Эстәлеккә күсергә

Давид IV Төҙөүсе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Давид IV Төҙөүсе
დავით IV აღმაშენებელი
Давид IV Төҙөүсе
Грузия батшаһы
1089 — 1125
Алдан килеүсе: Георгий II (Грузия батшаһы)
Дауамсы: Деметре I
 
Дине: Православие, Грузин православие сиркәүе
Тыуған: 1073({{padleft:1073|4|0}})
Кутаиси, Грузия батшалығы
Үлгән: 24 ғинуар 1125({{padleft:1125|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тбилиси, Грузия батшалығы
Ерләнгән: Гелат монастыры
Нәҫел: Багратиондар
Исеме: груз. დავით IV აღმაშენებელი
Атаһы: Георгий II (Грузия батшаһы)
Әсәһе: Элене
Ҡатыны: 1) Русудан
2) Гурандухт
Балалары: улы: Деметре I
 
Автограф:

Дави́д IV Төҙөүсе (груз. დავით IV აღმაშენებელი, Давиҭ IV Агмашенебели) (1073 — 24 ғинуар 1125) — Багратион династияһынан Грузия батшаһы (1089—1125).

Ул идара иткән йылдарҙа грузин кенәзлектәре үҙәкләштерелгән дәүләткә берләшкән.

Батша һарайы кешеләре, Азнаур юғары ҡатламына электән ҡаршы кешеләр, сәйәси түңкәрелеш ойошторған. Георгий II батша, үҙе лә бик ҡарт булмаған көйө, дәүләт эштәренән ситләшергә һәм үҙенең ун алты йәшлек улы Давидты тәхеткә ултыртырға мәжбүр булған, (1089).

1096 йылда (1099 йыл) батша сәлжүк солтанына һалым түләүҙе туҡтатҡан, һәм был хәрби хәрәкәттәр башланыуына сәбәпсе булған. Давид IV ултыраҡтарҙағы һуғышсылар һәм хәрби хеҙмәт дәүерендә батшанан ер алған һәм хеҙмәт итеп туҡтаған азнаурҙарҙан яңы армия төҙөй башлаған.

Шул уҡ ваҡытта батша эре азнаурҙарҙың башбаштаҡлығына ҡаршы ҡәтғи көрәш асҡан. 1093 йылда Давид IV иң ҡеүәтле феодалдарҙың береһе булған клдекар эриставы Липарит Багвашиҙы ҡулға алған. 1097 йылда Давид IV уны Грузиянан ҡыуып ебәргән, ә бөтөн мөлкәтен үҙенеке тип иғлан иткән.

1092 йылда Коний солтаны Мәлик шах I вафат булған. Шунан һуң мәрхүмдең ағай-энеһе һәм улдары араһында низағлашыу һуғышҡа саҡлы барып еткән. Был көрәштә провинциялар хакимдары — әмир һәм атабәктәр әүҙем ҡатнашҡан.

XI быуатта Тәре походтары башланған. 1097 йылда тәре йөрөтөүселәр Кесе Азияла һәм Сүриәлә төрөк-сельджуктарҙы уңышлы ҡыҫырыҡлағндар, ә 1099 йылда Фәләстанды һәм Иерусалимды баҫып алғандар.

Тәре йөрөтөүселәрҙең уңышы тәьҫирендә рухланған Византия шулай уҡ сәлжүктәргә ҡаршы эффектив саралар күргән. Шулай итеп, тышҡы сәйәси ваҡиғалар Грузия файҙаһына булған, хәҙер инде ул мосолмандарға ҡаршы көрәштә яңғыҙ булмаған.

Эрети-Кахетиҙы ҡушыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрети-Кахети грузин провинцияһы, сәйәси айырымланған булыуы менән файҙаланып, грузин батшаларынан бойондороҡһоҙ булып ҡалған. Давид бындай хәлде туҡтатырға ҡарар иткән, һәм урындағы идара итеүселәр араһында тарфдарҙар тапҡан.

1104 йылда юғары идаралыҡ вәкиле — азнаур Кавтар туғанының балалары Аришиан һәм Барам ярҙамында батшаға Эрети-Кахети идарасыһы Агсартанды тотоп алып килгән. Давид IV батша Эрети-Кахетиҙы яулап алған.

