Бүре утрауы
Бүре утрауы | |
укр. Бирючий Остров | |
Дәүләт | Украина |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Херсон өлкәһе |
Урын | Азов диңгеҙе |
Оҙонлоҡ | 20 km |
Киңлек | 5 km |
Бүре утрауы Викимилектә |
Бүре утрауы (укр. Бирю́чий О́стрів) — көньяҡта, Федотов морононоң киңәйтелгән өлөшөндә, Азов диңгеҙенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Федотов морононоң тар төньяҡ өлөшө менән бергә Бүре утрауы Утлюк ҡултығын барлыҡҡа килтерә. 1929 йылда Федотов морононоң төньяҡ өлөшөнән тар боғаҙ менән айырыла.
Ҡоро ерҙән өлкәнең төп территорияһы менән тура бәйләнеше булмаһа ла, Украинаның Херсон өлкәһенә ҡарай, уларҙы Утлюк ҡултығы айырып тора.
Морон оҙонлоғо яҡынса 20 км (11 диңгеҙ миле), иң ҙур киңлеге — 5 км. Морондоң төньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыш ярҙарында бер нисә һай бухта һәм лиман урынлашҡан. Ҙур булмаған суднолар йыш ҡына морондоң көньяҡ-көнбайыш осонда бухталарҙа — Рыбачий бухтаһында (төньяҡ бухта) һәм Маячный (көньяҡ) бухтаһында туҡтай, ул судноларға төньяҡ-көнсығыш елдәренән.иң яҡшы ышыҡ урын булып тора.
Морондоң көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш яры буйлап тәрәнлеге 5 метрҙан кәм булған һай урындар ята.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морон территорияһында Аҙау-Сивашский милли тәбиғәт паркы (элекке Аҙау-Сивашский ҡурсаулығы) урынлашҡан.
Көньяҡ-көнбайыш морондоң осонда Бүре маягы төҙөлгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп кенә табыштар буйынса ғалимдар ҡасандыр был морон әйләнә тирәһендә батша скифтары йәшәгән тип иҫәпләй. Бәлки, тап ошо морон беҙҙең эраға тиклем 1-се мең йыллыҡта ҡайһы бер скиф тәңкәләрендә һүрәтләнгән.
Атамаһы (рус телендә «Волчий остров») «Бүре утрауы» тип тәржемә ителә.
Топографик карталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лист карты L-36-71 Новый Азов. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1990 г.
- Лист карты L-36-70 Геническ. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1991 г.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русев И. Т. Пестицид ДДТ как провоцирующий фактор активизации паразитарной экосистемы туляремии на острове Бирючий 2017 йыл 13 ғинуар архивланған. // Экосистемы, их оптимизация и охрана. 2011. Вып. 4. С. 144—156. [1] 2017 йыл 13 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бирючий Остров // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Пункт призначення №14. Бирючий острів, Генічеський район Херсонської області (укр.). LB.ua (30 июль 2014). Дата обращения: 30 июль 2014. 2014 йыл 1 август архивланған.(укр.). LB.ua (2014-07-30). 30 июль 2014 тикшерелгән.