Эстәлеккә күсергә

Йәшел турғай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәшел турғай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Ҡабырғалылар
Класс: Ҡоштар
Надотряд: Аңҡаулылар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Подотряд: Һайраусы турғайҙар
Ғаилә: Аҡбауыр турғайҙар
Ырыу: Ҡупшыҡайҙар
Төр: Йәшел турғай
Латинса исеме
Carduelis chloris
Linnaeus, 1758
Синонимдары
  • Chloris chloris
Ареал
рәсем
ITIS 559044
NCBI 37601
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 149519

Йәшел турғай (урыҫ.Зеленушка )- Европала йәшәй торған турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.

Ҙурлығы турғайҙай. Яңғыҙ ҙа, парлашып та, тупланып та ауыл тирәһендәге ағастарҙа, көнбағыш һәм киндер араларында йөрөйҙәр. Ата ҡоштоң арҡаһы йәшел, муйынының һырты, ҡанаттары һәм ҡойроғо һары һыҙатлы көрәнһыу ҡара. Кәүҙәһенең аҫ яғы һарғылт йәшел. Инә ҡоштоң һырты һорғолт йәшел, аҫ яғы буй һыҙатлы аҡ-һыл һоро. йорт турғайынан йәшкелт төҫө һәм тамағында ҡара тап булмауы менән айырыла.

Тауышы яңғырауыҡ¬лы: «зирлл-зирлл», һайрағанда «зирл-зирл-зирлиижжж».

Яҡты урмандар, ауыл һәм ҡала эргәһендәге ағастарҙа йә¬шәй. Башлыса үлән орлоҡтары, яҙғыһын бөжәктәр ашай. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң генә таралған. Ағаста йәки ҡыуаҡтарҙа оя¬лай. Ҡара һәм ҡыҙғылт таплы 4—6 бөртөк аҡһыл зәңгәр йомортҡаһы була.

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9