Эстәлеккә күсергә

Витрувий

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Витрувий
лат. Marcus Vitruvius Pollio
Тыуған көнө

б. э. т. 80

Вафат көнө

б. э. т. 15

Витрувий
лат. Marcus Vitruvius Pollio
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ Боронғо Рим
Тыуған ваҡыттағы исеме лат. Marcus Vitruvius Pollio
Римский преномен Марк[d]
Римское родовое имя Vitruvius[d]
Римский когномен Pollio[d]
Тыуған көнө б. э. т. 80
Тыуған урыны Римская республика[d]
Вафат булған көнө б. э. т. 15
Древнеримский род Vitruvia gens[d]
Туған тел Латин теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Латин теле
Һөнәр төрө архитектор, яҙыусы
Әүҙемлек урыны Италия[2]
Эшмәкәрлек йылдары Б. э. т. I быуат[3]
Эра Рим империяһы һәм поздняя Римская республика[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли сәнғәт галереяһы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Marcus Vitruvius Pollio
 Витрувий Викимилектә

Марк Витру́вий Поллио́н (лат. Marcus Vitruvius Pollio; б.э.т. I быуат ) — Рим архитекторы һәм механигы, энциклопедист ғалим[4].

Леонардо да Винчи Витрувий кешеһе (1492).

Әлеге мәлгә тик ырыу исеме генә (номен) билдәле — Vitruvius. Исеме (преномен) Марк һәм ҡушаматы (когномен) Поллион яҡынса ғына билдәле, сөнки күпселек биографик мәғлүмәттәрҙең сығанағы булып тик Витрувийҙың үҙенең хеҙмәттәре тора.

Фараз ителеүенсә, Римдың ирекле гражданы булараҡ Кампанияла тыуа. Архитектура буйынса белем ала. Юлий Цезарь етәкселегендәге граждандар һуғышында хәрби машиналар эшләүҙә ҡатнаша. Һуңыраҡ, хәрби инженер булараҡ, үҙ аллы баллисталар һәм башҡа ҡамау ҡоралдары эшләү менән шөғөлләнә. Витрувий ғәмәлгә ашырған проекттар араһында Фанолағы базилика һәм Рим акведугы конструкцияһы айырыуса мөһим һанала.

Витрувий шулай уҡ пропорциялаштырыу буйынса эргономик система авторы булып тора, һуңынан был система рәсем сәнғәтендә һәм архитектурала «Витрувий кешеһе» тигән атама менән таралыу таба. Витрувий ҡараштарының нигеҙендә Ғаләмдең һәм кешенең төҙөлөшөндә һанлы законсалыҡтарҙың һәм пропорциялар нисбәттәренең универсаль объектив ҡиммәттәре тураһындағы фекер ята, уныңса, биналар төҙөгәндә лә, машиналар эшләгәндә лә шуға таяныу зарур[5]. Витрувийҙың вафатының датаһы билдәле түгел (йәғни иҫән сағында хеҙмәттәре танылыу тапмағандыр, тип уйларға нигеҙ бар).

«Архитектура тураһында ун китап»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Китаптың 1936 йылғы баҫмаһының тышы

«Архитектура тураһында ун китап» (лат. De architectura libri decem) трактаты, Витрувий үҙе билдәләгәненсә, — ул мәлгә латин телендә архитектура буйынса берҙән-бер китап. Китап ярҙамы өсөн рәхмәт йөҙөнән император Августҡа бағышлана. Фән тарихсыһы Н.Д. Моисеев раҫлауынса, трактат б. э. т. 13 йылда яҙылған[6].

Автор трактатта грек һәм рим архитектура ғилеме тәжрибәһен дөйөмләштерә, юл ыңғайы ҡала төҙөлөшө, инженер-техник мәсьәләләр, төҙөлөш оҫталығының ҡулланма ҡағиҙәләре һәм художестволы ҡабул итеү принциптары йыйылмаһын да ҡарай. Һөҙөмтәлә трактат үҙ заманының техник белемдәре энциклопедияһы тип ҡабул ителә[4].

