Эстәлеккә күсергә

Джессика Эшвуд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джессика Эшвуд
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Австралия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Австралия[1]
Тыуған көнө 28 апрель 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (31 йәш)
Тыуған урыны Дарлингхёрст[d]
Һөнәр төрө йөҙөүсе
Уҡыу йорто MLC School[d]
Масса 64 килограмм
Спорт төрө Йөҙөү[2]
Ҡатнашыусы Олимпиада уйындары 2012, Плавание на летних Олимпийских играх 2016[d], Игры Содружества 2018[d] һәм Игры Содружества 2014[d]
Бейеклеге/буйы 1,73 метр
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1125
 Джессика Эшвуд Викимилектә

Джессика Эшвуд (ингл. Jessica Ashwood; 28 апрель 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (31 йәш), Дарлингхёрст[d]) — оҙон һәм уртаса дистанцияға ирекле стиль менән махсуслашҡан Австралия йөҙөүсеһе. Олимпия уйындарының көмөш призёры, донъя чемпионатының бронза призёры.

Дджессика Эшвуд 1993 йылдың 28 апрелендә Дарлингхерста тыуған[3]. Падстоу янында йәшәй[4], өләсәһе — йөҙөү буйынса тренер[5]. Джессика Regina Coeli башланғыс мәктәбендә, MLC School урта мәктәбендә уҡый[6]

Джессика Эшвуд дүрт йәшендә йөҙә башлай. Уның яратҡан дистанцияһы ирекле стиль менән 800 метр[7]. 2012 йылда ул Джейден Хадлер, Арнамнарт Дэниел, Джеймс Магнуссенһәм Дэниел Трантер менән командала күнекмәләр ала[8]. 2009 йылдлан 2010 йылға тиклем ул Джон Шоуҙан күнекмәләр ала. Брант Бест 2010 йылдан уның тренеры була, шулай уҡ ул 2012 йылдан 2014 йылға тиклем Джессика менән эшләй. Бынан тыш Джессика Квислендта Чендлер клубына ҡушылғанға тиклем уның менән Винс Роли эшләй.

Джессика Эшвуд (һары башлыҡта) һәм Бойл Лорен (ҡара) Ҡазанда донъя чемпионатында 400 метрға ирекле стилдә финалдан һуң

2009 йылда Эшвуд Яңы Зеландия йөҙөүсеһе Фиби Уильямсты еңә һәм 800 метрға ирекле стилдә йөҙөү буйынса ярыштарҙа беренсе була[9]. Австралия үҫмерҙәр олимпия фестивалендә 2009 йылда ирекле стиль менән 800 метрға ҡатын-ҡыҙҙар араһында йөҙөүҙә Келли Маркуниҙан ҡалыша[10]. Ул ирекле стилдә 400 метрға икенсе урын ала[11].

Квинсленд штаты чемпионатында 2011 йылда 800 метрға ирекле стилдә икенсе урын яулай, еңеүсенән ете секундҡа ҡалыша[12][13]. 2011 йылда милли чемпионатта 16.14,47 һөҙөмтә менән 1500 метрға ирекле стилдә ярышып дистанцияла икенсе булып килә, был уға донъя чемпионатында милли йыйылма командаға урын тәьмин итә.[14]. 2011 йылда донъя чемпионатында йөҙөү буйынса йыйылма командала беренсе тапҡыр сығыш яһап, ул 1500 метрлыҡ дистанцияға финалға сыға алмай[15][16].

2011 йылда Тымыҡ океан бассейны юниорҙар чемпионатында ирекле стилдә 400 метрға 4.12,47 һөҙөмтә менән өсөнсө урын биләй[17]. 2012 йылдан Австралияның милли чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар араһында 800 метрға ирекле стилдә 8.27,97 ваҡыт менән икенсе урын биләй[18]

18 йәшендә[19] ул 2012 йылда Йәйге олимпия уйындарында 800 метрға ирекле стилдә йөҙөү буйынса Австралия йыйылма командаһы составына инә[20][8][21].

2015 йылда Ҡазанда донъя чемпионатында ирекле стиль менән 400 метрлыҡ дистанцияла Эшвуд бронза миҙал яулай[22].

