Карпология
Карпология |
Карпология (от грек. καρπός — «емеш» һәм λόγος — «һүҙ», «ғилем») — үҫемлектәр морфологияһының, емештәрҙе һәм орлоҡ- тарҙы, уларҙың төрҙәрен, формаһын, төҙөлөшөн өйрәнеүсе бүлеге .
Карпологияның тикшеренеү бурыстары булып емештәрҙең һәм орлоҡтарҙың морфогенезын һәм онтогенезын, уларҙың таралыу законлылыҡтарын, шулай уҡ, орлоҡ һәм емештәрҙе аныҡлау өсөн практикала уңайлы булған ҡулланма булдырыу.
Емештәрҙе емеш эргәлеге (һутлы һәм ҡоро емештәргә) консистенцияһы һәм ундағы орлоҡтар һаны нигеҙендә морфологик классификациялау принцибы (односемянный многосемянный)[1] немец ботанигы Гертнер Йозеф (1732—1791) тарафынан тәҡдим ителә.
Был тәҡдим уның «et Fructibus Seminibus De Plantarum» (1788—1791).тигән фундаменталь хеҙмәтендә баҫылып сыға. Был классификацияны үҫтереүгә рус ғалимдары ла өлөш индерә, мәҫәлән, Гоби Христофор Яковлевич (1847—1919) һәм башҡалар.
Емештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Емеш сәскәнең емшәненән барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә, уны барлыҡҡа килтереүҙә сәскә төбө лә ҡатнашырға мөмкин. Сәскә емшәненең төп тәғәйенләнеше — эсендәге орлоҡ бөрөһөн мөхиттең насар тәьҫиренән һаҡлау.
Емештәр емшәндән барлыҡҡа килә. Сәскә һеркәләнгәндән һәм аталанғандан һуң, емшән үҫешә башлай. Емшәнгә туҡлыҡлы матдәләр килә башлай, һәм ул яйлап өлгөргән емешкә әүерелә.
Үҫеү һөҙөмтәһендә емшәндең ҡабығы, бер аҙ үҙгәреп, емешкә әүерелгәс, ул емешлек эргәлеге тип йөрөтөлә. Ә эсендәге орлоҡ бөрөһөнән орлоҡ үҫешә башлай.
Емешлек эргәлегенең төп бурысы:
- орлоҡ тейешенсә үҫешһен өсөн шарттар булдырыу;
- орлоҡ өлгөрөп еткәнсе уны һаҡлау;
- өлгөрөп еткәс, инә үҫемлектән йырағыраҡ китһен өсөн, таралырға булышлыҡ итеү.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә емеш барлыҡҡа килтереүҙә сәскәнең башҡа өлөштәре лә ҡатнаша.
Емештәрҙең төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Емшән стеналарынан орлоҡто төрлө уңайһыҙ шарттарҙан һаҡлаусы емеш эргәлеге барлыҡҡа килә. Емеш өлгөрөү барышында емеш эргәлеге кибергә (сәтләүек) йәки һутлы итләскә (сейә) әйләнергә мөмкин.
Өлгөргән емештең эргәлеге төҙөлөшөнә ҡарап, бөтә емештәрҙе ҡоро емештәргә һәм һутлы емештәргә бүләләр.
Шулай уҡ, емшәндең эсендә орлоҡ бөрөһө берәү йәки күп булырға мөмкин. Орлоҡ бөрөһө берәү булһа, емеш бер орлоҡло һәм орлоҡ бөрөһө күп булһа, күп орлоҡло була.
Шулай итеп, сәскәле үҫемлектәрҙең дүрт типтағы емеше булырға мөмкин:
- күп орлоҡло ҡоро емештәр ,
- бер орлоҡло ҡоро емештәр,
- күп орлоҡло һутлы емештәр,
- бер орлоҡло һутлы емештәр.
Күп орлоҡло ҡоро емештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡуҙаҡ — ике ҡапҡас менән асылыусы ҡоро емеш. Ҡуҙаҡ өлгөрөп еткәс, уның япмалары төрөлөп кибә һәм орлоҡтарҙы тирә-яҡҡа һибә (Бындай емеш фасолдә, борсаҡта, мал борсағында, акацияларҙа өлгөрә.
- Пәрҙәле ҡуҙаҡ, ҡуҙаҡ кеүек үк, ике ҡапҡаслы, тик орлоҡтары ҡуҙаҡтағы һымаҡ ҡапҡастарҙа түгел, ә емештең пәрҙәһе буйлап урынлашҡан. Тиле шалҡандың, кәбеҫтәнең, редистың, шалҡандың, һыйыр шалҡанының, ҡырағай торманың, левкойҙың емеше— пәрҙәле ҡуҙаҡ.
- Ҡап емештәр етендә, мамыҡта, мәктә, миләүшәлә, тәмәкелә, тюльпанда барлыҡҡа килә. Күп һанлы орлоҡтар ҡап емеш ҡабығындағы махсус тишектәр йәки ярыҡтар аша ҡойолалар .
Бер орлоҡло ҡоро емештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәтләүек — ҡоро емеш. Уның орлоғо емеш эргәлегенә ҡушылып үҫмәгән. Емеш эргәлеге ҡалын һәм бик ҡаты. Бындай емеш имәндә, сәтләүек ҡыуағында, турға еләгендә, шартыйҙа.
- Бөртөксә — ҡоро емеш, уның ярылы емеш эргәлеге берҙән-бер орлоҡтоң тышсаһына ҡушылып үҫә. Бойҙай һәм кукуруз емештәре шундай була.
- Орлоҡса — ҡоро емеш. Уның емеш эргәлеге, берҙән-бер орлоғона яҡын урынлашһа ла, уға ҡушылып үҫмәгән. Ундай емештәр көнбағышта була.
Күп орлоҡло һутлы емештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еләк — тыштан йоҡа тиресә менән ҡапланған итсәле һутлы емеш. Емеш эсендә ваҡ орлоҡтар була Ҡарағаттың, мүк еләгенең, көртмәленең, томаттың, виноградтың емештәре — еләктәр.
Бер орлоҡло һутлы емештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төшлө емеш — йоҡа тиресәле, йомшаҡ итсәле, эсендә бер орлоҡ ятҡан ҡаты эске емеш эргәлеге — һөйәге булған һутлы емеш . Бындай емештәр сейәлә, сливала, абрикоста, муйылда була. һутлы емештәрҙең башҡа төрҙәре лә осрай
Орлоҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәбәк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Орлоҡтарҙың һәм емештәрҙең таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Орлоҡтарҙың һәм емештәрҙең таралыуын өйрәнеүсе карпология бүлеге карпоэкология тип атала.
Киң мәғәнәлә карпоэкология, йәки диаспорология — фән диаспораларҙың (үҫемлектәрҙең тәбиғи юл менән айырылып үрсеү өсөн хеҙмәт иткән вегетатив һәм генератив өлөшө) таралыу законлылыҡтарын өйрәнә .
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Коровкин О. А. Анатомия и морфология высших растений: словарь терминов. — М.: Дрофа, 2007. — 268, [4] с. — (Биологические науки: Словари терминов). — 3000 экз. — ISBN 978-5-358-01214-1.
- Кудряшов Л. В. Карпология. — В: Большая советская энциклопедия / гл. ред. А. М. Прохоров // 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — 608 с. — 629 000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексей Бобров. Плоды тропических растений . ИД «ПостНаука» (14 мар. 2016). — лекция. Дата обращения: 21 ноябрь 2016.