Бөрсәләр
Бөрсәләр (лат. Siphonaptera — бор. грек. σίφων — насос, ἄπτερον рус. Блохи — ҡан һурыусы ҡанатһыҙ бөжәктәр отряды. Ҡоштар һәм имеҙеүселәрҙең күп төрҙәренең ваҡытлы паразитлары.
Төрлө сығанаҡтар буйынса, донъя фаунаһында 1050 -нән алып 1800 -гә төр бѳрсә һанала. Улар араһында кеше (Pulex irritans), бесәй һәм эт (Ctenocephalides felis һәм Ct. canis), ваҡ имеҙеүселәр (Ceratophyllus penicilliger, C. turbidus, Leptopsilla bidentata), ҡош бөрсәләре (Ceratophyllus gallinae, C. styx, C. hirundinis) бар.
Ҙурлығы 3-тән алып 7 мм-ға ҡәҙәр. Һарынан алып ҡуйы ҡоңғорт төҫкә ҡәҙәр. Кәүҙәһе ян-яҡтан ҡыҫылған, ныҡ хитинланган, күп һанлы төктәр һәм нескә сәнскеләр менән ҡапланған һәм хайуан йөндәре, ҡош ҡаурыйҙары араһында йөрөргә яйлашҡан. Ҡанаттары юҡ. Башында бер пар ябай күҙе (борсадарҙың ҡайһы берҙәре һуҡыр), өс быуынлы бер пар мыйыҡсаһы бар, ауыҙ аппараты ҡаҙап һурыуға яраҡлашҡан. Өс күкрәк сегментына өс пар аяҡ ялғана. Артҡы пар аяҡтары оҙонораҡ һәм улар һикереүгә яйлашҡан. Ҡан менән генә туйына. Инә бѳрсәләр кеше һәм хайуандар йәшәй торған урындарҙа 0,5 мм ҙурлыҡтағы оҙонса түңәрәк аҡ күкәй һала. Ояла 3-тән алып 5-кә ҡәҙәр күкәй була (бѳрсәләр үҙ ғүмерендә 450-гә ҡәҙәр күкәй һала ала). Уларҙан етлеккән бѳрсә тиҙәктәре (сөнки уларҙа органик ҡалдыҡтар һәм эшкәртелеп бөтмәгән ҡан була) менән туйыныусы хәрәкәтсән селәү һымаҡ личинкалар сыға. Үҫеш процессында личинкалар өс тапҡыр ҡабыҡтарын алыштыра, үҫештең һуңғы стадияһында ау ҡуҙаһы менән сорналған хәрәкәтһеҙ ҡурсаҡҡа әйләнәләр. Бѳрсәләрҙең ғүмер оҙонлоғо бер нисә айҙан 3 йылға тиклем.
Бөрсәләр — түләрәмә, талпан энцефалиты, сальмонеллёз, пастереллёз, бруцеллёз һ.б. ауырыуҙарҙы таратыусылар.
Сығанаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы. Ҡазан, 2008 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сазонов О. Н. Блохи // Переносчики возбудителей природноосаговых болезней. М., 1962;
- Назарова И. В. Блохи Волжско-Камского края. М., 1981.
Был энтомология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |