Эстәлеккә күсергә

Иҫке мэрия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке мэрия
ингл. Old City Hall
Рәсем
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары[1]
Административ-территориаль берәмек Мобил[d][1]
Архитектура стиле неоренессанс[d]
Мираҫ статусы место из Национального реестра исторических мест США[d][2][3]
Рәсми сайт museumofmobile.com
Карта
 Иҫке мэрия Викимилектә

Иҫке мэрия (ингл. Old City Hall), шулай уҡ Көньяҡ баҙары тип тә билдәле(ингл. Southern Market) — Алабама штаты Мобил ҡалаһының бер-береһенә яҡын торған биналары тарихи комплексы, әлеге ваҡытта бында Мобил тарихи музейы. Ҡоролма 1855-1857 йылдарҙа төҙөлә. 1973 йылда был комплекс АҠШ-тың милли тарихи ҡомартҡыһы тип иғлан ителә[4].

Башта комплексты 1854 йылда Мобил ҡалаһының йәшелсә, ит, балыҡ һата торған үҙәк баҙары итеп төҙөү планлаштырыла. 1855 йылдың февралендә ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, комплекста ҡала мэрияһы, шулай уҡ ҡайһы бер муниципаль министрлыҡтар урынлаштырылырға тейеш була. Төҙөлөштөң башланғыс этабында Вирджиниянан Мобилға килгән архитектор Томас Симмонс Джеймс эшләй. 1855 йылдың 27 декабрендә Конти һәм Джексон-стритта эшләүсе мэрия яна, шунлыҡтан ҡала ҡаҙналығы, мэр һәм ҡала советы өсөн өҫтәмә ҡоролмаларын төҙөүгә 40 мең доллар аҡса бүлергә ҡарар ҡабул ителә. Төҙөлөш өсөн түләнгән аҡсаларҙың квитанцилары беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған һәм улар төҙөлөштөң 1857 йылдың 20 апрелендә тамамланыуы тураһында һөйләй.

1910 йылда бина архитектор Уильям Л. Денхам проекты буйынса яңыртып төҙөлә. Бинала яңы кәңәшмә залы барлыҡҡа килә, үҙәк секцияның артҡы һәм алғы өлөшө тоташтырыла, вестибюлдең көнсығыш стенаһындағы баҫҡыс яңынан проектлана.

1930 йылдарҙа комплекс архитектор Кларк Фредерик тарафынан ҡабаттан проектлана. Эштең күп өлөшө буш арауыҡтарҙы бөтөрөүгә һәм уларҙы яңыса төҙөүгә йүнәлтелә. 1979 йылдың 12 сентябрендә Фредерик ғәрәсәте арҡаһында комплекс зыян кисерә (ингл.). Комплекстың бөтә хеҙмәткәрҙәре һәм йомош менән килеүселәре ҡоролмаларҙы ташлап сығып китергә өлгөрә. Һуңыраҡ комплекс яңынан тергеҙелә.

Тимер аркада изделиеларҙың деталдәре.

Комплекс итальян архитектураһы стилендә төҙөлгән һәм дүрт мөйөш формалы дүрт секциянан тора, улар өс аркалы үткәүел менән тоташҡан. Бина кирбестән төҙөлгән, ағас биҙәүле стукко һәм кронштейндар менән көпләнгән[5].

Үҙәк ике секция «U» хәрефен хәтерләтә, ул Король урамына сығып, Уотер-стритҡа тиклем һуҙылып ята. Был үҙәк өлөш һигеҙ мөйөшлө көмбәҙ менән биҙәлгән. Көньяҡ ҡанатының киңлеге 9 метрға (30 фут), оҙонлоғо 84 м-ға (275 фут) тиң һәм был ҡанат Блэк-стритҡа сығып тора. Көньяҡ ҡанаттың беренсе ҡатында элек магазин һәм киоскылар булған, ләкин хәҙер ул буш. Төньяҡ ҡанатының киңлеге һәм оҙонлоғо 9-ар метр (30 фут) һәм ул көньяҡ ҡанатҡа ҡарағанда байтаҡҡа ҡыҫҡараҡ. Төньяҡ стенаһы Мексика ҡултығы яр буйын тикшереүсе үҙәккә яҡын ғына тора[6].

Компплекс Милли тарихи урындар реестрында илдең милли тарихи ҡомартҡыһы һәм Чарч-стриттың көнсығыш тарихи өлөшө булып тора.

1997 йылда бина реконструкциялана, унда Мобил тарихи музейын урынлаштырыу планлаштырыла. 2000 йылда бинаның артҡы өлөшө төҙөлә һәм унда персоналдар офисы һәм даими экспонаттар урынлаштырыла. 2005 йылдағы Катрина ғәрәсәтенән һуң музей ремонт эштәре үткәреү өсөн алты айға ябыла.

Һуңғы йылдарҙа Мобил комплексының ике ҡатында экспонаттар тора һәм улар ҡаланың һуңғы 300 йылғы тарихы тураһында һөйләй. Музейҙа ваҡытлыса ҡуйылған экспонаттар ҙа бар, улар һәр ваҡыт үҙгәреп тора, шулай уҡ даими экспонаттар урынлашҡан. Даими нигеҙҙәге «Старые пути новых дней» тип аталған экспонаттар ҡаланың колонизациялау ваҡытынан алып хәҙерге көндәргә тиклемге тарихы тураһында һөйләй, «Стены и залы» экспозицияһында мебель, антиквар көмөш, сәнғәт әҫәрҙәре һәм башҡа артефакттар бар[7].

  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Национальный реестр исторических мест США — 1966.
  3. (unspecified title)
  4. W. Warner Floyd (April 27, 1973). «National Register of Historic Places Inventory-Nomination: City Hall or Old City Market - Old Southern Market».
  5. About the museum.
  6. City Hall (Mobile). National Historic Landmark summary listing. National Park Service. Дата обращения: 21 октябрь 2007. Архивировано 1 март 2009 года. 2009 йыл 1 март архивланған.
  7. Museum Exhibits. "Museum of Mobile". Дата обращения: 12 февраль 2008.