Йүкәтау (һырт)
Йүкәтау | |
---|---|
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 692,5 м |
Урынлашыуы | |
55°13′12″ с. ш. 59°13′01″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Йүкәтау (рус. Жукатау) — Көньяҡ Уралда Силәбе өлкәһе Һатҡы районындағы тау һырты.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йүкәтау йүкә ағастары үҫкәнгә шулай аталғандыр тиҙәр. Әммә был тауҙа йүкә бик һирәк осрай. Шуға ла икенсе фараз бар,улда инде тауҙың атамаһы Йүкәтау түгел, ә Йоҡатау йәғни һырт киң түгел, йоҡа ғына[1]
Һүрәтләмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йүкәтау Беренсе һәм Икенсе Ағиҙел йылғалары араһында һыу бүлеге булып тора. Иң юғары нөктә - Икенсе Липовая тауы (уның бейеклеге 692,5 метр тәшкил итә). Һырт башлыса кварц-серицит-балсыҡлы һәм ҡомло сланецтарҙан тора. Тирә-яғында магма тау тоҡомдары сығыу урындары бар— диариттар һәм габбро. Шулай уҡ доломит та бар[1]
Йүкәтау һыртының көньяҡ осо Бирҙәүеш станцияһы яғында. Тап ошо һыртты поезд пассажирҙары төньяҡтан күрәләр ҙә инде. Төньяҡ осо Әй йылғаһына барып тоташа, йылға был һырты ҡапыл боролоп, ағып үтә.
Был район яуым-төшөмдөң күп булыуы менән айырылып тора. Ҡыш көндәре бында бик йыш ҡар яуа. Йәйен ямғырҙар ҙа яуып тора.
Тауҙар матур һәм битләүҙәренең урман менән ҡапланған булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Тау түбәһенән Бирҙәүеш ҡасабаһын һәм Әй йылғаһын ғына түгел, ә Мәсәғүт дала утрауында күрергә мөмкин.
Йүкәтау эргәһендә пейзаждар төшөрөү айырыуса ҙур ләззәт аласаҡ, бигерәк тә тәбиғәт менән бергә тимер юлдарың фотоға төшөүселәргә. Бынан тыш, Йүкәтау эргәһендә "Пороги" комплексы урынлашҡан - Көньяҡ Уралдың төп иҫтәлекле урындарының береһе[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Жукатау (рус.)
- ↑ На Урале 2020 йыл 19 февраль архивланған.