Доминик Кубалик
Доминик Кубалик | |||||||||||||||||||||
Позиция | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
187 см | ||||||||||||||||||||
Ауырлығы |
81 кг | ||||||||||||||||||||
Ҡулсыр |
Һул | ||||||||||||||||||||
Ҡушаматы |
Кубалдо | ||||||||||||||||||||
Гражданлығы | |||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||||||||
МХЛ драфты |
2013 йылда 7-се раундта 191-се һан аҫтында «Лос-Анджелес Кингз» клубы менән һайлана | ||||||||||||||||||||
Карьера | |||||||||||||||||||||
2011—ә.в.
| |||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | |||||||||||||||||||||
|
Доминик Кубалик (21 август 1995, Пльзень, Чехия) — Чехия хоккейсыһы, һөжүмсе. «Пльзень» хоккейының тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Милли хоккей лигаһында сығыш яһаған «Чикаго Блэкхокс» хоккей клубының уйынсыһы.
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хоккей менән Доминик үҙенең тыуған ҡалаһында «Пльзень» хоккей клубының мәктәбендә уйнай башлай. 2009/10 йылдар миҙгелендә Чехияның 16 йәштәре өсөн беренселектә ул башҡаларҙан бер йәшкә бәләкәйерәк булһа ла, 33 уйында 63 (39+24) мәрәй йыя, ә уның командаһы чемпион исемен яулай. Киләһе йылда ул 15 йәшендә Юниорҙар лигаһында 48 осрашыуҙа 65 (42+23) мәрәйгә өлгәшә. 2011/12 йылдар миҙгелендә Доминик 16 йәшендә Чехияның төп лигаһында уйнай башлай. Шунда ул 8 осрашыуҙа 1 гол керетә — лиганың тарихында гол кереткән иң йәш уйынсылар исемлегенә инә. Шул уҡ йылда Чехия йәштәр лигаһында 24 уйында 17 мәрәй йыя.
Төньяҡ Америкала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011/12 йылдар миҙгеле тамамланғас үткән Канада хоккей лигаһының импорт-драфтында Доминикты беренсе раундта дөйөм 20-се һан аҫтында «Садбери Вулвз» хоккей клубы һайлай. Тәү тапҡыр был команданың формаһын Кубалик Рәсәйҙә үткән Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогында кейә. Шунда ул 5 уйында 3 мәрәй йыя, ә уның клубы төп трофейҙы яулай. «Садбери» Канада хоккей лигаһының бүлексәһе Онтарио хоккей лигаһында сығыш яһай ине. 21 сентябрҙә Доминик тәүге уйынында уҡ ике гол керетә. 27 ғинуарҙа ул хет-трик (бер уйында өс гол керетергә) яһай. «Садбери» плей-оффта конференциялар ярымфиналында еңелә. Доминик бөтәһе был миҙгелдә 76 уйында 20 гол керетә һәм 20 һөҙөмтәле пас бирә.
2013 йылдың йәйендә Милли хоккей лигаһының драфтында Доминикты етенсе раундта дөйөм 191-се һан аҫтында «Лос-Анджелес Кингз» хоккей клубы һайлай[1]. 2013 йылдың йәйендә Рәсәйҙә донъя кубогында «Садбери» тағы ҡатнаша, һәм Доминик 4 осрашыуҙа 5 (2+3) мәрәй йыя. 2013/14 йылдар миҙгелендә «Садбери» өсөн 36 уйын үткәргәс, 2014 йылдың 9 ғинуарында «Вулвз» Доминикты «Китченер Рейнджерс» хоккей клубына алмаштыра[2]. Яңы клубы өсөн ул 23 осрашыуҙа 6 мәрәй генә йыя һәм кире Чехияға 18 йәшендә ҡайтырға була.