Гандза өлкәһенең сәлжүк атабәге, батшаны Эрети-Кахети биләмәләренән ҡыуып ебәрергә теләп, ашығыс рәүештә походҡа йыйынған. 1104 йылда Эрцухи эргәһендәге ҡаты алыш грузиндарҙың еңеүе менән тамамлана.

Сәлжүктәр менән һуғыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1110 йылда грузин ғәскәрҙәре Самшвилде ҡалаһын һәм ҡәлғәһен яулап алған. Бынан һуң сельджуктар, ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеп тормайынса, Түбәнге Картлиҙың күп өлөшөн ҡалдырған. 1115 йылда мосолмандарҙы Руставиҙан да ҡыуып сығарғандар, ә Тбилиси грузин ҡәлғәләре менән уратып алынған булған.

1117 йылда батша Давид IV Эретиҙа урынлашҡан сик буйындағы Гиши ҡалаһын яулап алған. Көньяҡ Грузияла ла сәлжүктәр батша отрядтары менән ҡаты алыштарҙа шулай уҡ күп тапҡырҙар еңелеүгә дусар ителгән. 1118 йылда грузиндар дошмандан әрмән ҡәлғәһе Лориҙы һуғышып тартып алғандар.

1121 йылғы Дидгор ҡаты һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батша Давид IV Төҙөүсе Сәлжүк империяһының төрөк-уғыҙҙарына ҡаршы көрәштә Борчалы һәм уға яҡын ятҡан өлкәләргә 40 мең һуғышсынан торған ҡыпсаҡ урҙаһын, йәғни, белгес-медиевистар иҫәпләгәнсә, ғаилә ағзалары менән бергә барыһы 200 меңгә яҡын кешене саҡырып килтергән һәм урынлаштырған[1]. Тағы ла билдәләп китергә кәрәктер, Давид батша IV, хандың ҡыҙына өйләнеп, һәм ҡыпсаҡтар менән туғанлашҡан[2].

Давид батшаның тарихсыһы «иҫ киткес күп итеп алып килде, һәм ҡайныһы ағай-энеһе менән юҡҡа хеҙмәт итмәнеләр, һәм ҡыпсаҡтарҙы юҡҡа ғына күсереп килтермәгән, сөнки улар ҡулы менән Фарсыстандың бөтөн көсөн ҡыйратты һәм бөтөн батшаларға ҡурҡыу һалды …» тип яҙған[3]

Ул эпохала Грузия өсөн ислам динен ҡабул иткән уғыҙҙар төп ҡурҡыныс сығанағы булған, улар яһаҡ алыу һәм ваҡыты-ваҡыты һөжүм итеү менән генә сикләнмәгән: Давид IV батшаның боронғо грузин йылъяҙмасыһы яҙғанса «һәр көҙ һайын төрөктәр Сомхити аша (Әрмәнстан) киләләр[4] бөтөн күскенселәре менән киләләр, ә аҙаҡ бында ултыраҡ тормошҡа күсәләр», ә шулай уҡ «Кура йылғаһы яры буйлап, Тбилисиҙан Барда ҡалаһына (Әзербайжан) саҡлы[5]». Һәм «уларҙың һаны шул тиклем күп булған, хатта: „Унда бөтөн төрөктәр төрлө яҡтан йыйылған,“ тип әйткәндәр. Бер кем дә, хатта солтан да, уларға, ҡайҙа теләй, шунда йәшәп китеүҙе тыя алмаған». Ә грузин батшаһының «ҡалалар һәм ҡәлғәләрҙе һаҡлау түгел, хатта үҙенең дружинаһын да ҡурсаларға» ғәскәре етмәгән. Һәм «башҡа юл ҡалмағас», йылъяҙмасы һүҙҙәре буйынса, 1118 йылда батша Давид IV «ҡыпсаҡтарҙы саҡырырға ҡарар иткән»[6]

1120 йылда сельджуктарҙың Ҡаф тауы артындағы ҡалған биләмәләренә поход башланған. Баҫып алыусыларҙы күрә алмаған Ширвандың ерле халҡы грузиндарға әүҙем ярҙам иткән. Давид IV Кабала ҡалаһын яулаған. Ширван хөкөмдары грузин батшаһының вассалы булып киткән, ә ҡыйратылған сельджуктар ярҙам һорап Иранға мөрәжәғәт иткән.

