Бопутатсвана
| |||||
Гимн: «Lefatshe leno la bo-rrarona» | |||||
Рәсми тел | Тсвана, африкаанс, Инглиз теле | ||||
Баш ҡала | Ммабато | ||||
Эре ҡалалар | Сан-Сити, Ммабато | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы/Бантустан | ||||
Президент | Лукас Мангопе | ||||
Территория • Бөтәһе |
40 км² | ||||
Халыҡ • Һаны () • Халыҡ тығыҙлығы |
2 000 000 чел. 50 чел./км² | ||||
Валюта | Көньяҡ Африка рэнды |
Бопутатсвана — апартеид осоронда Көньяҡ Африка Республикаһында барлыҡҡа килгән бантустан (негрҙар өсөн резервация). Дәүләткә 1977 йылда нигеҙ һалына. Сискей һәм Венда кеүек башҡа бандустандарҙы иҫәпкә алмағанда, халыҡ-ара йәмғиәт тарафынан танылмаған.
Апартеид сәйәсәте һөҙөмтәһендә Көньяҡ Африка Республикаһында барлыҡҡа килә. Энтик яҡтан бандустан бер милләтле, тсвана халҡы вәкилдәре йәшәй. тсвана теле, инглиз һәм африкаанс телдәре менән бер рәттән рәсми тел булып иҫәпләнә.
Географияһы һәм иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ете анклавтан тора. Файҙалы ҡаҙылмаларҙың күп булыуы арҡаһында барлыҡ бантустандарҙан иң байы. Атап әйткәндә, платинаны экспортлау ҙур табыш килтерә. Шулай уҡ ванадий, хром, асбест, гранит сығарыла. Һөрөлгән ерҙәр дәүләттең бөтә майҙанының 10 % самаһын ғына биләй.
Бантустан шулай уҡ уйын бизнесында аҡса эшләгән. Көньяҡ Африка Республикаһы биләмәһендә уйын бизнесы һәм фәхишәлек тыйылғанға күрә, кешеләр 1977 йылда Лас-Вегастың урындағы аналогы асылған Сан-Ситиға күңел асырға барған.
Beach Boys, Queen, Black Sabbath, Фрэнк Синатра, Элтон Джон, Сара Брайтман, Клифф Ричард, Лео Сейер, Хулио Иглесиас, Лайза Миннелли, Род Стюарт һ.б. кеүек билдәле башҡарыусылар сығыш яһаған. Шул уҡ ваҡытта күп кенә артистар концертта уйнауҙан баш тартҡан, Том Джонс, мәҫәлән: «Әлегә был илдә ҡара халыҡ иҙелгәндә, күп кенә концлагерҙы хәтерләткән бантустар булғанда, мин Көньяҡ Африка Республикаһы сиген үтмәйем», - тигән.
Ликвидация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1994 йылда, Нельсон Мандела һәм Фредерик де Клерк апартеид сәйәсәтен кире ҡағыу тураһында һөйләшеп килешкәндә, Бопутатсвана президенты Лукас Мангопе бантустанды Көньяҡ Африка Республикаһына ҡушыуҙан баш тарта. Әммә унда сыуалыштар башлана, төрлө төркөмдәрҙең көрәше һөҙөмтәһендә граждандар һәләк була башлай һәм, армия президентҡа буйһонмай башлай. Бопутатсван армияһы президентты бантустандан ҡасырға мәжбүр итә. Тиҙҙән ойошторолған ваҡытлыса хөкүмәт Көньяҡ Африка Республикаһы составына кире ҡайтырға ризалаша.