Бер нисә шәхестән (Фронтин, Фавентин, Плиний Өлкән) башҡа, Витрувийҙың хеҙмәте замандаштары араһында фекерҙәр уятмай. Күрәһең, сәбәбе теманың тар белгестәрҙе генә ҡыҙыҡһындырғанлығындалыр.

Трактат Урта быуаттарҙа билдәле була, тексы төрлө телдәрҙә яҙылған 80-дән ашыу манускрипт табылған. Иң иҫкеһе 996 йыл менән билдәләнгән, ул Британия музейына ҡуйылған (Harley 2767). Әммә хеҙмәт Яңырыу осоронда киң таралыу ала.

Йыш ҡына был хеҙмәтте табыуға итальян Яңырыуы башланыуын бәйләйҙәр. Һис шикһеҙ, Витрувийҙың «Архитектура тураһында ун китабы» Яңырыуҙың үҫешенә йоғонто яһаған, әммә уның сәбәбе була алмаған (китаптар Урта быуаттарҙа ла билдәле була). Киреһенсә, архитектурала ла антиклыҡ менән ҡыҙыҡһыныу бик көсәйгән осорҙа берҙән-бер һаҡланып ҡалған антик автор иғтибарһыҙ ҡалмағандыр[7]. 1486—1492 йылдарҙа гуманист Поджо Браччолини тарктатты Италияла беренсе тапҡыр баҫтырып сығара (асыҡлау талап ителә, сөнки Браччолини  1459 йылда вафат була). Витрувийҙың трактатын архитекторҙар XV быуаттан башлап XIX быуатҡа тиклем өйрәнә.

Витрувий архитектура теоретиктарынан беренсе булып архитектураның барлыҡҡа килеүе тураһында гипотеза әйтә. Ул алтын урталыҡ проблемаһын теория менән ғәмәлиәт араһына ҡуя, эстетиканың төп төшөнсәләрен, бинаның һәм кешенең үлсәмдәре нисбәтлелеген тасуирлай, тарихта беренсе булып биналарҙың музыкаль акустикаһы мәсьәләһен тикшерә. Теге йәки был кимәлдә Витрувий теорияһы XIX быуатҡа тиклем әһәмиәтен һаҡлай.

Витрувий архитектураның нигеҙ ташы булған алты принципты билдәләй:

  1. Ordinatio (системалылыҡ, тәртип, ордер) — архитектураның дөйөм принциптары, күләм формалаштырыу нигеҙҙәре (quantitas), пропорциялар нигеҙҙәре, үлсәмдәрҙең нисбәте нигеҙҙәре (modulus) тасуирлана. Бында данлы Витрувий триадаһы килтерелә: архитектура эйә булырға тейешле өс сифат — firmitas ( конструкция ныҡлығы), utilitas (файҙалылыҡ), venustas (матурлыҡ).
  2. Dispositio (урынлашыу, нигеҙ) — арауыҡты ойоштороу нигеҙҙәре, проект нигеҙҙәре һәм уларҙың төп өс һыҙмала сағылышы һүрәтләнә: ichnografia (ҡаттың планы), ortografia (һыҙма) һәм skenografia (перспектива күренеше).
  3. Eurythmia — күркәм пропорциялар табыла, композиция өйрәнелә.
  4. Symmetria — был категорияға көслө антропоморфизм боҫҡан. Кеше кәүҙәһенең өлөштәренә (танау, баш) нигеҙләнгән модулгә баҫым яһала.
  5. Decor — был категория декорация менән генә сикләнмәй һәм ордерлы системалылыҡты һүрәтләй.
  6. Distributio — категория объектты иҡтисади ҡулланыуҙы тасуирлай.

