Белоруссияның рельефы
Белоруссияның рельефы | |
Дәүләт | Беларусь |
---|---|
Белоруссияның рельефы Викимилектә |
Белоруссия рельефы, дөйөм алғанда, тигеҙлектән тора, бейеклеге Балтик диңгеҙе кимәленән 80 метрҙан 345 метрға тиклем тирбәлә.
Дөйөм характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беларусь Республикаһы Көнсығыш-Европа тигеҙлегендә урынлашҡан. Белоруссия территорияһының рельефында яҫы һәм һөҙәк-тулҡынлы тигеҙлектәр һәм уйһыулыҡтар, төрлө ҙурлыҡтағы һәм конфигурациялы йылға үҙәндәре өҫтөнлөк итә. Абсолют бейеклеге 345 метрҙан (Минск ҡалҡыулығындағы Дзержин тауы) Литва сигенә яҡын Немунас үҙәнендә 80 метрға тиклем тирбәлә. Белоруссияның диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 160 м.
Территорияның яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил иткән ҡалҡыулыҡтарҙың күпселеге илдең көнбайыш һәм үҙәк өлөштәрендә урынлашҡан һәм абсолют бейеклеге 200 метрҙан 300 метрға тиклем етә.
Рельеф барлыҡҡа килтереүсе булып башлыса дүртенсе осор ултырмалары тора (башлыса боҙлоҡтар алып төшкән тау тоҡомо өйөмө (морена), боҙлоҡ ағымы һәм боҙлоҡ күлдәре). Уларҙың ҡеүәте бер нисә метрҙан алып 300 метрға тиклем һәм унан да күберәк (уртаса 7580 м) тирбәлә. Денудацион үҙгәреү (ашалыуы, емерелеүе) дәрәжәһе, рельефтың морфологик үҙенсәлектәре һәм йәше төньяҡтан көньяҡҡа табан үҙгәрә.
Рельефтың формалашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белоруссияның рельефын формалаштырыуҙа боҙлоҡтар хәл иткес факторы булып тора. Белоруссия территорияһы һуңғы 500—600 мең йыл дауамында кәм тигәндә 5 боҙланыу кисерә. Боҙлоҡтар Белоруссия биләмәһенә башлыса Скандинавиянан килә. Иң оҙайлыһы — Белоруссияның бөтә территорияһын биләгән Днепр боҙланыуы. Һуңғы боҙланыу — Белорус Күлдәр буйында (Поозерье); 10 мең йыл самаһы элек сигенә һәм Белоруссияның төньяғын ғына биләй.
Боҙлоҡ ташыған боҙлоҡ ятҡылыҡтары морена тип атала. Белоруссияла морена ятҡылыҡтары ҡомдан һәм балсыҡтан, ҡырсынташтан тора. Боронғо боҙлоҡтар убалар, ҡалҡыулыҡтар, теҙмәләр һәм тигеҙлектәр барлыҡҡа килтергән. Рельефтың мореналы формалары Төньяҡ Һәм Үҙәк Белоруссияға хас: Белорус теҙмәһе, Витебск ҡалҡыулығы, Браслав теҙмәһе һәм башҡалар. Ирегән боҙло һыуҙар ағымы менән һыу-боҙло (флювиогляциаль) тигеҙлектәр һәм уйһыулыҡтар барлыҡҡа килгән, мәҫәлән, Үҙәк Березина тигеҙлеге. Уларҙың өҫтө башлыса ҡом ҡатламдарынан тора, яҫы һәм йомшаҡ тулҡынлы, йыш ҡына һаҙлыҡлы. Боҙлоҡ ирегәндән һуң, ҙур боҙлоҡ яны күлдәр барлыҡҡа килә. Хәҙер уларҙың урынында күл-боҙлоҡ уйһыулыҡтары (мәҫәлән, Полоцк уйһыулығы).
Белоруссияның хәҙерге рельефы формалашыуының тағы бер факторы — йылғаларҙың эшмәкәрлеге. Улар йылға үҙәндәрен барлыҡҡа килтерә. Ҙур йылғаларҙың үҙәндәренең киңлеге бер нисә километр тәшкил итә. Иң киң үҙән Полесье йылғаһында, мәҫәлән, Припять үҙәненең киңлеге 75 километрға етә.
Хәҙерге рельеф тәбиғи генә түгел, антропоген факторҙар йоғонтоһонда ла үҙгәрә. Файҙалы ҡаҙылмалар табылған урындарҙа карьерҙар, ә буш тоҡом өйөмөнән террикондар (мәҫәлән, Солигорск эргәһендә калий етештереү ҡалдыҡтары) барлыҡҡа килә.
Геоморфологик районлаштырыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белоруссияның физик-географик районлаштырыуы | ||
А. Ҡатнаш урмандар зонаһы
|
Б. Киң япраҡлы урмандар зонаһы
|
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мацвееў А. В., Нечыпарэнка Л. А. Рэльеф Беларусі // Беларуская энцыклапедыя: У 18 т. Т. 18. Кн. 2: Рэспубліка Беларусь (белор.) / Рэдкал.: Г. П. Пашкоў і інш. — Мн.: БелЭн, 2004. — С. 34—40. — 10 000 экз. — ISBN 985-11-0295-4.
- Мацвееў А. В., Якушка В. П. Пра рэльеф Беларусі. Мн., 1994. 72 с.
- Геоморфология Беларуси: учеб. пособие для студ. геогр. фак. /О. Ф. Якушко, Л. В. Марьина, Ю. Н. Емельянов; под ред. О. Ф Якушко. Мн., 2000. 172 с.
- Матвеев А. В., Гурский Б. Н., Левицкая Р. И. Рельеф Белоруссии. — Мн.: Университетское, 1988.
- Фізічная геаграфія Беларусі: вучэб. дап. для студ. геагр. фак. / пад рэд. Б. М. Гурскага, К. К. Кудло. — Мн., 1995. 192 с.