Эстәлеккә күсергә

Говард Лавкрафт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Говард Филлипс Лавкрафт
Howard Phillips Lovecraft
Тыуған урыны:

Провиденс
(Род-Айленд, АҠШ)

Вафат булған урыны:

Провиденс
(Род-Айленд, АҠШ)

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, шағир, журналист

Ижад йылдары:

1897—1908, 1917—1936

Жанр:

мистика, Лавкрафт ҡурҡыныстары, фэнтези, готик әҙәбиәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

инглиз

Го́вард Фи́ллипс Ла́вкрафт (ингл. Howard Phillips Lovecraft, 1890 йылдың 20 авгусы, Провиденс, Род-Айленд, АҠШ — 1937 йылдың 15 марты, шунда уҡ) — Америка яҙыусыһы, шағир һәм журналист, хоррор («ҡот осҡос»), мистика һәм фэнтези жанрҙарын үҙенә генә хас рәүештә берләштереп ижад иткән. Ктулху тураһындағы мифтарға нигеҙ һалыусы. Үҙе иҫән саҡта Лавкрафт киң танылыу яулай алмаған, бер китабы ла сыҡмаған. Дан уға үҙе үлгәндән һуң ғына килә. Хәҙер Лавкрафт иң бөйөк американ яҙыусылары рәтендә телгә алына. Уның ижады шул тиклем үҙенсәлекле, хатта әҫәрҙәрен «Лавкрафт ҡурҡыныстары» тигән айырым жанр бүлегендә ҡарайҙар. «Ҡот осҡос әҙәбиәткә нигеҙ һалыусы» тип тә атайҙар.

Тормош һәм ижад юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лавкрафт Провиденс ҡалаһында (АҠШ-тың Род-Айленд штаты) тыуған. Ул коммивояжер Уилфрид Скотт Лавкрафт һәм Сара Сьюзан Филлипс Лавкрафттарҙың ғаиләһендә берҙән-бер бала була. Говардҡа ике йәш булғанда, атаһын психиатрия дауаханаһына һалалар, ул унда биш йылдан һуң үлә. Лавкрафтты әсәһе, апалары, олатаһы тәрбиәләп үҫтерә. Олатаһының ҙур китапханаһында ул классик әҙәбиәт менән таныша. Бынан тыш ул готик сәсмә әҫәрҙәр һәм ғәрәп әкиәттәре менән ҡыҙыҡһына. Лавкрафт вундеркинд була: ике йәшендә шиғырҙар ятлай, ә алты йәшенән үҙе яҙа башлай. 6 — 8 йәшендә Лавкрафт бер нисә хикәйә яҙа, уларҙың күбеһе һаҡланмаған. 14 йәшендә ул тәүге етди әҫәрен — «Мәмерйәләге януар» хикәйәһен ижад итә. Бала саҡтан буласаҡ әҙип ҡурҡыныс төштәр күрә. Ярылы ҡанатлы йән эйәләре уны һауаға күтәреп «ерәнгес Лэнг яйлаһына» алып киткәндәр. Яҙыусы күп әҫәрҙәрендә ошо төштәрендәге кисерештәрҙе ҡуллана. Мәҫәлән, «Дагон» — шундай төштәрҙең береһе. Уянғанда Лавкрафт бөтөнләй аҡылдан яҙған кеүек була, әммә төштө яҙып алырға үҙендә көс таба.

Бала саҡында Лавкрафт йыш ауырыған һәм уҡырға һигеҙ йәшендә генә барған, мәктәпте тамамлай алмаған. 1904 йылда Говард Лавкрафттың олатаһы Уиппл Ван Бурен Филлипс донъя ҡуя, шул арҡала ғаилә ныҡ ярлылана, улар шул уҡ урамдағы бәләкәсерәк йортҡа күсенергә мәжбүр була. Говардты күсенеү ҙур хәсрәткә төшөрә, ул хатта үҙенә ҡул һалыу тураһында ла уйлап ҡуя.

Лавкрафт бала саҡта уҡ фантастика яҙған, ә һуңғараҡ шиғриәт һәм эссеға күскән. Был жанрға ул 1917 йылда ғына әйләнеп ҡайта. «Дагон» уның иң тәүге баҫылып сыҡҡан әҫәре була, 1923 йылда «Серле хикәйәләр» («Weird Tales») журналында донъя күрә. Лавкрафт күп кеше менән хатлаша, шул иҫәптән уның яҙышыусылары араһында Роберт Блох һәм Роберт Говард та булған. Г. Лавкрафттың әсәһе лә, атаһы кеүек үк, көндәрен психиатрия дауаханаһында тамамлай.

1919—1923 йылдарҙа Лавкрафт әүҙем ижад итә, ошо йылдар эсендә 40-лап хикәйә яҙа (шул иҫәптән авторҙашлыҡта). 1924 йылда Лавкрафт Соня Гринға өйләнә һәм улар Нью-Йоркка күсенә. Ундағы тормош Лавкрафтҡа оҡшамай, бер нисә йылдан ғаилә тарҡала, яҙыусы тыуған ҡалаһына ҡайта. Провиденста ул Барнс-стрит, 10 адресы буйынса 1933 йылға тиклем Виктория дәүеренә ҡараған ҙур ағас йортта йәшәй. Был осор әҙиптең ғүмерендә иң емешлеһе була. Лавкрафтың төп әҫәрҙәре, шул иҫәптән «Ктулху саҡырыуы» ла, тап ошо ваҡытта яҙыла.

Ижади уңыштарына ҡарамаҫтан, Лавкрафт ярлылана бара. Ул бәләкәй йортҡа күсенә. Роберт Говардтың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы Лавкрафтҡа ныҡ тәьҫир итә. 1936 йылда уға эсәк яман шеше диагнозы ҡуялар. Говард Филлипс Лавкрафт 1937 йылдың 15 мартында Провиденста донъя ҡуя.

Лавкрафтҡа Эдгар По, Амброз Бирс, Артур Мейчен, Элджернон Блэквуд кеүек яҙыусыларҙың ижады тәьҫир иткән. Әммә Лавкрафт — тик үҙенә генә хас ҡурҡыныс донъяны уйлап сығарған әҙип. Ул үҙ хикәйәләрендә йыһан аллалары пантеонын барлыҡҡа килтерә. Ктулху, Йог-Сотот, Дагон һәм башҡа яуыз аллалар, меңәр йыллыҡ йоҡоларынан уянып, кешелекте ҡот осҡос яҙмышҡа дусар итәсәк… Яҙыусының ижадында «Некрономикон» («Үлеләр китабы») ҙур урын алып тора. Был китапты, йәнәһе, аҡылдан яҙған ғәрәп Абдулла Әл-Хәҙрәд яҙған. Был һәм башҡа китаптарҙа кеше белергә тейеш булмаған серҙәр яҙылған була. Әҫәрҙәрҙә «Үлеләр китабы» менән яҡындан танышыу, уны асыу, әҙ генә өлөшөн уҡыу ҙа герой өсөн аҡылдан яҙыу, һәләкәт менән тамамлана. Был китаптар тураһында ентекле һөйләнелмәй, автор уларҙы ҡурҡыныс солғаныш булдырыу өсөн телгә ала. Лавкрафтың әҫәрҙәрендә ваҡиғалар, ғәҙәттә, Американың тын һәм бәләкәс кенә ҡалаларында бара. Иң ҡурҡыныс нәмәләр тын урындарҙа була, тип һанаған яҙыусы.

«Ктулху саҡырыуы» хикәйәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйә 1926 йылда яҙылған. 1926 йылда Лавкрафт Нью-Йорктан Провиденсҡа ҡайта һәм киләһе ике йыл уның ижадында иң емешле осор була. Был хикәйәһендә Лавкрафт ошоға тиклем «Дагон», «Исемһеҙ ҡала», «Байрам» хикәйәләрендә кәүҙәләнеш тапҡан мифологик күренеште тәүге тапҡыр төҙөк һәм тулы рәүештә тәҡдим итә.

Был әҫәрендә тәүге тапҡыр Лавкрафт уйлап сығарған алла Ктулху пәйҙә була. Тиҫтәнән ашыу телгә тәржемә ителгән. 2005 йылда кино төшөрөлә.

Хикәйә үҙ-ара бәйләнешле өс өлөштән тора. Ул Ктулху аллаһы менән бәйле тикшереүҙәр үткәргән Бостон ҡалаһы кешеһе Френсис Терстон яҙмалары рәүешендә бирелгән.

