Каруанһарай (Өфө)
Каруанһарай | |
Каруанһарай
| |
«Каруанһарай» сауҙа-күңел асыу комплексы | |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Өфө, Үрге сауҙа майҙаны, 1 |
Бина тибы | сауҙа йорто |
Беренсе тапҡыр | 1812-1815 йй. |
Төҙөлөшө | 1825—1866 йылдар |
Бөгөнгө хәле | Яҡшы хәлдә |
Сайт | Рәсми сайт |
Каруанһарай Викимилектә |
Каруанһарай (Сауҙа рәттәре) — Рәсәй төбәктәренә хас булған ҡунаҡ йорттарының береһе, XIX быуатта Өфөнөң Үрге Сауҙа майҙанында классицизм стилендә төҙөлгән. 1999 йылда сауҙа-эш комплексы итеп үҙгәртелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1802 йылда губерна идаралығы Ырымбурҙан Өфөгә күскәс, ҡаланың генпланын төҙөү ихтыяжы тыуа, каруанһарай ҙа кәрәк була. 1812—1815 йылдарҙа Санкт-Петербург, Ырымбур һәм Өфө араһында хатлашыу бара, шунда «Каруанһарай» осрай ҙа инде.
1825 йылда майҙан уртаһында Петербургтан килгән архитектура профессоры А. И. Мельников проекты буйынса таш Каруанһарай төҙөлә башлай. Классицизм стилендәге был бина 40 йыл буйы төҙөлә. 1864 йылда «Өфө губерна идаралығы присутствиеһы журналы»нда хәбәр ителеүенсә, төҙөлөштөң ҙур өлөшө тамамланған, ҡалғаны 1866 йылға әҙер булырға тейеш.
Аҡ барельефтар менән биҙәлгән һары төҫтәге мөһабәт ҡоролманы дүрт яҡтан аркалы яҡты асыҡ галереялар уратып тора, ә уртала эстән дә, тыштан да тороп сауҙа итә торған асыҡ майҙансыҡ ҡалдырыла. Тиҙҙән Каруанһарай ерле сауҙагәрҙәр араһында өҫтөнлөклө урын тип һанала башлай. Иң байҙарына шәхси сауҙа йорттары һалыр өсөн урын бүленә. Ҡайһы берҙәре беҙҙең көнгә тиклем һаҡланған:
- сауҙагәр Д.П. Берштейндың сауҙа йорто (Коммунистик урамға сыҡҡан өс ҡатлы офис бинаһы);
- Иванов менән Нобелдең сауҙа йорто һәм Үҙ-ара кредитлашыу йәмғиәте бинаһы (Үрге Сауҙа майҙанындағы ике ҡатлы ике бина);
- бер туған Крестовниковтарҙың сауҙа йорто (Ленин урамындағы ике ҡатлы йорт, әле уны Макдональдс биләгән).
1941 йылда Өфөгә Серпуховтан туҡыу һәм Ярцевонан еп иләү фабрикаһы эвакуациялана. Каруанһарай бинаһын 1980-се йылдар башына тиклем Өфө кизе-мамыҡ комбинаты алып тора. Бынан һуң бинаны емертергә теләйҙәр, ләкин йәмәғәтселек уны яҡлауға күтәрелә.
Башҡортостан Республикаһы Президентының 1995 йылдың 11 авгусында сыҡҡан «Өфө ҡалаһында элекке Сауҙа рәттәре бинаһын реконструкциялауҙы тәьмин итеү саралары тураһында»ғы фарманы реконструкцияны башлап ебәрә.
С. А. Голдобин етәкселегендәге Өфө архитекторҙары проекты буйынса тергеҙелгән Каруанһарай 1999 йылдың 11 октябрендә асыла һәм Өфөнөң генә түгел, тотош республиканың сауҙа, эш, мәҙәниәт үҙәге булып китә. 40 мең квадрат метр майҙанлы бина эсендә 150-нән ашыу сауҙа һәм күңел асыу ойошмаһы урынлашҡан. Каруанһарай ишеге алдындағы фонтан гранит табаҡтар каскадынан тора, ул Башҡортостан баш ҡалаһында иң ҙур фонтандар иҫәбенә инә (180 квадрат метр).
2014 йылдың 2 июнендә реконструкцияға ябыла[1]. 2015 йылдың 5 декабрендә яңыртылған Каруанһарайҙың ишектәре ҡабат асыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Каруанһарай темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Сәфәров В. Ф. Каруанһарай (Өфө) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Официальный сайт ТДК Гостиный двор