Эстәлеккә күсергә

Грузияның Милли банкыһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грузияның Милли банкыһы
საქართველოს ეროვნული ბანკი
Урынлашыуы

Грузия Грузия, Тбилиси

Асылыу датаһы

1991 йыл

Президенты
(рәйесе)

Георгий Кадагидзе[1]

Валюта

Грузин лариһы

Резервтары

2,781 млрд доллар (2017 йылдың февраленә ҡарата)[2]

Базв иҫәп
ставкаһы

6,75%[3]

Веб-сайт

nbg.gov.ge[4]

Тышҡы һүрәттәр
Здание Национального банка Грузии

Грузияның милли банкыһы (груз. საქართველოს ეროვნული ბანკი) — Грузияла[5] үҙәк банк. Грузияның Милли банкыһы 1991 йылда СССР Дәүләт банкыһының Грузия Республикаһы банкыһы нигеҙендә төҙөлә.

Грузияның Милли банкыһы 1919 йылда барлыҡҡа килә, ә 1991 йылда — Советтар Союзы тарҡалғандан һуң — бойондороҡһоҙ институт булараҡ эшләй башлай. Ул ваҡытта Грузия Юғары Советы ҡарары менән Совет финанс-кредит структураһы нигеҙендә Грузияның Милли банкыһы ойошторола[6].

Грузияның бойондороҡһоҙ үҙәк банкыһы рәсми рәүештә «Грузин Республикаһының Милли банкыһы тураһындағы» Закон нигеҙендә, 1991 йылдың авгусында ойошторола, Шулай уҡ Үҙәк банкының монетар сәйәсәт өлкәһендәге эшмәкәрлегенең төп аспектын билдәләүсе «Грузия Республикаһының аҡса-кредит көйләүе тураһындағы» Закон ҡабул ителә.

Милли банкының бөгөнгө статусы Грузия Конституцияһы тарафынан аныҡланған. Конституцияның 95-се статьяһына ярашлы, Милли банк үҙ эшмәкәрлегендә бойондороҡһоҙ. Милли банкының бурыстары һәм хоҡуҡтары, уның эшмәкәрлек тәртибе һәм бойондороҡһоҙлоҡ яуаплылығы Грузия Парламентының 1995 йылдың 23 июнендә ҡабул ителгән «Милли банк тураһындағы» Органик закон тарафынан билдәләнә.

Милли банкының статусы Грузия Конституцияһы менән билдәләнгән. Конституцияның 95-се статьяһына ярашлы, Милли банк үҙ эшмәкәрлегендә бойондороҡһоҙ.

Йыл һайын аҡса-кредит һәм валюта сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен билдәләүсе Милли банк башҡарма власть һәм Грузия Парламенты ҡыҫылышынан азат.

Хоҡуҡтары һәм бурыстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли банкының хоҡуҡтары һәм бурыстары Грузия Парламентының 1995 йылдың 23 июнендә ҡабул ителгән «Милли банк тураһындағы» закон менән билдәләнә.

Төп хоҡуҡтары һәм бурыстары:

  • аҡса-кредит һәм валюта сәйәсәтен булдырыу,
  • банк күҙәтеүен булдырыу,
  • монетар һәм финанс секторҙары менән идара итеүҙе атҡарыу,
  • милли валюта һәм тотороҡло хаҡтарҙы һатып алыу һәләтенә ярҙам күрһәтеү
  • аҡса-кредит системаһының һөҙөмтәле эшмәкәрлеген тәьмин итеү,
  • башҡа илдәрҙең милли банкылары менән үҙ-ара бәйләнеш булдырыу.