Балсыҡта һынландырылған дәһшәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡиғалар Ктулху аллаһы төшөрөлгән сәйер барельеф тирәләй бара. Хикәйәсе үҙенең ике туған бабаһы профессор Энджелдың әйберҙәре араһында балсыҡ барельеф табып ала. Барельефты Уилкокс исемле скульптор ярым төш хәлендә эшләгән булған. Уны был мәлдә циклопик ҡалалар хаҡында галлюцинациялар эҙәрлекләй. Был ваҡытта ошондай һаташыуҙар күптәрҙе яфалай, улар араһында, тәү сиратта, рәссамдар, скульпторҙар, архитекторҙар, йәғни нескә тойоусы кешеләр була. Иртәгәһенә Уилкокс үҙенең ижад емешен профессорға илтә. Был барельеф 1907 йылда Яңы Орлеанда полиция дини секта ағзаларынан тартып алған һынға оҡшаған булып сыға.

Инспектор Леграсс һөйләүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе өлөштә инспектор Леграсс тарихи симпозиумда Ктулху аллаһына табынған сектанан таш һын тартып алыуҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләй. Сектаның йолалары аҙғын һәм Алланы яманлаған тип һүрәтләнә. Урындағы халыҡ был сектаның типтереүҙәренән бик ҡурҡҡан, унда кешене ҡорбанға килтереү — ғәҙәти күренеш, тип һөйләгән. Бер нисә ер биләүсе юғалғас, кешеләр полицияға мөрәжәғәт итә. Полиция күп секта ағзаларын ҡулға ала һәм уның эшмәкәрлеге туҡтатыла. Әммә һорау алыу йүнле һөҙөмтә бирмәй, сектанттар аҡыл кимәле түбән кешеләр булып сыға, ни бары үҙҙәренең культының дөрөҫлөгөн тәҡрарлайҙар. Симпозиумға йыйылған тарихсыларҙы иң аптыратҡаны — был сектанттар ҡабатлаған һүҙҙәр була: «Пнглуи мглунафх Ктулху Р’лайх угахнагл фтагн». Яҡынса тәржемәһе «Үҙ йортонда, Р’лайх ҡалаһында үле Ктулху үҙ сәғәтен көтөп йоҡлай». Кастро исемле сектант һөйләүенсә, Ктулху йондоҙҙар билдәле бер тәртипкә теҙелгәс уянасаҡ. Шундай уҡ һүҙҙәрҙе симпозиумда ҡатнашыусы ғалим тикшергән бер эскимос ҡәбиләһе лә ҡулланған булып сыға.

Диңгеҙҙән ҡалҡҡан дәһшәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йохансен — капитандың икенсе ярҙамсыһы, тағы ла ун диңгеҙсе менән бергә «Эмма» шхунаһында рейста була. Дауыл ваҡтында улар юлдан яҙа һәм юлбаҫарҙар карабына осрай. Юлбаҫарҙар матростарға кире боролорға бойора, әммә улар тыңламай, алышҡа инә. "Эмма"ның командаһы еңеп сыға, ләкин караптары яраҡһыҙға әйләнә, улар пираттарҙың яхтаһына күсергә мәжбүр була. Һуғышта капитан, уның беренсе ярҙамсыһы, бер матрос һәләк була. Йохансен етәкселекте үҙенә ала. Яхтала диңгеҙселәр ҡурҡыу һәм ерәнеү тыуҙырған сәйер тораташ табалар. Был Яңы Орлеанда сектанттарҙан алынған һынға оҡшаған бот була. Диңгеҙселәр юлдарын дауам итә һәм ниндәйҙер утрау-ҡалаға барып етә, был Р’лайх булып сыға. Ҡоттары осһа ла, улар был ҡаланы ҡарап сығырға була. Утрауҙың геометрияһы ғәҙәтәгенән айырыла, хатта диңгеҙ һәм ерҙең горизонталь яҫылыҡта икәнен дә аныҡ ҡына әйтеп булмай. Команда бик ҙур бер ишеккә барып етә. Уға яҡынайғас, ишек бик үк вертикаль түгел булып күренә. Кешеләр ишекте асып ҡарайҙар, әммә булдыра алмайҙар, матростарҙың береһе уға менә башлай. Шул ваҡыт ишек асылып китә һәм унан ҡот осҡос һәм һаҫыҡ нәмә сыға. Был бөйөк Ктулху йоҡоһонан уянған була. Һигеҙ диңгеҙсенең икеһе шунда уҡ ҡото алынып үлә, тағы өсәүһен был ҡурҡыныс зат йота. Береһе бинаның мөйөшөнә эләгә, уны ниҙер һурып ала. Ике кеше генә яхтаға барып етә, уларҙың берәүе ҡурҡыныстан аҡылынан яҙа һәм бер нисә көндән үлә. Тик Йохансен ғына үҙ аҡылында ҡала, ҡасып ҡотола алмаҫын аңлағас, ул Ктулхуны төрттөрә, ләкин ул тиҙ арала терелә башлай, шулай ҙа карап йыраҡ китеп өлгөрә. Бер нисә көндән Р’лайх ҡабат һыу аҫтына китә, кешеләрҙе яфалаған ҡот осҡос төштәр ҙә бөтә. Хикәйәсе, был ваҡиғалар тураһында белгәс, үҙенең оҙаҡламай был ҡараңғы дингә табыныусылар тарафынан үлтереләсәге тураһында борсола, Ктулхуның тағы килеүе хаҡында уйламаҫҡа тырыша.

