Зайцев Григорий Григорьевич
Григорий Григорьевич Зайцев | ||||||||||
Файл:ZaytsevGG.jpg | ||||||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||||||||
Үлгән ваҡыты | ||||||||||
Вафат урыны | ||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||||||
Ғәскәр төрө | ||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||||||||
Хәрби звание | ||||||||||
Командалыҡ итеү | ||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Григорий Григорьевич Зайцев (1910—1982) — совет хәрби етәксеһе, танк ғәскәрҙәре генерал-майоры. 11-се гвардия армияһы командующийының беренсе урынбаҫары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зайцев Григорий Григорьевич 1910 йылдың 12 ғинуарында Орёл ҡалаһында тыуған.
1932 йылдан алып Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында, Горький бронетанк мәктәбендә механик-водитель вазифаһында хеҙмәт итә. 1934—1936 йылдарҙа Горький бронетанк мәктәбендә уҡый. 1936 йылдан 1938 йылға тиклем ғәскәрҙәрҙең Приморье төркөмө ғәскәрҙәренең 23-сө механизацияланған бригада составында уҡыу батальоны курсанттарының уҡыу взводы командиры һәм 214-се айырым разведка батальонының рота командиры вазифаһында хеҙмәт итә. 1938 йылдан 1941 йылға тиклем 3-сө айырым танк бригадаһы составында 14-се айырым күнекмә танк батальоны, 214-се һәм 14-се айырым разведка батальондары штабы начальнигы вазифаһында 1-се Айырым Ҡыҙыл Байраҡлы Армия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә[1][2].
1941 йылдың март-октябрь айҙарында — 58-се танк дивизияһы штабының оператив бүлексәһе начальнигы. Һуғыштың тәүге көндәренән алып ошо дивизия составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың октябренән алып декабренә тиклем — 58-се танк дивизияһының штаб начальнигы, 1941 йылдың декабренән 1942 йылдың апреленә тиклем — 58-се танк дивизияһының 116-сы танк полкы командиры. 1941 йылдың октябрендә 58-се танк дивизияһы Мәскәү алыштарына ебәрелә һәм Көнбайыш фронт составына инә, ҡаланы дошман һөжүменән һаҡлап, Мәскәү өсөн алышта Клин-Солнечногорск оборона операцияһында Клинға инеү урындарында оборона ала.
16 — 17 ноябрҙә соединение 16-сы армияның Волоколамск ҡалаһына һөжүмендә ҡатнаша. 1941 йылдың 21 ноябрендә яуҙа яралана[3][4][5]. 1942 йылдан алып Калинин фронты ғәскәрҙәрендә кадрҙар бүлеге начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә, 1942 йылдың июленән сентябренә тиклем — 30-сы армияның Автобронетанк идаралығы штабы начальнигы. 1942 йылдың сентябренән 1943 йылдың июленә тиклем — 30-сы армия ялан идаралығының оператив бүлеге начальнигы ярҙамсыһы. 1943 йылдың июленән 1944 йылдың сентябренә тиклем — Ҡыҙыл Армияның Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре идаралығы бүлеге начальнигының өлкән ярҙамсыһы[1][2].
1944 йылдан 1947 йылға тиклем РККА-ның И. В. Сталин исемендәге Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби академияһында уҡый. 1947 йылдың сентябренән ноябргә тиклем — Мәскәү хәрби округы Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре штабының хәрби әҙерлек бүлеге начальнигы. 1947 йылдан алып 1949 йылға тиклем — Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө составындағы (ГСВГ) составындағы 12-се гвардия танк дивизияһының 48-се гвардия танк полкы командиры. 1951 йылдан 1953 йылға тиклем К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһында уҡый. 1953—1955 йылдарҙа — 13-сө гвардия механизацияланған дивизияһы командиры урынбаҫары. 1955 йылдың сентябренән декабренә тиклем — 39-сы гвардия механизацияланған дивизияһы командиры урынбаҫары[1][2].
1955—1957 йылдарҙа — 38-се армия составындағы 27-се механизацияланған дивизия командиры. 1957 йылдан 1958 йылға тиклем — Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө (ГСВГ) составындағы ГВГ составында 27-се мотоуҡсылар дивизияһы командиры. 1958 йылдан 1960 йылға тиклем — 19-сы гвардия механизацияланған дивизияһы командиры. 1960—1962 йылдарҙа — 14-се армия командующийының хәрби әҙерлек буйынса урынбаҫары. 1962 йылдың 19 ғинуарынан 1965 йылдың 24 майына тиклем — Балтик буйы хәрби округы составында 11-се гвардия армияһы командующийының беренсе урынбаҫары. 1965—1971 йылдарҙа Хәрби тыл һәм транспорт академияһында оператив сәнғәттең дөйөм тактикаһы кафедраһы начальнигы вазифаһында педагогик эштә[6][1][2].
1971 йылда запасҡа сыға.
1982 йылдың 19 авгусында Ленинград ҡалаһында вафат була, Серафимовский зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (07.08.1942, 20.04.1953)
- II дәрәжә Кутузов ордены (18.12.1956)
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (30.04.1947, 26.02.1965)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (03.11.1944)
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы (01.05.1944)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (22.06.1945)
- «Совет Армияһы һәм Флотына 30 йыл» юбилей миҙалы (1948)
- «СССР Ҡораллы Көстәренә 40 йыл» юбилей миҙалы (1958)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы (1965)
- «СССР Ҡораллы Көстәренә 50 йыл» юбилей миҙалы (1968)[7][1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Зайцев Григорий Григорьевич . Танковый фронт: 1939—1945. Дата обращения: 2 февраль 2022.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Ҡалып:Книга:Высший командный состав ВС СССР в послевоенный период
- ↑ Коломиец М. В. 1941. Танки в битве за Москву. — М.: Яуза : Стратегия КМ: Эксмо, 2009. — 160 с. — ISBN 978-5-699-34612-7.
- ↑ М. Коломиец Битва за Москву / Фронтовая иллюстрация // М.: Изд. «Стратегия КМ», 2002. № 1
- ↑ Феськов В. И., Калашников К. А., Голиков В. И. Красная Армия в победах и поражениях. Томск, Издательство Томского университета, 2003
- ↑ Калашников К. А., Додонов И. Ю. Высший командный состав Вооружённых сил СССР в послевоенный период. Справочные материалы (1945—1975). Том 4. Командный состав Сухопутных войск (армейское и дивизионное звенья). Часть первая. — Усть-Каменогорск: «Медиа-Альянс», 2019. — 428 с. — ISBN 978-601-7887-31-5
- ↑ Зайцев, Григорий Григорьевич . Подвиг народа. Дата обращения: 2 февраль 2022.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалып:Книга:Высший командный состав ВС СССР в послевоенный период
- Механизированные корпуса РККА в бою : история автобронетанковых войск Красной Армии в 1940—1941 гг. / Евгений Дриг. — М. : АСТ : Транзиткнига, 2005. — 830 с. — ISBN 5-17-024760-5
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 13 ғинуарҙа тыуғандар
- 1910 йылда тыуғандар
- В Орле тыуғандар
- 19 августа вафат булғандар
- 1982 йылда вафат булғандар
- В Санкт-Петербурге вафат булғандар
- Генерал-майорҙар (СССР)
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Мәскәү алышында ҡатнашыусылар
- Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби академияһын тамамлаусылар
- Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлаусылар
- Матди-техник тәьмин итеү хәрби академияһының уҡытыусылары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар