Загрос
Загрос | |
---|---|
Характеристикалар | |
Майҙаны | 533 512 км² |
Оҙонлоғо | 1500 км |
Киңлеге | 300 km |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Зардкух |
Бейек нөктәһе | 4548 м |
Урынлашыуы | |
33°40′ с. ш. 47°00′ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Загрос Викимилектә |
Загро́с (фарс. رشتهكوههای زاگرس,, Патак, Поштекух) — Ирандың иң ҙур тау системаһы. Ҡайһы бер тау армыттары Ираҡ биләмәләренә үтеп инә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Загрос тауҙары Ираҡ сиге эргәһендәге Ирандың Һормуз боғаҙына ҡәҙәр 1500 километрға һуҙылған. Тау теҙмәһе Тигр йылғаһы ағымына һәм Фарсы ҡултығы яр буйына параллель рәүештә 50-100 км аралыҡта ята. Иң бейек түбәһе Зардкух тауы (бейеклеге — 4548 м) Исфахан ҡалаһы янында урынлашҡан. Шираз ҡалаһынан көньяҡтараҡ Загрос тауҙарының уртаса бейеклеге 1000 метрҙан түбәнерәк тәшкил итә.
Геология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геологик яҡтан Загрос тауҙары Пиреней, Альп, Карпат, Балҡан һәм Эльбурс тауҙары һымаҡ миоценда барлыҡҡа килгән бөрөлмәле йәш тау системаларына ҡарай, һәм Урта диңгеҙ бөрөлмәле бүлкәтенә инә. Көнсығыштараҡ был бүлкәт Гиндукуш, Каракорум һәм Гималай тауҙары менән дауам ителә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фараз уйынса кеше кәзәләрҙе Загрос тауҙарында йортлаштыра. Шулай уҡ был төбәк гутий һәм луллубей һинд-европа ҡәбиләләренең тыуған ере тип иҫәпләнә. Ассирия дәүерендә бында Намри батшалығы булған.
Страбонға ярашлы, Загрос тауҙары Мидияны Вавилониянан айыра[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Страбон. География. 11:12:4
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Zāgros-Gebirge Викимилектә |
- Salt Dome in the Zagros Mountains, Iran . NASA Earth Observatory. Дата обращения: 27 апрель 2006. 2008 йыл 23 сентябрь архивланған.