Чехияла карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыуған иленә ҡайтҡас, ул «Шкода Пльзень» менән өс йылға контракт төҙөй. Чехия чемпионатының даими миҙгелендә ул 35 уйында 7 мәрәй йыя. Плей-оффта «Пльзень» беренсе раунта уҡ төшөп ҡала. Йәштәр чемпионатында ул бөтәһе 20 уйында 32 мәрәй йыя. «Пльзень» командалары өсөн уйнауҙан башҡа, Доминик Чехияның беренсе һәм икенсе дивизиондарында сығыш яһаған командаларҙа арендала булып алты уйын үткәрә һәм өс мәрәй йыя. 2015/2016 йылдар миҙгелендә Кубалик тик «Пльзень» өсөн генә Чехия чемпионатында уйнай. Ул даими миҙгелдең 40 уйынында 40 (25+15) мәрәй йыя һәм 20 йәшендә чемпионатта иң мәргән уйынсы тип табыла. 2015 йылдың 14 декабрендә ул командаһы менән контрактын оҙайта. «Пльзень» Чехия чемпионатының бронза миҙалдарын еңә, ә Доминик плей-оффтың 11 уйынында дүрт мәрәй йыя. 2016/2017 йылдар миҙгелендә хоккейсы даими чемпионатта статистикаһын яҡшырта һәм 29 гол менән тағы ла иң мәргән уйынсы титулын ота. Чехия чемпионатына паралелль үткән Хоккей чемпоиндар лигаһында «Пльзень» плей-оффтың беренсе раундында уҡ еңелеп ҡала. Доминик бында алты уйында алты мәрәй йыя. Чехия чемпионатында «Пльзень» сирекфиналда көрәштән төшөп ҡала.
2016 йылдың май айында КХЛ юниорҙар йәрминкәһендә Доминикты беренсе раундта дөйөм 20-се һан аҫтында Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы һайлай. 2017 йылдың 10 май көнөндә Доминик был клуб менән ике йылға контракт төҙөй[3]. Әммә оҙаҡламай 24 августа Доминик Кубалик үҙ теләге буйынса команданан китә, йәнәһе уға составта урын табылмаҫ, ә Доминикка Олимпиадаға эләгер өсөн уйын практикаһы кәрәк[4]. КХЛ-да Доминик Кубаликка хоҡуҡтар «Салауат Юлаев» хоккей клубында ҡала. 26 августа Доминик Швейцариянан «Амбри-Пиотта» менән өс йылға контракт төҙөй[5], ә был клуб уны шунда уҡ Чехияға «Пльзень» хоккей клубына арендаға ҡайтара.
2017/2018 йылдар миҙгелендә Швейцария чемпионатында Доминик бөтәһе 35 уйында 34 мәрәй йыя. Шул уҡ ваҡытты ул «Пльзень» өсөн Чехия чемпионатының 20 осрашыуында 24 мәрәй йыйып өлгөрә. 2018/19 йылдар миҙгелендә Швейцарияла 50 осрашыуҙа 57 мәрәй йыя һәм лигала иң ҡиммәтле уйынсыһы һәм иң яҡшы һөжүмсеһе тип таныла.
Милли хоккей лигаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың 25 ғинуарында хоккейсыға МХЛ-да хоҡуҡтарҙы «Лос-Анджелес» «Чикаго Блэкхокс» командаһына алмаштыра[6]. 29 майҙа Доминик «Чикаго» менән бер йылға килешеү төҙөй.
Чехия йыйылма командаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Доминик Кубалик 15 йәшенән үк Чехияның төрлө йыйылма командаларына һәр миҙгелдә саҡырыла башлай. 2013 йылда Сочи ҡалаһында үткән юниорҙар донъя чемпионатында ул 5 уйында биш һөҙөмтәле пас бирә, тик командаһы миҙалдарға етә алмай. 2015 йылда Канадала үткән йәштәр донъя чемпионатында ул Чехия йыйылма командаһының капитаны була, тик ул биш уйында бер гол ғына керетә, ә Чехия сирекфиналда Словакияға отола. Чехия милли йыйылма командаһы өсөн Доминик тәү тапҡыр шул уҡ йылда Еврохоккейтурҙың бер этабы Карьяла кубогында уйнай. Шул тәүге осрашыуҙа уҡ ул һөҙөмтәле пас бирә. Был миҙгелдә ул йыйылма команда өсөн бөтәһе һигеҙ уйын үткәрә. Киләһе йылда ул Карьяла кубогында Чехия өсөн тәүге шайбаһын керетә, ә миҙгелдә дөйөм алғанда 10 уйында ете мәрәй йыя. Доминик 2017 йылдағы донъя чемпионатына бара ала ине. Тик баш тренер уны составҡа керетмәй. 2017/2018 йылдар миҙгелендә Еврохоккейтурҙың Карьяла кубогына Чехия йыйылма командаһына саҡырыла[7].
