Эстәлеккә күсергә

Жан Габен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жан Габен
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Jean Gabin Alexis Moncorgé[3]
Псевдоним Jean Gabin
Тыуған көнө 17 май 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[4][1][5][…]
Тыуған урыны IX округ Парижа[d], Франция[2][3]
Вафат булған көнө 15 ноябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[4][1][5][…] (72 йәш)
Вафат булған урыны Нейи-сюр-Сен, О-де-Сен[d], Франция[2][3]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты һәм лейкоз[d]
Ерләнгән урыны Море Ируаз[d]
Атаһы Ferdinand Gabin[d]
Әсәһе Madeleine Petit[d]
Хәләл ефете Габи Бассет[d], Jeanne Mauchain[d] һәм Christiane Fournier[d]
Внебрачный партнёр Дитрих, Марлен
Балалары Florence Moncorgé-Gabin[d]
Һөнәр төрө кино актёры, йырсы, сценарий яҙыусы, студийный музыкант, управляющий фермой, ат ҡараусы, скотовод
Эш урыны Compagnie parisienne de distribution d'électricité[d]
Уҡыу йорто лицей Жансон-де-Сайи[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1976
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө Free French Naval Forces[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Дискография Jean Gabin discography[d]
Фильмография фильмография Жана Габена[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Columbia Records[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт musee-gabin.com
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][6]
 Жан Габен Викимилектә

Жан Габен (франц. Jean Gabin, ысын исеме Жан Алекси Монкорже, франц. Jean-Alexis Moncorgé; 17 май 1904 йыл, Париж — 15 ноябрь 1976 йыл, Нейи-сюр-Сен) — француз театр һәм кино актёры. Ике тапҡыр Венеция һәм Берлин кинофестивалдәре премиялары, «Сезар» премияһы лауреаты. Почетлы легион Ордены офицеры.

Жан Габен Парижда кабаре артистары Фердинанд Монкорже һәм Элен Пети ғаиләһендә тыуған. Бала сағын Париждан төньяҡҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан Мерьель ҡаласығында үткәрә. Бер ни тиклем ваҡыт төрлө эш башҡарып үҙенә аҡса эшләй, әммә 19 йәшендә, «Фольи-Бержер» спектаклдәренең береһендә ҙур булмаған роль уйнап, шоу-бизнеста үҙ карьераһын башлай, шунан һуң армияға киткәнгә тиклем бәләкәй ролдәр уйнауын дауам итә.

Хәрби хеҙмәтен тамамлағандан һуң ул ҡабат шоу-бизнесҡа ҡайта, унда инде «Жан Габен» артист псевдонимы аҫтында Париж мюзик-холдары һәм оперетталары тәҡдим иткән төрлө ролдәрҙә уйнай. Йыш ҡына үҙ сығышында, ул саҡтағы модаға эйәреп, Габен Морис Шевальеның тауышын һәм йырлау стилен ҡабатларға тырыша. Артабан ул Көньяҡ Америка буйлап турнела йөрөгән театр труппаһы составына инә. Францияға ҡайтҡандан һуң Мулен Ружға эшкә төшә. Габенда булған талантты күрәләр, һәм театрҙа уға әһәмиәтлерәк ролдәр, ә 1928 йылда тауышһыҙ ике фильмда ролдәр тәҡдим итәләр.

Саҡ ҡына алдараҡ, 1925 йылда, ул беренсе тапҡыр Габи Бассҡа өйләнә, ә биш йылдан һуң, 1930 йылда, улар айырылыша; шул уҡ 1930 йылда Габен, «Пате» студияһының «Chance Chacun sa» фильмында уйнай. Артабанғы дүрт йылда Габен, Морис һәм Жак Турнёр кеүек режиссёрҙар менән эшләп, тиҫтәнән ашыу фильмда төшә. Танылыуҙы уға 1934 йылда режиссёр Жюльен Дювивьеның «Мария Шапделен» («Chapdelaine Maria») фильмындағы роле килтерә. Шул уҡ йылда кинематографҡа нигеҙ һалыусы Луи Люмьер булдырған «Француз киноһының Гран-приһы» премияһына лайыҡ була, шулай уҡ 1935 йылда 3-сө Венеция фестивалендә «махсус тәҡдим» ала.

1936 йылда Жюльен Дювивьеның тағы ла бер фильмында төшкәндән һуң Габен француз кинематографының төп йондоҙҙарының береһе булып таныла. Ул «La Bandera» хәрби фильмында романтик герой ролен башҡара. 1937 йылда прокатҡа сыҡҡан «Ҡарһылыу һәм ете гном» мультфильмы менән бер рәттән бөтә донъяла прокат лидерҙары булған һәм оло уңышҡа өлгәшкән ике фильмда уйнағас, Габенға бөтә донъя танылыуы килә. Фильмдарҙың береһе Жюльен Дювивьеның «Пепе ле Моко»һы, ә икенсеһе — Жан Ренуарҙың прокатта ҙур уңышҡа өлгәшкән һәм алты ай буйына Нью-Йорк кинотеатрҙары экрандарынан төшмәгән һуғышҡа ҡаршы «Бөйөк иллюзия» фильмы.

Ошонан һуң Габенды Голливудта төрлө фильмдарҙа төшөргә саҡыралар, әммә уларҙан ул баш тарта. Икенсе бөтә донъя һуғышы башланғас, Габен Жан Ренуар һәм Жюльен Дювивье артынса АҠШ-ҡа күсенә. Унда ул 1939 йылда алты йыл бергә йәшәгән һәм ике балаһы булған икенсе ҡатыны Сюзанн Маргерит Жанна Мошен менән айырылыша һәм актриса Марлен Дитрих[7] менән мөхәббәт романын башлай. Голливудта йәшәгән осоронда төшкән фильмдары уңышҡа өлгәшмәй.

Ауыр холоҡло булыуы сәбәпле, «RKO Pictures» студияһы өсөн эшләп, Голливудтағы карьераһына зыян килтерә. Мәҫәлән, ул төп ролде уйнарға тейеш булған яңы фильмды төшөрөүҙе башлар алдынан Дитрихҡа ла төп ролдәрҙең береһен биреүҙәрен талап итә, әммә студия быны эшләүҙән баш тарта. Габен үҙ талабы менән ныҡыша башлағас, студия уны эшенән сығара һәм фильм төшөрөү идеяһынан да баш тарта.

Бынан һуң Жан Габен генерал Шарль де Голлдең «Һуғышыусы Франция» Францияны азат итеү хәрәкәтенә ҡушыла. Төньяҡ Африкалағы алыштарҙа күрһәткән ҡыйыулығы өсөн ул Хәрби миҙал һәм Хәрби крест 1939—1945 менән бүләкләнә. Нормандия операцияһынан һуң Габен Францияны азат итеүҙә ҡатнаша. Журналистар Марлан Дитрихтың, халыҡ араһында сыҙамһыҙланып көтөп, Парижға танк өҫтөнә ултырып ингән Габенде күреү менән уға табан ынтылышын төшөрөп ала.

1946 йылда француз режиссёры Марсель Карне Жанды «Төн ҡапҡаһы» фильмында төшөргә саҡыра, әммә килеп тыуған низағ арҡаһында, уны эшенән ҡыуа. Оҙаҡламай Габен уны Марлен Дитрих менән бергә уйнаған фильм төшөрөргә ризалашҡан француз продюсерын һәм режиссёрын таба. Ләкин ошо тәҡдим буйынса төшөрөлгән «Martin Roumagnac» фильмы прокатта уңышҡа өлгәшмәй, тиҙҙән Габен менән Дитрих араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә һыуына . 1947 йылда сираттағы уңышһыҙ фильмдан һуң Габен театрға кире ҡайта, әммә унда ла уңышһыҙлыҡҡа тарый — спектакль финанс көрсөгөнә юлыға. Шуға ҡарамаҫтан, Габенды Рене Клемандың «Малапаги стеналары янында» фильмында төп ролгә саҡыралар. Был фильм 1949 йылда «Сит телдәге иң яҡшы фильм» категорияһында «Оскар» премияһына лайыҡ була, әммә, шуға ҡарамаҫтан, тамашасылар араһында уңышҡа өлгәшмәй. Артабанғы биш йылда Габен прокатта уңыш яуламаған тағы бер нисә фильмда төшә.

Габендың бюсы уның бәләкәй ватаны — Мериэль ҡалаһында.

Габендың карьераһы тамамланғандай тойола. Әммә 1954 йылда Жак Беккерҙың «Табышҡа оронма» фильмы уға элекке данын ҡайтара. Был фильмдағы уйыны кинотәнҡитселәрҙең күп һанлы маҡтауҙарына лайыҡ була, фильм прокатта ҙур уңыш менән файҙалана. Артабанғы 20 йыл эсендә ул 50-ләп фильмда төшә, уларҙың күбеһе үҙенең коллегаһы, актёр Фернандель менән ойошторған «Gafer Films» кинокомпанияһында эшләнә.

Габен 1949 йылдан Доминик Фурнье менән никахта тора, өс балаһы була: ҡыҙҙары Флоранс һәм Валери, улы Матиас[8]. Шуныһы ҡыҙыҡ, Габен ҡыҙы Флоранстың актриса булыуын теләмәй һәм уға нисек тә ҡамасауларға тырыша.. Уның теләгенә ҡаршы барып, жокейға кейәүгә сыҡҡан ҡыҙының туйына ла бармай, үҙе урынына дуҫы һәм коллегаһы Лино Вентураны ебәрә.

1976 йылдың 15 ноябрендә Жан Габен Париж ситендәге Нейи-сюр-Сенда йөрәк өйәнәгенән вафат була. Уның кәүҙәһе яндырыла, ә көлө, мөмкин булған бөтә хәрби хөрмәттәрҙе күрһәтеп, «Détroyat» хәрби корабле бортынан дингеҙгә һибелә.

Танылыуы һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жан Габен француз кинематографында иң бөйөк йондоҙҙарҙың береһе тип һанала. Ул Почетлы легион Ордены (1960) менән бүләкләнә, ә тыуған ҡалаһы Мерьелдә уның музейы асылған. 1981 йылда Луи де Фюнес башлап уйнаусы француз киноактёрҙарына тапшырыла торған Жан Габен Призын булдыра.

Һайланма фильмографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наградалары һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1951 — Венеция кинофестивалендә иң яҡшы ир-егет роле өсөн Вольпи премияһы («Төн — минең батшалығым» картинаһы)
  • 1954 — Венеция кинофестивалендә иң яҡшы ир-егет роле өсөн Вольпи премияһы («Табышҡа оронма» һәм «Париж һауаһы» фильмдары)
  • 1959 — Берлин кинофестивалендә иң яҡшы ир-егет роле өсөн «Көмөш айыу» («Архимед-берәҙәк»)
  • 1960 — Почетлы легион Ордены
  • 1971 — Берлин кинофестивалендә «Бесәй» фильмындағы роле өсөн «Көмөш айыу»
  • 1987 — кинематографҡа индергән өлөшө өсөн «Сезар» премияһы (үлгәндән һуң)
  • Монкорж-Габен, Флоранс. Жан Габен — насар атайҙарҙан түгел: хәтирәләр. — М.: Текст, 2007.
  • Юдин К. А. Жан Габен: «образдағы диктатура». Француз кинематографы тарихы очерктары. 1930-сы йылдар уртаһы — 1970-се йылдар башы // Граждандар йәмғиәтенә табан. 2016. № 4(24). С 30-44.