Елкән (ҡая)
Елкән | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Елкән Викимилектә |
Елкән ҡаяһы — Краснодар крайында, Ҡара диңгеҙ ярында, Геленджиктан 17 км көньяҡ-көнсығышта, Прасковеевка ауылынан (диңгеҙ яры буйлап 500 метр самаһы өҫтәрәк) һәм Джанхот утарынан (4,5 километр) алыҫ түгел урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡая диңгеҙ ярында вертикаль торған ҡомташ пласынан ғибәрәт. Ул төп ҡаянан убылған соҡор менән айырыла. Формаһы буйынса ҡая дүрт мөйөшлө елкәнде хәтерләтә һәм атамаһын тап шунан алған да инде. Ҡаяның ҡалынлығы метрҙан ашыу, бейеклеге 25 метрҙан ашыу тәшкил итә, ә оҙонлоғо — 20 метрҙан ашыу (төрлө сығанаҡтарҙа оҙонлоғо 25 метрҙан бейеклеге 30 метр тураһында әйтелә), шул уҡ ваҡытта ҡаяның дүрттән өс өлөшө диңгеҙ ярына перпендикуляр рәүештә диңгеҙҙә урынлашҡан.
Елкәндә яҡынса 2,5 метр бейеклектә билдәһеҙ сығышлы тишек бар. Бик күп юл күрһәткестәрҙә уның Кавказ һуғышы ваҡытында тау артиллерияһы уғы тейеүҙән барлыҡҡа килеүе тураһында яҙыла. Әммә бындай варианттар шик аҫтына алына: Ҡара диңгеҙ яр буйын тикшереүсе С, Васюков, 1903 йылда ҡаяны тикшергәндән һуң, уға «…броненосецтан моряктар ата, 4 снаряд ебәрәләр, ләкин стена ҡаҡшамай, шул уҡ ваҡытта ҡаяны бер нисек тә тишә алмаған йәҙрә эҙҙәре бар…», тип яҙа.
Ҡаяла шул уҡ кимәлдә тағы ла бер бәләкәй генә тишек бар, уны күрер өсөн. Джанхот ҡасабаһы яғына сығырға кәрәк.
Ҡая бурсаһында яры яғынан бейек булмаған (француз системаһы буйынса 4) ҡаяға үрмәләү маршруты эшләнгән. Маршрут (2015 йылдың авгусына ҡарата) иҫке, урыны менән ҡойолоп тора, ҡайһы бер урындарҙа ырғаҡ саҡ эләгеп тора (шлямбурҙар ҙа тутлаған) — шуға ул үтеү өсөн тәҡдим ителмәй.
Барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был үҙенсәлекле ҡаяның барлыҡҡа килеүенә диңгеҙҙең ҡоро ер эсенә инеүе, эрозия, шулай уҡ төрлө ҡая тоҡомдарының ныҡлығы сәбәп булып тора.
Хәҙерге статусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаяға 1971 йылдың 24 ноябрендә Геленджик ҡала хакимиәте тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын бирә. Уны һаҡлау һәм тәрбиәләү Дивноморск ауыл советына йөкмәтелә.
-
Ҡая-елкән, аҫтан күренеш
-
Ҡая-елкән ҡабырғанан
-
Ҡаяның пляждан күренеше Прасковеевка
-
Ҡасандыр елкән менән уң ҡая һүрәттәре бер бөтөн була
-
Яр битләүен күренеш
-
Ҡара диңгеҙҙән күренеш
-
Елкән ҡаяһына ҡатмарлы һуҡмаҡ
-
Ҡая-елкән еөн байығанда