«Механик таһыллыҡты» «теория һәм ғилемлелек» менән берләштереп кенә эш-ғәмәлдәрҙә ҙур уңышҡа өлгәшергә мөмкин тип һанап, Витрувий трактатында машиналар теорияһына ҙур әһәмиәт бирә, уға трактатының «Механика нигеҙҙәре» тигән унынсы китабын бағышлай[8]. Был китап — ҡулланма механика буйынса ҡыҫҡаса әсбап, унда ауырлыҡ күтәреү өсөн төрлө механизмдар тасуирлана, ҡағиҙәләр һәм төҙөлөш буйынса рецептар бирелә. Уҡыусыларға был механизмдарҙың эшләү принцибын аңлатҡан Витрувий, статиканың кинематик йүнәлешенә таянып, рычагтың тигеҙлеге мәсьәләһен ҡарай[9]. X китаптың һигеҙенсе бүлегендә Витрувий ул ҡараған машиналарҙың эш итеү теорияһын һүрәтләй[8].


  • 1547 йылда Парижда трактаттың французсаға тәржемәһе баҫыла (Жан Мартен тәржемәһе).
  • «Loeb classical library» серияһында хеҙмәт 2 томда Грейнджер тәржемәһендә сыға (№ 251, 280).
  • «Collection Budé» серияһында хеҙмәт издано 10 айырым китап итеп нәшерләнә (2009 йылда баҫтырылып бөтә).

Руссаға тәржемәләре:

  • Перро К. Сокращённый Витрувий, или Совершенный архитектор. — М., 1789.
  • Трактатты беренсе тапҡыр руссаға В. Баженов һәм Ф. Каржавин 17921797 йылдарҙа әйләндерә.[10][11]
  • Марк Витрувий Поллион об архитектуре. С примеч. г. Перо. / Пер. с фр. и прим. В. Баженова. — СПб., 1790—1797. Кн. 1-2. 1790. 230 с. Кн. 3. 1792. 136 с. Кн. 4. 1793. 122 с. Кн. 5. 1794. 159 с. Кн. 6. 1794. 96 с. Кн. 7. 1795. 86 с. Кн. 8. 1796. 75 с. Кн. 9. 1797. 79 с. Кн. 10. 1797. 208 с.
  • Витрувий Марк Поллион. Десять книг об архитектуре / Пер. Ф. А. Петровского. — М.: Изд-во Всес. Академии архитектуры, 1936. — Т. 1. — 331 с. — (Классики теории архитектуры).
    • Ҡабаттан баҫыу: Марк Витрувий Поллион. Об архитектуре. / Пер. Ф. А. Петровского. (Серия «Из истории архитектурной мысли»). — М., Едиториал УРСС. 2003. — 320 с. — 960 экз.
  • 2000 йылда — баҫма В. Л. Глазычев эшкәртеүендә сыға, ISBN 5-484-00192-7.

Марк Витрувий Поллион исеме 1935 йылда Айҙың күренгән яғындағы кратер бирелгән.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118627252 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. RKDartists (нидерл.)
  3. Чешская национальная авторитетная база данных
  4. 4,0 4,1 Боголюбов, 1983
  5. Боголюбов, 1983, с. 104
  6. Моисеев, 1961
  7. Pavel Vlček.  Dějiny architektury renesance a baroka. — 1. — Praha: Česká technika - nakladatelství ČVUT, 2006. — ISBN 80-01-03407-0.
  8. 8,0 8,1 Моисеев, 1961, с. 34
  9. Рожанская, 1976, с. 25
  10. Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона.
  11. Большая советская энциклопедия.
  • Боголюбов А. Н.  Математики. Механики. Биографический справочник. — Киев: Наукова думка, 1983. — 639 с.
  • Веселовский И. Н.  Очерки по истории теоретической механики. — М.: Высшая школа, 1974. — 287 с.
  • <i id="mw4g">Лебедева Г. С.</i> Новейший комментарий к трактату Витрувия «Десять книг об архитектуре». — М.: УРСС, 2003. — 160 с. — 650 экз.
  • <i id="mw5g">Михайлов Б. П.</i> Витрувий и Эллада: Основы античной теории архитектуры. — М.: Стройиздат, 1967. — 280 с.
  • Моисеев Н. Д.  Очерки истории развития механики. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1961. — 478 с.
  • Рожанская М. М.  Механика на средневековом Востоке. — М.: Наука, 1976. — 324 с.