1121 йылдың авгусында Дидгор ҡаты алышы булған. Давид дошмаға ҡаршы барған һәм дошман көстәрен тулыһынса йәйелдерә алмаҫлыҡ урында уны алышты ҡабул итергә мәжбүр иткән. Һуғыш эске Картлиға алып бара торған юлда, башлыса Дидгориҙың тирә-яғында барған. Бында, тарлауыҡта, дошман үҙенең һан яғынан өҫтөнлөгөн файҙалана алмаған һәм аяуһыҙ ҡырылыуға дусар ителгән. Дошмандың бик ҙур ғәскәренең бик аҙ өлөшө генә ҡыйратылыуҙан ҡотолоп ҡалған.

Дидгор ҡаты һуғышында грузин ғәскәре, башында Мосул һәм Алеппоның атабәге Нур-ад-дин Ильгази ибн Ортук торған, мосолман хакимдары коалицияһының күп һанлы ғәскәрен ҡыйратҡан.

Артабанғы походтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1122 йылда Давид IV Тбилисиҙы азат иткән һәм унда Кутаисиҙан баш ҡаланы күсергән, Тбилиси Грузияны баш ҡалаға әйләндәргән. Грузин баш ҡалаһы, дүрт йөҙ йыл дауамында ситтәр ҡулында булған Тбилиси эмиратына хәҙер тағы ла Грузия эйә булған.

Ҡаты ҡыйратылыуға дусар булған сельджуктар көрәштән баш тартмаған. 1123 йылда солтан яңы поход ойошторған Ширванға һөжүм иткән, Шәмәхә ҡалаһын баҫып алған, ширван хөкөмдарын ҡулға алған һәм грузин батшаһына янау тулы ҡурҡыныс хат ебәргән.

Тиҙҙән Ширванға грузин ғәскәре килеп еткән, ләкин солтан алыштан ситләшкән һәм илдән киткән. Батша Давид IV башта элекке хөкөмдарҙың хоҡуғын тергеҙгән, ләкин 1124 йылда был өлкәне Грузияға ҡушырға кәрәклекте таныған. Ширвандың ҡәлғәләрендә һәм ҡалаларында Давид IV үҙенең эретсыларҙан һәм кахетиндарҙан торған гарнизондарын ҡуйған, ә үҙенең вәкилен юғары хаким һәм «һағауыл» тип тәғәйенләгән.

1124 йылдың йәйендә батша Давид IV Триалетиҙа ял иткән. Уның янына Анисиҙан, Әрмәнстан баш ҡалаһынан, илселәр килгән. Войско Давид IV ғәскәре Әрмәнстанға килеп ингән һәм ҡаланы яулап алған. Урындағы әмир Абуль Совар һәм уның ғаиләһе әсирлеккә төшкән. Сельджуктар Шәмәхәне, Кабаланы, Анисиҙы юғалтһа ла, улар был регионда күп кенә ҡалаларға (шулар араһында Гандза һәм Двин) эйә булған.

Батша һарайы был периодта башлыса ваҡ хеҙмәткәр азнаурҙар һәм ҡала халҡының ихтыяждарын яҡлаған. Шул уҡ ваҡытта Давид IV хәрбиҙәрҙең фекерен дә иҫәпкә алған.

Ул идара иткәндә дәүләт ерҙәре фонды байтаҡҡа артҡан. Үҙенең дошмандары - эре азнаурҙарҙың ерҙәрен тартып алып, Давид уларҙы батша имениеларына (сахасо) әйләндергән. Элекке Эрети-Кахети һәм тбилиси әмиренең ерҙәре, ә шулай уҡ Картлиҙағы һәм көньяҡ-көнбайыш Грузиялағы сельджуктарҙан таҙартылған ерҙәре батша биләмәләренә әйләнгән. Батша биләмәләренә (вотчина) шулай уҡ Әрмәнстан һәм Ширван ерҙәре ҡушылған. Шулай итеп, Давид IV ҡарамағына бик ҙур ер фонды эләккән, уның был фондтан үҙенең тоғро яугирҙарына һәм вазифалы кешеләренә ваҡытлыса ҡулланыу өсөн ер бүлеү мөмкинлеге булған.

Ул дәүерҙең феодаль идеологияһы батша власының хоҙай ихтыярынан һәм сикһеҙ булыуы тураһындағы ҡәтғи идеяһын үткәргән. Тәғлимәтте яҡлаусы грузиндар, власть батшаға Хоҙай тарафынан бирелгән, һәм монарх ер йөҙөндә Алла ихтыярын тормошҡа ашыра, тип раҫлағандар. Шуның өсөн, кем батшаға ҡаршы сыға, шул Аллаға ла ҡаршы була тиелгән.

