Эстәлеккә күсергә

Бәхтийәр Ҡанҡаев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәхтийәр Ҡанҡаев
Зат ир-ат
Тыуған көнө XVIII быуат
Тыуған урыны Оло Аҡа, Мәсетле районы
Һөнәр төрө полководец

Бәхтийәр Ҡанҡаев (ҡайһы берҙә Бәхтийәр Ҡанаев йәки Ҡаныҡаев; тыуған һәм үлгән ваҡыты билдәһеҙ) — хәрби эшмәкәр, 1773-1775 йылдарҙағы Рәсәйҙәге Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында Е. И. Пугачевтың көрәштәше, «баш полковник», Ҡаҙан губернаһында улус старшинаһы[1].

Крәҫтиәндәр һуғышына тиклемге тормошо хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Себер даруғаһындағы[2] Ҡошсо улусының Аҡа ауылында йәшәгәне һәм мишәрҙәрҙән булғаны билдәле, әммә этник сығышы буйынса һәм Крәҫтиәндәр һуғышындағы роле тураһында әлегә тиклем бәхәстәр бар[3].

1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1773 йылдың декабрь Бәхтийәр Ҡанҡаев Пугачев ғәскәрҙәренә[4] ҡушыла һәм Кама йылғаһының уң ярында ихтилал ойоштора. 1774 йылдың июнендә Пугачев бойороғо буйынса баш күтәреүселәрҙең төп армияһын тулыландырыу өсөн отрядтар булдыра. Һуғыш дауамында Ҡанҡаев Көңгөр, Өфө һәм Ҡазан өйәҙдәрендә, шулай уҡ Красноуфимск ҡәлғәһендә хәрәкәт итә, төньяҡ башҡорт ерҙәрендә халыҡты мобилизациялау менән әүҙем шөғөлләнә[5]. «Полковник» дәрәжәһен биреү датаһында ла аныҡлыҡ юҡ[6].

Батша итеп үҙен иғлан иткән Пугачевтың бойороҡтарын үтәп, Ҡанҡаев ғәскәрҙәрҙең Красноуфимскиҙән Ҡаҙанға табан хәрәкәт итеүен тәьмин итә, ғәскәрҙәрҙе тулыландыра, разведкалар үткәрә, күперҙәр төҙөй, йылға аша сығыу урындарын һаҡлай. Ҡанҡаевтың әүҙемлеге һәм етеҙлеге арҡаһында Пугачев ғәскәрҙәренә Кама буйлап үтеүгә уңайлы шарттар тыуҙырыла һәм артабан Ҡаҙанды яулап алыуға булышлыҡ итә. Июль урталарында, Ҡаҙан тирәһендәге алыштар башланған саҡта, Ҡанҡаев Пугачев ғәскәрҙәренең тылдарын һаҡлай, карателдәр командалары менән арьергард алыштары алып бара. Пугачев ғәскәрҙәре Ҡаҙан янында еңелгәндән һуң (1774 йылдың 12-15 июлендә) һәм уларҙың ҡалдыҡтары Волганың уң яҡ ярына сигенгәс, Бәхтийәр үҙ отрядтары менән Кама яғына сигенә һәм 1774 йылдың июль аҙағына тиклем көрәшен дауам итә. Шул уҡ йылдың авгусында Ҡанҡаев үҙенең армияһының ҡалдыҡтары менән Рыбная Слобода янында оҙайлы һуғыштарҙан һуң еңелеүгә дусар була[комм. 1], бер нисә арҡалаштары менән ҡаса һәм хәбәрһеҙ юғала. Эҙләүҙәр бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[7].

Пушкиндың «Пугачев тарихы» архив әҙерләмәләрендә Пугачев ставкаһының 1774 йылдың 13 июнендәге ике төп нөсхә документында Бәхтийәр телгә алына [комм. 2]:

  • Пугачевтың указы[комм. 3], указға ярашлы Бәхтийәр Ҡанҡаевҡа һәм поход старшинаһы Йәрмөхәмәткә "Оло армияны " тулыландырыу өсөн урыҫтарҙы һәм башҡорттарҙы йыйырға, ә үҙҙәренә — "яуыз йәндәргә ҡаршы торорға һәм ҡаршылаусыларҙы юҡ итергә " бойорола.
  • Баш күтәреүсеүләрҙең Хәрби коллегияһы тарафынан яҫауыл Сәлих Нәурыҙовҡа бирелгән юл таныҡлығы (әлеге указ менән Нәурыҙов өс казак оҙатыуында Бәхтийәр Ҡанҡаевҡа йүнәлтелә)[8].
  • Т. А. Миңнуллин, тарихи драма «Бәхтийәр Ҡанҡаев», 1974.
  1. По другой версии: у деревни Зюри.
  2. Можно предположить, что эти уникальные документы попали к Пушкину от лицейского его приятеля М. Л. Яковлева, который в начале 1830-х годов состоял членом комиссии сенатора С. Ф. Маврина, разбиравшей в Петербургском архиве старых дел материалы Казанской секретной комиссии.
  3. Ермухаммет Кадырметев, он же Яркей Мухамет Кадерметев (1721 — не ранее 1776) — ясачный татарин деревни Ижболдиной Казанского уезда. В октябре 1773 года поступил писарем в отряд Бахтиара Канкаева. Участвовал в боевых действиях в Закамье и Прикамье. Дослужился до походного старшины.
  1. [ Канкаев Бахтиар] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Энциклопедия Башкирии → БАХТИЯР КАНКАЕВ
  3. Кулбахтин Н. М. Башкирские вожди крестьянской войны 1773—1775 годов. — Т. 1. — Уфа: Издательство Башкирского гос. университета, 2005. — С. 160.
  4. Султанбеков Б. Ф., Хузин Ф. Ш. История Татарстана. — Тарих, 2001. — С. 170.
  5. Сидоров А. Л. Исторические записки. — Т. 58. — М.: Издательство Академии наук СССР, 1956. — С. 235.
  6. Татары — история в документах. — Приволжское книжное издательство, 1998. — С. 78.
  7. Зинуров Р. Н. Башкирские восстания и индейские войны — феномен в мировой истории. — «Жильем», 2001. — С. 439.
  8. Пушкин А. С. ПСС. — Т. IX. — С. 689—691.
  • Салават Юлаев: Энциклопедия. Бахтияр Канкаев, 54-55 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
  • Воззвания и переписка вожаков Пугачёвского движения в Поволжье и Приуралье. — Ҡалып:Каз., 1988. — С. 390.
  • Документы ставки Е. И. Пугачёва, повстанческих властей и учреждений. 1773—1774 гг. — М., 1975. — С. 443.
  • Давлетбаев Б. С. Большая Ока. История села. — Уфа, 1992.