Гейдар Алиев һәйкәле (Баҡы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гейдар Алиев һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 10 май 2005
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Булдырыусы Михаил Ногин[d] һәм Щербаков Салауат Александрович
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза, гранит[d] һәм баҡыр иретмәһе[d]
Бейеклеге/буйы 5,2 метр
Карта
 Гейдар Алиев һәйкәле (Баҡы) Викимилектә

Гейдар Алиев һәйкәле (әзерб. Heykəli Heydər Əliyevin) — Баҡыла Әзербайжандың өсөнсө президенты Гейдар Алиевҡа ҡуйылған һәйкәл. Авторҙары — Рәсәй скульпторы Салауат Щербаков һәм Михаил Ногин. Алиев һәйкәле ингән архитектура комплексы 2005 йылдың 10 майында, Гейдар Алиевтың туыуыуна 82 йыл тулғанда, Гейдар Алиев исемендәге һарай алдындағы скверҙа асыла. Тантанала Әзербайжан президенты Илһам Алиев, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, парламент депутаттары, илдең йәмәғәтселек, шулай уҡ Баҡыла аккредитацияланған дипломатик корпус вәкилдәре ҡатнаша[1].

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комплексты Мәскәүҙең баш рәссамы, архитектор Игорь Воскресенский етәкселегендәге Рәсәй архитекторҙары төркөмө эшләй. Һәйкәл төҙөләшә тураһында Воскресенский РИА «Новости»ға биргән интервьюһында былай тип белдерә:

« Гейдар Алиев — это не просто человек, а государственный деятель, создавший по сути на собственных плечах азербайджанское государство, и большой ответственностью являлось создать атмосферу, настроение комплекса, передать качество этого человека.[1] »

Һәйкәлде скульпторҙар Салауат Щербаков менән Михаил Ногин эшләй. Щербаков һүҙҙәре буйынса, уны эшләү өсөн «иң традицион булған, мәңгелек материалдар — гранит һәм бронза ҡулланыла, ә һәйкәл үҙе Мәскәүҙә әҙерләнә»[1].

Щербаков билдәләүенсә, «был Әәзербайжан төҙөүселәре менән Мәскәү рәссамдары, скульпторҙары һәм архитекторҙарының берлектәге ижади эше». Бынан тыш, авторҙаштарҙың береһе Мехрибан Алиева (президент Илһам Алиевтың ҡатыны) була. Ул варианттарҙы һайлай һәм үҙенең кәңәштәрен бирә. Щербаков уны коллективтың тулы ағзаһы һәм, хатта, етәксеһе тип атай[1].

Постаментты һәм обелискыларҙы эшләүгә бетонһыҙ һур күләмле гранит ҡулланыла. Һәйкәлдең дөйөм бейеклеге — 12 метр самаһы. Фигураның үҙенең генә бейеклеге — 5 метрҙан ашыуыраҡ, ә күтәрелгән ҡулы менән бергә — 6 метр самаһы[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]