Давид батша заманында урындағы идараны эриставтар башҡарған, үҙәк идара — теге йәки был ведомствоны (хәрби, финанс, тәртип һаҡлау) етәкләгән эре вазифалы кешеләрҙән торған батша һарайы ҡулында булған. Вазифалы кешеләр батшаға кәңәш бирергә бурыслы, әммә хоҡуҡлы түгел, батша кәңәшселәре булған. Шулай араһында чкондидели-мцигнобартухуцеси — дәүләттең батшанан килә икенсе кешеһе үҙенә бер айырым хәлдә торған. Ул батшаның «атаһы», «вәзир» тип йөрөтөлгән һәм, батша яғынан тейешле мөрәжәғәт булмаһа ла, үҙ фекерен әйтергә хоҡуҡлы булған. Ил менән идара иткәндә бар ерҙә һәм һәр ҡасан чкондидел-мцигнобартухуцестың йүнәлтеүсе ҡулы тойомланған.

Баграт III осоронан башлап, Грузияла батшанан ҡала икенсе әһәмиәтле кеше, тип эристав Картли һаналған. Батша Давид IV уның хоҡуҡтарын киҫкән, мцигнобартухуцесты, «сааджо кари» юғары хөкөм учреждениеһы башына ултыртып, уның ролен көсәйткән.

Батша ихтыяры буйынса феодаль мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә һалыуға йүнәлтелгән үтенес йорто асылған. Учреждение, мтаварҙарҙың золомон, мдабиурҙарҙың буйһонмауын туҡтатып, яңы милекселәр, азнаур-мосакаргавеларҙың, мәнфәғәттәрен яҡлаған. Үтенес йорто регуляр рәүештә хөкөм эштәрен ҡараған һәм батшаның туранан-тура күҙәтеүе аҫтында торған.

XI быуатҡа тышҡы сауҙа бәйләнештәренең йүнәлеше һәм характеры алмашынған. Ил өсөн, Грузин батшалығына Тбилиси, Рустави, Шәмәхә, Аниси ҡалалары ингәнлектән, Көнсығыш менән сауҙа итеү төп әһәмиәткә эйә булған.

Грузин монетаһына ғәрәп телендә яҙып, батша мосолман илдәрендә уның йөрөшөн еңеләйткән. Бынан тыш, илдә юлдар түшәлгән, күперҙәр төҙөлгән, туҡтау йорттары һәм ҡарауан-һарайҙар һ.б. асылған.

Кутаиси эргәһендә Гелат Академияһы асылған, һәм унда дин өйрәнеүселәр, фәйләсүфтәр, тәржемәселәр һәм филологтар ҡабул ителгән. Петрицон монастырынан килгән фәйләсүф — неоплатоник Иоаннэ Петрици Давидтың үҙенә бер башҡа яҡлауы менән файҙаланған.

Руис-Урбний соборы (1103 йыл) һәм Давид IV батшаның сиркәү сәйәсәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грузин руханиҙары, файҙалана торған эре ерҙәргә, крепостнойҙарға, шулай уҡ башҡа байлыҡтарға хужа булып, халыҡтың бөтөн ҡатламдарына ла әхлаҡи баҫым яһаған. Грузин сиркәүе менән идара итеү күпселеген Давид IV тормошҡа ашырған сараларға ҡаршы торған юғары феодал фамилияларынан булған епископтар ҡулында тупланған.

Сиркәү даирәләрендә көтөлгән реформаға ҡарата төрлө фекер йәшәгән. Яугир-мдабиурҙар һәм ваҡ азнаурҙар мәнфәғәтен сағылдырған дин әһелдәре сиркәү идаралығын баҫып алған реакционерҙарға, епископ кафедраларын нәҫелдән-нәҫелгә биреү ғәмәленә ҡаршы көрәшкән.

1103 йылда Давид IV тарафынан саҡырылған Руис-Урбнис сиркәү соборы (уның ултырыштары Картлиҙа уҙғарылған) «абруйҙары булмаған көйө күтәрелгән» руханиҙарҙы сиркәүҙән ҡыуыу тураһында иғлан иткән. Шунан һуң уларҙы «ысын пастырҙар» алмаштырған. Шуның менән Давид үҙ маҡсатына ирешкән — сиркәүҙе батша власы таянысына әйләндергән.

