Бирҙәүеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бирҙәүеш
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1890
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ үҙәге Бирҙәүеш ҡалаһы тораҡ пункты[2]
Административ-территориаль берәмек Бирҙәүеш ҡалаһы тораҡ пункты
Халыҡ һаны 4946 кеше (1 ғинуар 2018)[3],
4606 кеше (2020)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 425 метр һәм 388 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d] һәм UTC+5:00[d]
Почта индексы 456935

Бирҙәүеш — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Һатҡы районынындағы ҡала тибындағы эшселәр ҡасабаһы[5]. Бирҙәүеш ҡала тораҡ пункты үҙәге.

Өлкәнең көнбайышында, Златоуст ҡалаһынан көнбайышҡа табан 33 километр алыҫлыҡта, Оло Бирҙәүеш йылғаһы[6] буйында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1890 йылда Һамар — Златоуст тимер юлының Өфө — Златоуст участкаһы төҙөлә башлай. Шуға бәйле тораҡ пунктына ла нигеҙ һалына. Был участка төҙөлөшө етәксеһе — Рәсәй империяһы инженеры, яҙыусы һәм сәйәхәтсе Николай Гарин-Михайловский була.

1916 йылда Көнбайыш-Урал тимер юлы төҙөлә.

Тимер юл һәр ваҡыт ҡасаба тормошона хәл иткес йоғонто яһай. Һамар — Златоуст һәм Көнбайыш-Урал тимер юлдары тоташҡан нөктәлә урынлашҡан Бирҙәүеш станцияһы Граждандар һуғышы осоронда тактик әһәмиәткә эйә була. 1918 йылдың майында ҡыҙыл армеецтар Златоуст-Силәбе фронтының ике аралағы штабын тап ошо тораҡ пунктында урынлаштыра. Шул уҡ йылдың июнендә станцияны аҡ гвардееецтар баҫып ала һәм бер йыл буйы уны үҙ ҡулдарында тота. 1919 йылдың 12 июнендә И. Д. Каширин етәкселек иткән кавалерия бригадаһы уларҙы тораҡ пунктынан ҡыуып сығарыуға өлгәшә.

Бирҙәүеш 1928 йылда ҡала тибындағы ҡасаба статусын ала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡасабаның тимер юлсылары стахановсылар темпы менән эшләй, сөнки Себер, Алыҫ Көнсығыш, Ҡаҙағстандан килгән төп йөк ағымы һәм хәрби частар менән эшелондар көнбайышҡа табан ошо станция аша үтә.

Һуғыштан һуң ҡасаба ныҡ үҫә: урамдар һаны ла, халыҡ һаны ла арта. 1950 йылда ҡасабала 10050 кеше йәшәй.

Вокзалдың тәүге бинаһы 1905 йылда төҙөлә. 1950 йылда хәҙерге бина ҡалҡып сыға. Уның төп үҙенсәлеге: Санкт-Петербург менән Мәскәүҙе бәйләгән Николаев магистрале кеүек, бина тимер юлдары араһында урын ала. Төҙөлгәндән алып вокзал бинаһы бер нисә тапҡыр реконструкциялана. Хәҙер Бирҙәүеш станцияһы — Көньяҡ-Урал тимер юлының иң ҙур үҙәктәренең береһе.

Тарихи сәбәптәр арҡаһында (Бирҙәүештә төп предприятиелар тимер юлдары өлкәһенә бәйле) ҡасабаға күбеһенсә Мәскәү сәғәте бүлкәте буйынса йәшәргә тура килә, киң мәғлүмәт саралары күп тапҡырҙар был проблеманы күтәреп сыға[7][8][9][10][11][12][13]. Шуға ҡарамаҫтан Бирҙәүештә, Силәбе өлкәһенең бөтә биләмәһендәге кеүек, рәсми рәүештә Екатеринбург ваҡыты ҡулланыла.