2016 йылдың Йәйге олимпия уйындарында Эшвуд ирекле стиль менән 400 һәм 800 метрға йөҙөүҙә Австралия өсөн сығыш яһай[23]. 4 -се эстафетала 200 метрға ирекле стилдә ҡатын-ҡыҙҙар эстафетаһында көмөш миҙал яулай[24].

  1. https://www.worldaquatics.com/athletes/1005601/wd#main-content
  2. (unspecified title)Международная федерация плавания.
  3. London 2012 - Jessica Ashwood. Australia: Australian Olympic Committee. Дата обращения: 10 июля 2012. Архивировано 26 марта 2012 года.
  4. Australia Post backing our Games athletes. Canterbury-Bankstown Express (21 June 2012). Дата обращения: 12 июля 2012. Архивировано 23 июля 2012 года.
  5. London 2012 - Jessica Ashwood. Australia: Australian Olympic Committee. Дата обращения: 10 июля 2012. Архивировано 26 марта 2012 года.
  6. Australia Post backing our Games athletes. Canterbury-Bankstown Express (21 June 2012). Дата обращения: 12 июля 2012. Архивировано 23 июля 2012 года.
  7. London 2012 - Jessica Ashwood. Australia: Australian Olympic Committee. Дата обращения: 10 июля 2012. Архивировано 26 марта 2012 года.
  8. 8,0 8,1 Swimming Magnussen lands sprint double. Channel NewsAsia (22 March 2012). Дата обращения: 12 июля 2012. ;Архивировано 26 марта 2012 года. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «trainingperersn» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  9. McMurran. Swimming: St Hildas pupil ends series in style. Otago Daily Times Online News (13 июль 2009).
  10. Aussies lap up gold in AYOF swim finals. Nine MSN. 2012 йыл 31 декабрь архивланған.
  11. Australia claims more gold at AYOF. Nine MSN. 2015 йыл 12 апрель архивланған.
  12. Name: (will appear on website). Goldman blasts back to scorching best Gold Coast Sport. goldcoast.com.au (14 декабрь 2011).
  13. Seebohm getting back to her best. ABC News (Australian Broadcasting Corporation).
  14. Seebohm battles into world swim champs, The Sydney Morning Herald (3 April 2011). 12 июль 2012 тикшерелгән.
  15. Seebohm, Jones inspired by relay win. ABC News (Australian Broadcasting Corporation) (25 июль 2011).
  16. Geoff Huegill given reprieve as selection standard relaxed, The Australian. 12 июль 2012 тикшерелгән.
  17. Swimming: Kiwi grabs record-breaking gold, The New Zealand Herald (29 August 2010). 12 июль 2012 тикшерелгән.
  18. Liam FitzGibbon. Huegill comeback falls short. Fox Sports (21 March 2012). Дата обращения: 12 июля 2012.
  19. Australia Post backing our Games athletes. Canterbury-Bankstown Express (21 June 2012). Дата обращения: 12 июля 2012. Архивировано 23 июля 2012 года.
  20. London 2012 - Jessica Ashwood. Australia: Australian Olympic Committee. Дата обращения: 10 июля 2012. Архивировано 26 марта 2012 года.
  21. Swimming Magnussen lands sprint double. Channel NewsAsia (22 March 2012). Дата обращения: 12 июля 2012. Архивировано 26 марта 2012 года.
  22. Пловчиха Эшвуд: медаль ЧМ на дистанции 400 м кролем стала сюрпризом. РИА Новости (2 августа 2015). Дата обращения: 25 апреля 2021. Архивировано 25 апреля 2021 года.
  23. 2016 Australian Olympic Swimming Team selected. Australian Olympic Committee (14 апрель 2016). Дата обращения: 4 июль 2016. Архивировано из оригинала 11 октябрь 2016 года. 2016 йыл 11 октябрь архивланған.
  24. Aussie women’s relay team win silver as Katie Ledecky powers USA to gold medal, The Daily Telegraph (11 August 2016). 2 сентябрь 2016 тикшерелгән.