Чкондидели-мцигнобартухуцеси вазифаһын тәғәйенләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грузин һарайында элек-электән батша канцелярияһына етәкселек иткән мцигнобартухуцеса вазифаһы булған. Ул вазифаны ғәҙәттә билдәһеҙ ҡатламдан сыҡҡан ғалим монах биләгән. Идаралыҡ эштәрен яҡшы белгән мцигнобартухуцес батшаның иң яҡын кәңәшсеһе булған һәм һарайҙа ҙур абруй менән файҙаланған.

Давид IV сиркәү эштәренә туранан-тура ҡыҫылырға хоҡуғы булмағанлыҡтан, ул тоғро администратор-монахты тәғәйенләгән, Георгийҙы, Чкондидиҙың (хәҙерге Мартвили) архиепискобы итеп тәғәйенләгән һәм батша мцигнобартухуцесы епископ-чкондидел була алырлыҡ ҡағиҙә булдырған. Шулай итеп, чкондидел-мцигнобартухуцес вазифаһы барлыҡҡа килгән. Был вазифаны биләгән кеше бер үк ваҡытта батша чиновнигы һәм юғары ранглы сиркәү пастыры бурыстарын да атҡарған.

Сәлжүктәрҙе Грузиянан ҡыуып сығарыу яңы баҫып инеүҙәрҙән азат итмәгән, сөнки күрше Ҡаф тауы илдәре (Әрмәнстан, Ширван, Рани) һаман сәлжүкәтәр ҡулында булған.

Давид IV үҙенең батшалығында Төньяҡ Ҡаф тауы, Көньяҡ Рәсәй тигеҙлектәрендә күсенеп йөрөгән ҡыпсаҡтарҙы саҡырған. Грузиндар, ҡыпсаҡтар менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булғанлыҡтан, уларҙың йолаларын һәм йәшәү рәүешен яҡшы белгән. Давид IV батшаның икенсе ҡатыны ҡыпсаҡ башлығының ҡыҙы булған.

Кенәз Владимир Всеволодович Мономах Русь биләмәләренән Төньяҡ Ҡаф тауында төпләнгән ҡыпсаҡ ҡәбиләләренең береһен ҡыуған. Давид IV батша ҡыпсаҡ ҡәбиләләре башлыҡтары менән һөйләшеүҙәр алып барған һәм уларҙы Грузияға күсергә күндергән.

Давид IV күскенселәргә ер биргән, уларҙы ултыраҡ тормошҡа күсергә дәртләндергән. Мәжүсиҙәр ваҡыт үтеү менән христианлыҡҡа ылыҡтырылған, грузин тормош тәртибенә яраҡлашҡан һәм урындағы халыҡ менән йотолған. Ҡыпсаҡ һуғышсыларынан отрядтар формалашҡан, тейешле хәрби өйрәнеү үткәс, батша арсеналдарынан ҡорал һәм батша өйөрөнән аттар алған.

Шулай итеп, Давид IV батша ҡулы аҫтында 40 000 ҡыпсаҡ һыбайлыһы тупланған. Бынан тыш, батша үҙенең йәнһаҡсылар отрядын биш мең кешегә тиклем арттырған һәм ул «монаспа» тип аталған.

Давид IV батшаның вафаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Давид IV Төҙөүсенең ҡәбере

Давид IV Төҙөүсе 1125 йылдың 24 ғинуарында вафат булған. Гелат монастыры комплексына ингән урында ерләнгән. [[Православие|Православие сиркәүе уны изгеләштергән — иҫкә алыу көнө: 26 ғинуар (8 февраль).

Константине Симонович Гамсахурдиа ҡыпсаҡ башлығы Атрактың ҡыҙы (Атрахи Шараганович) — Гурандухтҡа өйләнгәненә тиклем Давидтың Русудан тигән айырылған ҡатыны булған икән тигән мәғлүмәт тарихи яҡтан раҫланмаған, тип билдәләгән[7], ә Матфей Эдесский, XII быуат хронисы, Давидтың әрмән милләтле ҡатынынан Деметре I (Деметрий) исемле законлыулы булған тип хәбәр иткән[8].