Был хикәйәһе 1917 йылда яҙылған һәм башланғыс осор ижадына ҡарай. 2001 йылда шул уҡ исемдә фильм сыға (режиссеры Стюарт Гордон).

Бөтә хикәйә — ҡурҡыныс Балыҡ-алла Дагонды күргән кешенең үлем алдынан яҙған хаты. Тымыҡ океанда уның карабы немецтарға әсиргә эләгә, әммә бер нисә көндән етерлек аҙыҡ-түлек, һыу алып, кәмәлә ҡасып китә ала. Бер нисә көн ул караптар ҙа, ер ҙә күрмәй йөҙә лә йөҙә. Бер төн герой ҡурҡыныс төш күрә, ә уянып китһә, ул кәмәһенән ситтәрәк батҡыл, ҡара һаҙҙа батып бара. Тирә-яғында сереп бөткән балыҡ һөйәктәре, түҙеп торғоһоҙ һаҫыҡ еҫ. Был, күрәһең, диңгеҙ төбө күтәрелеү арҡаһында барлыҡҡа килгән утрау була. Өс көндән һаҙ ҡорой һәм хикәйәсе алыҫта күренгән убаға табан атлай. Уба артында тарлауыҡ була, ул унда төшә һәм боронғо, серле яҙмалар менән сыбарланған бағана күрә. Шул мәлдә көтөлмәгәндә һыу аҫтынан Дагон килеп сыға һәм бағананы ҡосаҡлай. Бындай ҡот осҡос күренештән герой, ни эшләгәнен дә аңламайынса, аңлайышһыҙ телдә ҡот осҡос йырҙар һуҙып, утрауҙан кәмәһендә йөҙөп китә, бер нисә көндән уны американдар карабы табып ала һәм Сан-Францискоға алып ҡайта. Ошонда ул аңына килә. Хикәйә аҙағында кеше, теге утрау, ҡот осҡос боронғо алла күренешенән аҡылдан яҙып, тәҙрәнән ташланып һәләк була.

Иң билдәле һәм әһәмиәтле әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дагон
  • Кәшәнә
  • Ултар бесәйҙәре
  • Ҡурҡыныс ҡарт
  • Исемһеҙ ҡала
  • Мөртәт
  • Герберт Уэст — үлеләрҙе терелтеүсе
  • Диуарҙағы ҡомаҡтар
  • Байрам
  • Ктулху саҡырыуы
  • Чарльз Декстер Уорд менән булған хәл
  • Серле Кадатты илереп эҙләү
  • Башҡа донъялар төҫө
  • Данвичтағы ҡот осҡос хәл
  • Көмөш асҡыс
  • Хыялыйлыҡ тауҙары
  • Иннсмут өҫтөндәге күләгә
  • Ҡараңғыла шыбырлаусы
  • Юггот бәшмәктәре (шиғырҙар шәлкеме)