2018 йылдың февралендә Көньяҡ Кореяла үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында Доминик Чехия йыйылма командаһы составында ҡатнаша һәм хоккей турнирының ярымфиналына тиклем барып етә. Олимпиадала Доминик үҙ иленең төп йыйылма командаһы өсөн ҙур турнирҙа тәүгегә ҡатнаша һәм ике гол керетә. Олимпиаданан һуң Доминикты Данияла үткән донъя чемпионатына саҡыралар. Шунда ул 8 уйында 8 (3+5) мәрәй йыя, командаһы сирекфиналға тиклем етә, ә Кубалик Чехия йыйылма командаһының иң яҡшы өс уйынсылары исемлегенә инә. 2019 йылда Словакияла үткән донъя чемпионатында Доминик Чехия командаһының лидерҙарының береһе була, 10 осрашыуҙа 12 (6+6) мәрәй йыя, ә команда турнирҙа 4-се урынды яулай. 2018/2019 йылдар миҙгелендә ул Чехия йыйылма командаһы өсөн барыһы 24 осрашыуҙа ҡатнаша һәм 23 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша.
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һуңғы яңыртыу: 15 июль 2019
Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Клубта карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Штр | +/− | У | Г | П | М | Штр | +/− | ||
2009/10 | Пльзень U16 | Чехия U16 | 33 | 39 | 24 | 63 | 6 | 62 | — | — | — | — | — | — | ||
2010/11 | Пльзень U16 | Чехия U16 | 7 | 7 | 6 | 13 | 6 | 8 | 2 | 2 | 1 | 3 | 0 | -1 | ||
2010/11 | Пльзень U18 | Чехия U18 | 42 | 38 | 21 | 59 | 32 | 24 | 6 | 4 | 2 | 6 | 2 | 2 | ||
2011/12 | Пльзень U18 | Чехия U18 | 20 | 22 | 16 | 38 | 12 | 24 | 2 | 3 | 0 | 3 | 2 | -1 | ||
2011/12 | Пльзень U20 | Чехия U20 | 24 | 11 | 6 | 17 | 22 | -9 | 2 | 1 | 2 | 3 | 0 | -4 | ||
2011/12 | Пльзень | ЧЧ | 8 | 1 | 0 | 1 | 0 | -2 | — | — | — | — | — | — | ||
2012 | Садбери Вулвз | ДК | 3 | 1 | 1 | 2 | 2 | 2 | 2 | 0 | 1 | 1 | 0 | 2 | ||
2012/13 | Садбери Вулвз | ОХЛ | 67 | 17 | 17 | 34 | 25 | -3 | 9 | 3 | 3 | 6 | 4 | 0 | ||
2013 | Садбери Вулвз | ДК | 3 | 2 | 2 | 4 | 2 | 1 | 1 | 0 | 1 | 1 | 0 | — | ||
2013/14 | Садбери Вулвз | ОХЛ | 36 | 13 | 10 | 23 | 35 | 0 | Команданан китә | |||||||
2013/14 | Китченер Рейнджерс | ОХЛ | 23 | 5 | 1 | 6 | 11 | -16 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2014/15 | Пльзень U20 | Чехия U20 | 16 | 18 | 9 | 27 | 14 | 12 | 4 | 3 | 2 | 5 | 2 | 3 | ||
2014/15 | Пльзень | ЧЧ | 35 | 3 | 4 | 7 | 35 | -8 | 4 | 1 | 1 | 2 | 2 | 1 | ||
2014/15 | Гавличкув-Брод | Чехия-1 | 4 | 1 | 1 | 2 | 4 | -1 | — | — | — | — | — | — | ||
2014/15 | Клатови | Чехия-2 | 2 | 1 | 0 | 1 | 0 | — | — | — | — | — | — | — | ||
2015/16 | Пльзень | ЧЧ | 48 | 25 | 15 | 40 | 20 | 1 | 11 | 1 | 3 | 4 | 8 | 3 | ||
2016/17 | Пльзень | ЧЧ | 51 | 29 | 19 | 48 | 22 | 3 | 11 | 3 | 2 | 5 | 2 | -1 | ||
2017/18 | Амбри-Пиотта | NLA | 25 | 10 | 17 | 27 | 39 | -6 | 10 | 1 | 6 | 7 | 4 | 2 | ||
2017/18 | Пльзень | ЧЧ | 20 | 16 | 8 | 24 | 2 | 8 | — | — | — | — | — | — | ||
2018/19 | Амбри-Пиотта | NLA | 50 | 25 | 32 | 57 | 18 | 5 | 5 | 1 | 5 | 6 | 6 | -4 | ||