Балалары:

  • Тамара (1155 йылда вафат булған), батша ҡыҙы, ире - ширваншаһ Бөйөк Минучихр III (1120—1160);
  • Деметре I (1093—1156), Грузия батшаһы (1125—1156);
  • Ката, батша ҡыҙы, уның ире - Алексей I Комнин императорҙың улы Исаак Комнин;
  • Русудан, батша ҡыҙы, уның ире - осетин батшаһы Давид II;
  • Георгий, батша улы.
  • Вахтанг, батша улы (Гурандухтан тыуған, ә Гурандухт ҡыпсаҡтар хөкөмдары Шаракан улы Атроктың ҡыҙы).

Давид батша исеме менән Тбилисиҙағы Давид Агмашенебели проспекты аталған.

  • Анчабадзе, Г. З. Кыпчаки в Грузии / Г. З. Анчабадзе // Проблемы современной тюркологии : материалы II Всесоюзной тюркологической конференции 27–29 сентября 1976 г., г. Алма-Ата. — Алма-Ата : Наука Казахской ССР, 1980. — 429 с. — С. 342–344.
  • ბერძენიშვილი, ნ. საქართველოს ისტორია : დამხმარე სახელმძღვანელო. 3 ტ. ტ. 1. უძველესი დროიდან XIX საუკუნის დასასრულამდე / ნ. ბერძენიშვილი, ვ. დონდუა, მ. დუმბაძე და სხვ. — თბ. : საბჭ. საქართველო, 1958. — 586 გვ.
  • ლორთქიფანიძე, მ. საქართველო XI—XII საუკუნეებში / მ. ლორთქიფანიძე. — თბ. : განათლება, 1987. — 184 გვ. — გვ. 80-118.
  • ჩხატარაიშვილი, ქ. ყივჩაყთა გადმოსახლება საქართველოში, 1118 / ქ. ჩხატარაიშვილი // ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია. 12 ტ. ტ. 10. ტიხუანა — შინდარა / მთ. რედ. ი. აბაშიძე. — თბ., 1986. — გვ. 642.
  • Golden, P. B. Cumanica I: the Quipchaqs in Georgia / P. B. Golden // Archivum Eurasiae Medii Aevi IV. — Wiesbaden : Otto Harrassowitz, 1984. — 317 p. — P. 45-87. — ISBN 3-447-08527-4.
  • Khazanov, A. M. Nomads in the Sedentary World / Ed. by Anatoly M. Khazanov and Andre Wink. — 1st ed. — [L.] : Routledge, 2001. — 295 p. — (Curzon-Iias Asian Studies). — ISBN 0-7007-1370-0.
  • Kırzıoğlu, M. F. Yukarı Kür ve Çoruk Boylarında Kıpçaklar / M. F. Kırzıoğlu; Atatürk Üniversitesi, Erzurum. — İkinci baskı. — Ankara : Türk Tarih Kurumu Basımevi, 1992. — 278 s. — ISBN 9-751-60459-1.
  • Rapp, S. H. Studies in Medieval Georgian Historiography : Early Texts and Eurasian Contexts / S. H. Rapp. — Leuven : Peeters Publishers, 2003. — 522 p. — (Corpus Scriptorum Christianorum Orientalium ; vol. 601). — ISBN 90-429-1318-5.
  • Ҡалып:Книга:Ronald Grigor Suny:The making of the Georgian nation (2)
  • Marie-Félicité Brosset, Histoire de la Géorgie depuis l’Antiquité jusqu’au s-|XIX|e, v. 1-7. Saint-Pétersbourg, 1848-58. (Lire ce livre avec Google Books: [1], [2])
  1. И. Ф. Половцы в Грузии и Владимир Мономах // Из истории украинско-грузинских связей. Ч.1. Тбилиси. 1968. С.23.
  2. Жизнеописания царя царей Давида. Перевод с древнегруз. Примечания и комментарии Ю. Насибова. // Средневековый Восток: история и современность. Под ред. З. М. Буниятова. Баку. 1990. С.134
  3. Там же. С. 134—135.
  4. то есть Армению
  5. город в современном Азербайджане
  6. Картлис Цховреба, с. 332, 335—336.
  7. Константине Гамсахурдиа. Похищение Луны. — 1964.
  8. Матфей Эдесский. Хронография. Архивировано 5 август 2012 года.

Ҡалып:Берҙәм Грузия батшалары