Йылға безелдәге
Уҡыу көйләүҙәре
Йылға безелдәге | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Locustella Kaup, 1829 | ||||||||||||||||
|
Йылға безелдәге, сиңерткә турғай, йылға сиңерткәһе, зырылдаҡ турғай, зерелдәк ҡош (урыҫ. речной сверчок) — турғайҙар отрядендәге ҡош.
Турғайҙан бәләкәйерәк бик һаҡ ҡош. Ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп бөтә. һырты һәм түше ҡара өҙөк һыҙыҡсалар менән сыбарланған ҡараһыу көрән төҫтә. Күҙҙәре өҫтөндә аҡһыл ҡаштары бар. Ҡорһаҡ яғы һорғолт аҡ. Башҡа безелдәктәрҙән сыбар һырты һәм түше менән айырыла. Көслө ел һәм ямғыр булғанда ла һайрай.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы — оҙаҡ дауам иткән: «зер-зер-зер-зер-зер…».,.
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға буйындағы шырлыҡтарҙа, ҡамышлыҡтарҙа йәшәй.. Ваҡ бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы 'ерҙә, үлән араһында йәки ҡыуаҡтарҙа. Ҡыҙғылт көрән таптар менән сыбарланған: 4—6 бөртөк һарғылт көрән йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9