Башҡорт полктары һәйкәле
Һәйкәл | |
Башҡорт полктары һәйкәле
| |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Урыны | Башҡортостан, Сибай ҡалаһы |
Нигеҙләнгән | 2012 йыл |
Бейеклеге | 7,5 метр |
Материал | бронза |
Башҡорт полктары һәйкәле Викимилектә |
Башҡорт полктары һәйкәле — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына бағышланған һәйкәл. Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһында урынлашҡан.
Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуына арналған Башҡортостанда тәүге һәйкәл.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, башҡорттар тарафынан 20 полк ойошторолған, шуларҙың өсөһө хәҙер Сибай ҡалаһы урынлашҡан урында — Ҡарағайлы йылғаһының Төйәләҫкә ҡушылған ерҙә формалашҡан.
Башҡорт полктарына бағышланған һәйкәл 2012 йылдың 12 октябрендә тантаналы рәүештә асылған. Һәйкәлдең авторы – В. И. Кириллов етәкселегендәге ижади коллектив[1].
Һәйкәл Сибай ҡалаһының Таусылар проспекты менән Ф.Белов урамы киҫелешендәге скверға ҡуйылған.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл атҡа атланған башҡорт яугиры скульптураһынан ғибәрәт. Яугир ҡулында ян тотҡан.
Бронзанан яһалған һәйкәлдең бейеклеге — 3,5 метр. Ә ул ҡуйылған постаменттың бейеклеге 4 метр тәшкил итә. Постамент гранит менән йөҙләнгән, уға башҡорт һәм рус телдәрендә «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан легендар Башҡорт полктарына бағышлана» тип яҙылған таҡтаташтар эленгән.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибайҙа булды // Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайты.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сибай: энциклопедия / гл. ред. Х. Х. Сулейманов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 313. — 560 с. — ISBN 978-5-88185-246-7.