2019/20 | Чикаго Блэкхокс | МХЛ | ||||||||||||||
Бөтәһе Чехия U16-ла | 40 | 46 | 30 | 76 | 12 | 70 | 2 | 2 | 1 | 3 | 0 | -1 | ||||
Бөтәһе Чехия U18-ҙә | 62 | 60 | 37 | 97 | 44 | 48 | 8 | 7 | 2 | 9 | 4 | 1 | ||||
Бөтәһе Чехия U20-лә | 40 | 29 | 15 | 44 | 36 | 3 | 6 | 4 | 4 | 8 | 2 | -1 | ||||
Бөтәһе Чехия чемпионатында | 162 | 74 | 46 | 120 | 79 | 2 | 26 | 5 | 6 | 11 | 12 | 3 | ||||
Бөтәһе Швейцария чемпионатында | 75 | 35 | 49 | 84 | 57 | -1 | 15 | 2 | 11 | 13 | 10 | -2 | ||||
Бөтәһе ОХЛ-да | 126 | 35 | 28 | 63 | 71 | -19 | 9 | 3 | 3 | 6 | 4 | 0 |
Халыҡ-ара карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Команда | Турнир | Урын | У | Г | П | М | Штр | +/− | |
2013 | Чехия U18 | ЮДЧ | 7 | 5 | 0 | 5 | 5 | 14 | 1 | |
2015 | Чехия U20 | ЙДЧ | 6 | 5 | 0 | 1 | 1 | 0 | -1 | |
Бөтәһе (юниор. һәм йәш.) | 10 | 0 | 6 | 6 | 14 | 0 | ||||
2018 | Чехия | ОУ | 4 | 4 | 2 | 0 | 2 | 2 | 1 | |
2018 | Чехия | ДЧ | 7 | 8 | 3 | 5 | 8 | 0 | -1 | |
2019 | Чехия | ДЧ | 4 | 10 | 6 | 6 | 12 | 0 | 10 |
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 16 йәшкә тиклем үҫмерҙәр араһында Чехия чемпионы — 2010.
- Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогы эйәһе — 2012.
- Чехия чемпионатының бронза миҙалдары эйәһе — 2015/16.
- Чехия чемпионатында иң мәргән уйынсы — 2015/16, 2016/17.
- Швейцария чемпионатының иң яҡшы һөжүмсеһе — 2018/19.
- Швейцария чемпионатының иң күп мәрәй йыйған уйынсы — 2018/19.
- Швейцария чемпионатының иң ҡиммәтле уйынсыһы — 2018/19.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Королевские рекруты. Кого выбрали «короли» на драфте?
- ↑ RANGERS AND WOLVES COMPLETE TRADE
- ↑ «Салават Юлаев» объявил о подписании контракта с Кубаликом
- ↑ Хоккейный клуб «Салават Юлаев» расторг контракт с Домиником Кубаликом 2017 йыл 28 август архивланған.
- ↑ L’HCAP FIRMA CON DOMINIK KUBALIK: ARRIVERÀ IN CASO DI INFORTUNIO DI UNO STRANIERO 2017 йыл 30 август архивланған.
- ↑ RELEASE: Blackhawks acquire Dominik Kubalík
- ↑ Ян Коварж, Секач, Кубалик и Клепиш сыграют за сборную Чехии на Кубке «Карьялы»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Доминик Кубалик — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- 21 августа тыуғандар
- 1995 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Пльзендә тыуғандар
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- «Клатови» хоккейсылары
- «Гавличкув-Брод» хоккейсылары
- «Пльзень» хоккейсылары
- Чехия хоккейсылары
- НЛА хоккейсылары
- Чехия хоккей һөжүмселәре
- КХЛ хоккейсылары
- Хоккей буйынса Чехия йыйылма командаһының уйынсылары
- Хоккей һөжүмселәре
- «Китченер Рейнджерс» хоккейсылары
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- «Садбери Вулвз» хоккейсылары
- ОХЛ уйынсылары
- 2018 йылдағы ҡышҡы Олимпия уйындарында хоккейсылар
- «Амбри-Пиотта» хоккейсылары