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Станция, аҙаҡ ҡасаба Оло Һатҡы йылғаһы ҡушылдығы Бирҙәүеш (Оло Бирҙәүеш) йылғаһы исеме менән атала. Тикшеренеүселәр атаманың килеп сығышы буйынса әлегә тиклем бер фекергә килә алмай. «-уш» — исем яһаусы аффикс. Исемдең тамыры төрки теленән тәржемә иткәндә: бүләк, Аллаһ биргән бүләкте аңлата.

Башҡорт телендә бәрҙе (бәрҙесәк (диал. ҡар.бәрсәк I))[14]>атамаһы бар. Тау йылғаларының саф һыуында ыуылдырыҡ сәскән «бәрҙене» йыш ҡына Урал һөмбашы (лосось) тип тә йөрөтәләр. Бирҙәүеш йылғаһының исеме тап шул бәрҙе балығы атамаһынан алырғандыр, тигән фараз бар[15].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1959[16]1970[17]1979[18]1989[19]2002[20]2005[21]2006[21]
11 186913377926530567254875354
2007[21]2008[21]2009[22]2010[23]2011[24]2012[25]2013[26]
5335534751555304528952235155
2014[27]2015[28]2016[21]
511250715017
2500
5000
7500
10 000
12 500
15 000
1970
2006
2011
2016

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда ҡасабала халыҡ һаны 5304 кеше тәшкил итә (2438 ир-егет һәм 2866 ҡатын-ҡыҙ).

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бирҙәүеш станцияһы — Силәбе, Өфө, Дружинино һәм Баҡал йүнәлешен хеҙмәтләндереүсе эре тимер юлы үҙәге. Ҡасабала Бирҙәүеш ҡырсын заводы эшләй. Икмәкхана ла бар.

Социаль өлкә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бында Мәҙәни-ял итеү үҙәге һәм китапхана эшләй. 1911 йылда төҙөлгән Николай Чудотворец сиркәүе иҫтәлекле урындарҙың береһе булып тора.

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  4. http://web.archive.org/web/20200424113056/https://www.gks.ru/storage/mediabank/Численность%20по%20МО_Site.xlsx
  5. Об утверждении перечня муниципальных образований (административно-территориальных единиц) Челябинской области и населённых пунктов, входящих в их состав (с изменениями на: 25.05.2017), Постановление Законодательного Собрания Челябинской области от 25 мая 2006 года № 161. docs.cntd.ru. Дата обращения: 6 февраль 2020.
  6. https://ru.glosbe.com/ru/ba/Бердяуш
  7. Бердяуш. Время московское // Статья от 21.01.2011 г., опубликована в № 5 (11412) от 2011 г. газеты «Вечерний Челябинск». В. Вериго.
  8. Поселок из другого измерения. Бердяуш — единственный населенный пункт на Южном Урале, живущий по московскому времени // Статья от 06.11.2013 г. «ОТР».
  9. Жители Бердяуша ежедневно перемещаются во времени. Уникальная временная аномалия(недоступная ссылка) // Статья от 03.02.2017 г. ГТРК «Южный Урал».
  10. Уральский часовой парадокс // Статья от 23.03.2010 г. «НТВ».
  11. «МК» нашел на Урале поселок, который потерялся во времени // Статья от 25.10.2014 г. «Московский комсомолец». А. Гнединская.
  12. Москва и бердяушцы. В посёлке уже 126 лет сверяют часы по столице // Статья 19.08.2016 г., опубликована в № 33 от 2016 г. «АиФ-Челябинск». М. Шумакова.
  13. Жителям уральского посёлка Бердяуш приходится существовать в двух часовых поясах // Статья с телерепортажем от 29.12.2013 г. «Первый канал». А. Краснов.
  14. Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Өфө Китап. 2011. 2-се том. 518-се бит<ref</ref
  15. Бирҙәүеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  16. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (билдәһеҙ). Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  17. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (билдәһеҙ). Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  18. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (билдәһеҙ). Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  19. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  20. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  21. 21,0 21,1 21,2 21,3 21,4 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010). Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
  22. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  23. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  24. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  25. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  26. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  27. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  28. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]