Эстәлеккә күсергә

Баҡса айыу баланы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айыу баланы
Айыу баланы каприфоль. Ырыуҙыңтип төрө
Айыу баланы каприфоль.
Ырыуҙың тип төрө
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Lonicera L.

Синонимдар
Төр өлгөһө
Төрҙәре
Ҡыҫҡартылған исемлек — тексты ҡара
Тулы исемлек — Айыу баланы ырыу төрө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  35281
NCBI  49606
EOL  60796
GRIN  g:6947
IPNI  6097-1

Айыу баланы (рус. жимолость, лат. Lonícera) — тура баҫып, үрмәләп йә ергә йәйелеп үҫә торған ҡыуаҡтарҙан; айыу баланы ғаиләһенең типлы ырыуынан. Латинса атамаһы немец математигы, физигы һәм ботанигы Адам Лоницер (1528—1586) исеменән алынған, ә башта уны Карл Линней каприфоль тип атарға йыйынған булған (Caprifolium, сөнки Европала тап бына ошо төр -айыу баланы каприфоль үҫтерелә торған булған[3].

Баҡса айыу баланы еләге

Төньяҡ ярымшарҙа һәр ерҙә тиерлек осрай. 190 төрө билдәле, күберәк Гималайҙа һәм Шәрҡи Азияла үҫә. Рәсәйҙә ҡырағай 14 төрө бар.

Ботаник үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәскәләре эре генә, аҡ, алһыу, һарғылт йә зәңгәрһыу. Япраҡ төптәрендә йә суҡтарҙың осонда икешәр булып урынлаша.

Емештәре лә парлы, ҡайһы саҡ ҡушар булып үҫә.

Ашарға яраҡлы төрө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырағай төрө республикабыҙҙа ла үҫә, ул ҡыҙыл еләкле һәм ағыулы. Айыу баланының ашарға яраҡлы төрҙәре лә күп, хәҙер уны беҙҙә баҡсаларҙа үҫтерә башланылар. Оҙонса еләктәренә, әйтерһең, көртмәле менән мышар тәме ҡушылған, тиресәһе лә көртмәле төҫөндә. Ҡыуаҡтан ғына алып ҡапҡанда әллә ни тәмле лә түгел кеүек, әсерәк. Әммә шәкәр йәки бал менән – хәтәр шәп! Етмәһә, ул июнь башында уҡ, башҡа еләктәрҙән алда, бешеп тә етә. Ҡайнатма ла, компот та әҙерләргә була унан, ә ойотҡан-ҡатыҡ, кефир менән шунда уҡ ҡына бына тигән файҙалы, тәмле ризыҡты табынға ҡуйып була.



Ырыуҙа 200 төр бар[4] Ҡайһы бер төрҙәре:

Ҡайһы бер сорттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аш-һыуҙа ҡулланылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойотҡан-ҡатыҡ менән баллы эсемлек

2 кешелек: 2 балғалаҡ бал йәки 4 балғалаҡ шәкәр 100 г айыу баланы 2 стакан ҡатыҡ ( ойотҡан) йә кефир

Еләктәрҙе иҙеп ҡатыҡҡа ҡушабыҙ, бал йә шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә ныҡ итеп болғатабыҙ.

  1. 1,0 1,1 1,2 По данным сайта GRIN (см. карточку растения).
  2. 2,0 2,1 Entry for Lonicera L. (ингл.). NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0 (Sept 24, 1997). Дата обращения: 29 ноябрь 2010. Архивировано 3 июнь 2012 года.
  3. Айыу баланы (Lonicera). Айыу баланы ғаиләһенән. Энциклопедия декоративных садовых растений. Дата обращения: 12 февраль 2010. Архивировано 19 февраль 2012 года.
  4. По данным книги «Флора СССР» (см. раздел Литература).
  5. В базе GRIN ранг данного вида понижен до подвида Lonicera caerulea var. edulis Turcz. ex Herder
  6. Жимолость 2010 йыл 1 июль архивланған. на сайте ГНУ НИИ садоводства Сибири имени М.А. Лисавенко 2013 йыл 21 июнь архивланған.
  7. Савинкова Н. В., Гагаркин А. В. Жимолость на Бакчарском опорном пункте северного садоводства, этапы работы и некоторые итоги. // Материалы конференции "Состояние и перспективы развития культуры жимолости в современных условиях".
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «Айыу баланы» мәҡәләһе бар