Корасон Акино
Корасон Акино | ||
Corazon Aquino | ||
| ||
---|---|---|
25 февраль 1986 йыл — 30 июнь 1992 йыл | ||
Алдан килеүсе: | Фердинанд Маркос | |
Дауамсы: | Фидель Рамос | |
Дине: | Католик сиркәүе | |
Тыуған: | 25 ғинуар 1933 Паники, Тарлак, Филиппин | |
Үлгән: | 1 август 2009 (76 йәш) Макати[d] | |
Ерләнгән: | Manila Memorial Park Sucat[d] | |
Атаһы: | Хосе Корасон[d] | |
Әсәһе: | Demetria Sumulong[d][1] | |
Ире: | Бенигно Акино | |
Балалары: | Бенигно Акино | |
Партия: | Либеральная партия Филиппин[d] | |
Белеме: | Колледж Святой Схоластики[d] колледж Маунт-Сент-Винсент[d] Дальневосточный университет[d] Университет Атенео-де-Манила[d] | |
Сайт: | coryaquino.ph | |
Автограф: | ||
Мария Корасо́н Кохуангко-Аки́но (Кори Акино; исп. María Corazón Cojuangco-Aquino, 25 ғинуар 1933 йыл — 1 август 2009 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1986—1992 йылдарҙа Филиппин президенты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Корасон Акино 1933 йылдың 25 ғинуарында Филиппиндың Тарлак провинцияһының Паники ҡалаһында ҡатнаш (филиппин, ҡытай һәм испан) сығышлы хәлле ғаиләлә тыуған, алты баланың береһе була.
1948—1953 йылдарҙа АҠШ-та уҡый, математика уҡытыусыһы һәм француз теленән тәржемәсе квалификацияһын ала. Тыуған илена ҡайтып Филиппин Алыҫ Көнсығыш университетының юридик факультетына уҡырға инә.
1954 йылда элекке Милли Асамблея рәйесенең улы Бенигно Акиноға кейәүгә сыға. Бенигно Акино уңыщлы сәйәси карьера төҙөй — 1955 йылда Консепсьон ҡалаһының мэры, һуңыраