Бағаряҙ (һырт)
Уҡыу көйләүҙәре
Бағаряҙ | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 9 км |
Киңлеге | 3 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 477 м |
Урынлашыуы | |
53°45′30″ с. ш. 56°39′29″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Бағаряҙ — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай һәм Ғафури райондары буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 9 км, киңлеге 3 км тиклем, абсолют бейеклеге 477 м. Рельефында текә битләүҙәр һәм ҡаялы яланғас тау тоҡомдары, тау араһы уйһыулыҡтары өҫтөнлөк итә. Аҫҡы карбондың турней ярусы һәм визе ярусының карбонатлы тоҡомдарынан (ҙур һәм ҡатламлы эзбизташтар, аргиллиттар, һирәгерәкдоломиттар һ.б.) ғибәрәт. Карст таралған. Рәүҙәк йылғаһының үрге ағымында ер аҫты аҡмалары бар. Ландшафтар киң япраҡлы урмандарҙан (имән, йүкә, йыла,саған) тора. Бағаряҙ итәгендә йоҡа ҡатламлы ташлы һәм һоро урман тупраҡтарында имән урмандары үҫә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бағаряҙ (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был Ғафури районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был Ишембай районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |