Эстәлеккә күсергә

Жорж Бизе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жорж Бизе
Georges Bizet
Төп мәғлүмәт
Исеме

Александр Сезар Леопольд Бизе

Тулы исеме

Сезар Леопольд Бизе

Тыуған

25 октябрь 1838({{padleft:1838|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны

Париж,
Франция короллеге

Үлгән

3 июнь 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1][2][4][…] (36 йәш)

Үлгән урыны

Буживаль, Өсөнсө француз республикаһы

Һөнәрҙәре

композитор

Әүҙем йылдары

1854—1875

Инструменттар

фортепиано

Жанрҙар

опера, симфония, оперетта, хор өсөн әҫәрҙәр

Наградалар
Почётлы легион ордены кавалеры
Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Александр Сезар Леопольд Бизе (франц. Alexandre-César-Léopold Bizet), суҡындырған ваҡытта Жорж исеме бирелгән, франц. Georges; 25 октябрь 1838 йыл3 июнь 1875 йыл) — романтизм осороноң француз композиторы, оркестр әҫәрҙәре, романстар, фортепиано пьесалары, шулай уҡ опералар авторы, улар араһында иң танылғаны — «Кармен».

1838 йылдың 25 октябрендә Парижда йыр уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. Уны Александр-Сезар-Леопольд Бизе исеме аҫтында теркәйҙәр, әммә суҡындырған саҡта Жорж исемен бирәләр һәм артабан да ул ошо исем аҫтында билдәле була. Бизе, уға ун йәш тулыуға ике аҙна ҡалған саҡта, Париж консерваторияһына уҡырға инә.

Консерваторияла уҡыған ваҡытта уҡ (1848—1857), Бизе үҙен композитор булараҡ һынап ҡарай. Ошо осорҙа ул композитор техникаһын һәм башҡарыу оҫталығын үҙләштерә.

1857 йылда Жак Оффенбах ойошторған конкурста ул «Доктор Миракль» опереттаһы өсөн Шарль Лекок менән берлектә премияны бүлешә һәм Рим премияһын да ала. Шул уҡ йылда Бизе «Кловис һәм Клотильда» кантатаһын конкурсҡа ебәрә һәм тағы ла Рим премияһын ала. Ошо премия аҡсаһына Римда өс йыл дауамында йәшәү мөмкинлеге асыла, ул музыка яҙа һәм үҙенең белемен камиллаштыра. Рим премияһы лауреаттары мотлаҡ рәүештә отчет әҫәр яҙырға тейеш була һәм Бизе «Дон Прокопио» операһын ижад итә. Ошо өс йылды иҫәпкә алмағанда, Бизе бөтә ғүмерен Парижда йәшәй.

Римдан һуң ул Парижға ҡайта, бында ул үҙен музыка яҙыуға бағышлай. 1863 йылда ул «Ынйы эҙләүселәр» операһын яҙа. Ошо осорҙа ул шулай уҡ «Перт һылыуы»н яҙа, Альфонс Дочери «Алла» пьесаһы һәм «Балалар уйындары» фортепиано өсөн әҫәренә музыка яҙа. Шулай уҡ романтик операһы "Джамиле"ны һәм C-dur симфонияһын яҙа. Бизе үҙе был симфония тураһында бөтөнләй онотҡан була һәм консерватория библиотекаһында табылған симфонияны 1835 йылға тиклем бер кем дә иҫләмәй. Симфония, бер нисә йырын иҫкә алмағанда, Франц Шуберт музыкаһы менән үҙенең стилистик оҡшашлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. 1874—1875 йылдарҙа композитор «Кармен» операһы өҫтөндә эшләй. Опера премьераһы 1875 йылдың 3 мартында «Опера-Комик» Париж театрында үтә һәм уңышһыҙлыҡҡа осрай. Премьеранан һуң Бизе эше уңышһыҙ икәненә инана. Өс айҙан һуң Бизе, «Кармен» операһы уның иң уңышлы эше булғанын һәм мәңгегә иң танылған һәм популяр классик әҫәрҙәрҙең исемлегенә инерен белмәй, йөрәк өйәнәгенән вафат була.

Вафатынан һуң уның эштәре, «Кармен»ды иҫәпкә алмағанда, киң танылыу алмай, яҙмалары таратылып бөтә йәки юғалған була, ә нәшер ителгәндәре йыш ҡына башҡа авторҙар тарафынан үҙгәртеләләр. Күп йылдар үткәс, композиторҙы бөтөнләй онотҡандан һуң, уның ижад емештәре йылдан -йыл йышыраҡ башҡарыла башлай һәм 20 быуатта Жорж Бизе исеме башҡа күренекле композиторҙар араһында үҙенең лайыҡлы урынын алды. Үҙенең 36 йыл ғумере дауамында ул үҙенең шәхсән музыкаль мәктәбен булдырырға өлгөрмәй һәм уның күҙгә күренгән уҡыусылары һәм артынан эйәреүселәре булмаған. Бизе ижадының сәскә атҡан осоронда ваҡытынан алда вафат булыуы донъя классик музыкаһы өсөн бик мөһим һәм һис кем менән алмаштыра алмаҫлыҡ юғалтыу.

1869 йылдың 3 июнендә Жорж Бизе Женевьев Галеви менән өйләнешәләр. Ҡатыны «оперетка» музыкаль жанрына нигеҙ һалыусы Людовик Галевиның ике туған һеңлеһе була. 1871 йылда Жорж һәм Женевьеваның, артабанғы тормошонда Пруст Марсельтың яҡын дуҫы булған, улдары Жак тыуа.

  • «Дон Прокопио» (опера-буффа, итальян телендә, 1858—1859, ҡуйылған 1906, Монте — Карло), шулай уҡ Леонид Фейгин оркестровкаһында бар.
  • «Мөхәббәт-рәссам» (франц. L’Amour peintre, Бизе либреттоһы, Ж. Б. Мольер әҫәре буйынса, 1860, тамамланмаған, баҫтырылмаған)
  • «Гузла Эмира» (комик опера, 1861—1862)
  • «Ынйы эҙләүселәре» (франц. Les Pecheurs de perles, 1862—1863, ҡуйылған 1863, «Лирика театры», Париж
  • Иван IV (1862—1865), ҡуйылған 1951, Grand Théâtre de Bordeaux
  • «Никола Фламель» (1866, фрагменттар)
  • «Перт сибәре» (франц. La Jolie fille du Perth, 1866, ҡуйылған 1867, «Лирика театры», Париж)
  • Фуль короле кубогы" (франц. La Coupe du roi de Thule, 1868, фрагменттары)
  • «Кларисса Гарлоу» (комик опера, 1870—1871, фрагменттары)
  • «Каландарь» (комик опера, 1870), Гризельда (комик опера, 1870—1871, тамамланған)
  • «Джамиле» (комик опера, 1871, ҡуйылған 1872, «Комиктар операһы» театры, Париж)
  • «Дон Родео» (1873, тамамланған)
  • «Кармен» (драматик опера, 1873—1874, ҡуйылған 1875, «Комиктар операһы» театры", Париж; речитативтар Бизе үлгәндән һуң Э. Гиро тарафынан яҙылған , Венала сәхнәләштереү өсөн, 1875)
  • Анастасия һәм Дмитрий
  • Мальборо походҡа йыйына (Malbrough s’en va-t-de guerre, 1867, «Атеней» театры, Париж; 1 шаршау — Бизе яҙған, ҡалған өс шаршауҙы — И. Э. Легуи, Э Жонасу, Л. Делибу яҙғандар)
  • Соль-си-ре-пиф-пан (1872, «Шато-д’о» театры , Па)
  • Ангел һәм Товия (L Ange et Tobia, яҡынса 1855-57)
  • Элоиза де Монфор (1855—1857)
  • Хайран ҡалған рыцарь (Le Chevalier enchanté, 1855—1857)
  • Эрминия (1855—1857)
  • Виргинияның ҡайтыуы (Le Retour de Virginie, яҡынса 1855—1857)
  • Давид (1856)
  • Кловис һәм Клотильда (1857)
  • Доктор Миракль (1857)
  • Йыр — быуатҡа (Carmen seculaire, Гораций буйынса, 1860)
  • Прометейҙы өйләнеүе (Les Noces de Promethee, 1867)
  • Улисс һәм Цирцея (Гомер, 1859)
  • Васко да Гама (1859—1860)
  • Женевьева Париж (1874—1875)

Хор һәм оркестр (йәки фортепиано) өсөн әҫәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Студенттар хоры (Choeur d etudiants, ирҙәр хоры тиклем 1855)
  • Вальс (C-dur, 1855)
  • Те Deum (солистар, хор һәм оркестр өсөн, 1858)
  • Байя заливы (Le Golfe de Bahia сопрано йәки тенор, хор һәм фортепиано өсөн, яҡынса 1865; музыка «Иван Грозный» операһында файҙалана, фортепиано өсөн эшкәртеү бар)
  • Ave Maria (хор һәм оркестр өсөн, Ш. Гранмужен һүҙҙәре, 1867)
  • Иләүсе йыры (La Chanson du Rouet солист, хор һәм фортепиано өсөн, 1867) һ. б.

Хор өсөн (оркестрһыҙ)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Изге Иоанн Патмостан (Saint-Jean de Pathmos ирҙәр хоры өсөн, В. Гюго һүҙҙәре, 1866)

Оркестр өсөн әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Симфониялар (№ 1, C-dur, Йәш үҫмерҙәр, 1855, партитураһы нәшер ителгән һәм башҡарылған 1935; № 2, 1859, Бизе үҙе юҡҡа сығарған),
  • Рим (C-dur, 1871, иң башта — Рим тураһында хәтирәләр, 1866—1868, башҡарыла 1869)
  • Увертюралар, шул иҫәптән Родина (Patrie, 1873, башҡарыла 1874)
  • Сюиталар, шул иҫәптән Бәләкәй сюита (Petite suite, фортепиано дуэттарынан Балалар уйындары, 1871, башҡарыла 1872), Арлезианканан сюиталар (№ 1, 1872; № 2, Гиро төҙөнө, 1885)

Фортепиано әҫәрҙәре өсөн соло

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Оло концерт вальсы (E-dur, 1854)
  • Фантастик һунар
  • (Chasse fantastique, 1865)
  • Реин йырҙары (Chant du Rhin, 6 йырҙан торған цикл, 1865)
  • Концерт хроматик вариациялар (1868)

Фортепиано дуэттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Балалар уйындары (Jeux d enfants, 2 фортепиано өсөн 12 пьеса, 1871)

Тауыш һәм фортепиано өсөн әҫәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шул иҫәптән, йырҙар циклы Альбом биттәре (Feuilles d ' album, 6 йыр, 1866)
  • Пиреней йырҙары (Chants dee Pyrenees, 6 халыҡ йыры, 1867)

Драматик спектаклгә музыка

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Арлезианка (А. Доде драмаһы, 1872, «Водевиль» театры, Париж)

Stefan, Paul. Georges Bizet. Leben, Umwelt und Werk des Komponisten der Carmen. — Zürich: Atlantis, 1952.

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118511440 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Alexandre César Léopold Bizet // база данных Léonore (фр.)ministère de la Culture.
  4. Cooper M. D. P. Georges Bizet // Encyclopædia Britannica (ингл.)