Эстәлеккә күсергә

Йәзид III ибн әл-Вәлид

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәзид III ибн әл-Вәлид
ғәр. يزيد ابن الوليد ابن عبد الملك
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 701
Тыуған урыны Сүриә
Вафат булған көнө 25 сентябрь 744
Вафат булған урыны Дамаск, Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак мозга[d]
Атаһы Валид I[d]
Бер туғандары Ибрахим ибн аль-Валид[d], Bishr ibn al-Walid[d], Аль-Аббас ибн аль-Валид[d], Umar ibn al-Walid[d], Абд аль-Азиз ибн аль-Валид[d] һәм Masrur ibn al-Walid[d]
Нәҫеле Өмәүиҙәр[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, губернатор, хәлифә
Биләгән вазифаһы омейядский калиф[d]
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
 Йәзид III ибн әл-Вәлид Викимилектә

Йәзид ибн Әл-Вәлид ибн Абдул-Мәлик (ғәр. يزيد ابن الوليد ابن عبد الملك‎) йәки Йәзид III; рус. Язид III ибн аль-Валид — Өмәүиҙәр династияһынан сыҡҡан хәлифә. 744 йылдың апреленән октябргә тиклем алты ай дауамында хакимлыҡ иткән.

Ғәрәп тарихсыһы Мөхәммәт әт-Тәбәри Йәзидте оҙон буйлы һәм сибәр итеп һүрәтләй[1].

Инглиз телендәге әҙәбиәттә Йазид былай ти: «Минең ата-бабаларым дүрт батша: Хөсрәү, Хакан, Ҡайсар һәм Мәрүән булған»[2] — әммә был дөрөҫ түгел. Шиғри формала төп нөсхәһе шулай күренә: «Атайым-Хосрой һәм атайым-Мәрүән, / минең олатайым-император, олатайым-хакан»[3]. «Ҡайсар» һәм «хакан» титулдары ҡайһы бер инглиз телле хеҙмәттәрҙә исемдәр тип яңылыш ҡабул ителгән.

Йәзид фарсы кенәзе ҡыҙының улы була, ул хәлифә әл-Вәлидкә кәнизәк сифатында бүләк ителә (ҡара: Фарсы кенәзлеге). Әсәһенең сығышы Йәзидтең донъяға ҡарашына ни тиклем йоғонто яһағанын әйтеүе ҡыйын — ул ғәрәп сығышлы Өмәүиҙәрҙең донъяға ҡарашынан айырылып торған. Хәлифәнең бындай ғәҙәти булмаған донъяға ҡарашы нимәгә бәйле булғанын әйтеүе ҡыйын — ул заманда кешенең эске тормошо теркәлеүгә лайыҡ булмай. Йәзид тәҡүә генә түгел — ул шул ваҡыттағы ғәрәптәрҙең күпселегенә ят булған идеяларҙы — иртә мөғтәзилиҙәр һәм мүржиғиҙәрҙең ихтыяр азатлығы һәм үҙ ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡ тураһында идеяларын уртаҡлашҡан[4].

Замандаштары Йәзидте йыш ҡына ҡәҙәри тип атаған: ул саҡта был мөртәтлек төшөнсәһенең синонимы булған; шулай итеп, Йәзид III подданныйҙары алдында кешелек сифаттары менән әл-Вәлид II хәлифәнән бер ҙә яҡшыраҡ булмаған. Йазид III абруйының төп етешһеҙлеге — Хәлифәлектең быуаттан ашыулыҡ тарихында тәүгеләрҙән булып тәхеткә үҙенән алда эшләгән хакимды үлтереү юлы менән күтәрелеүе була.

Йәзид хәлифә идара иткән осорҙа ҡайһы бер провинцияларында етди сыуалыштар була. Бынан тыш, Өмәүиҙәр династияһы эстән тарҡала. Ихтилалдар шулай уҡ Палестинала, Әрмәнстанда һәм Атропатенда бара[5]..

Һуңғы айҙары һәм үлеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Идара итеүенең 5-се айы аҙағында Йәзид III ҡаты ауырып китә һәм, үлемен һиҙенеп, ҡустыһы Ибраһим ибн әл-Вәлидте вариҫы итеп тәғәйенләй. Унан һуң тәхеткә Әбделғәзиз әл-Хәжәжә ибн Әбделмәлик ултырырға тейеш була. Ауырыу тиҙ арала Йәзид әл-Вәлидте үлтерә — ул 25 сентябрҙә вафат була, шуға күрә уның подданныйҙарын үҙенең вариҫтарына ант иттереп өлгөргәнме-юҡмы икәнлеге билдәһеҙ. Йәзид III вафат булғандан һуң башланған үҙ-ара низағ тарихи хәтерҙән власты артабан тапшырыу тураһындағы бөтә мәғлүмәттәрҙе, Мәрүән I ибн әл-Хакам түңкәрелешенә тиклем, тарихи хәтерҙән алып китә.

  1. Tabari, 243
  2. Абу Усман Амр ибн Джахиз. Послание ал-Фатху б. Хакану о достоинствах тюрков и остального халифского войска. vostlit.info
  3. Абу Джафар Мухаммад ибн Джирар ат-Табари. История пророков и царей, т.2. — С. 1874.
  4. амр би-л-ма’руф ва нахй ан ал-мункар
  5. А. Али-заде. Язид III ибн аль-Валид (126/744) // Хроника мусульманских государств. М., УММА,. 2004. — 445 с., илл. ISBN 5-94824-111-4