. 1853 йылда голланд диңгеҙ сәйәхәтсеһе Виллем Баренц хөрмәтенә атала.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны — 1424 мең км², тәрәнлеге 600 метрға тиклем. Диңгеҙ ҡитға шельфында урынлашҡан. Диңгеҙҙең көньяҡ-көнбайыш өлөшө Төньяҡ-Атлантик ағымы йоғонтоһо һөҙөмтәһендә ҡышын туңмай. Диңгеҙҙең көньяҡ-көнсығыш өлөшө Печора диңгеҙе тип атала. Төп порттары — Мурманск (Рәсәй) һәм Вардё (Норвегия).

Ярым тәүлекле һыу артымдары иң ҙур бейеклеге Кола ярымутрауы яр буйында күҙәтелә, бында ул 6,1 метрға барып етә, ә башҡа урындарҙа — 0,6—4,7 м.

Тоҙлолоғо диңгеҙҙең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә 34,7—35,0 ‰, көнсығышта 33,0—34,0 ‰, төньяҡта 32,0—33,0 ‰ тәшкил итә. Диңгеҙҙең яр буйы һыҙатында яҙын һәм йәйен тоҙлолоҡ 30—32 ‰-гә ҡәҙәр кәмей, ә ҡыш аҙағына ҡарай 34,0—34,5 ‰-гә тиклем арта.

Хужалыҡта әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баренц диңгеҙендә балыҡ тотоу тармағы менән нефть һәм тәбиғи газ сығарыу сәнәғәте үҫешкән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Барентсово море // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Визе В. Ю. Моря Советской Арктики, 3 изд., т. 1, [М.-Л.], 1948;
  • Есипов В. К. Промысловые рыбы Баренцева моря, Л.-М., 1937;
  • Танцгора А. И. О течениях Баренцева моря, в кн.: Гидрологические исследования в Баренцевом. Норвежском и Гренландском морях, М., 1959.
  •  Зонн И. С., Костяной А. Г. Баренцово море: Энциклопедия / Под ред. Г. Г. Матишова. — М.: Международные отношения, 2011. — 272 с., ил., ISBN 978-5-7133-1404-0

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]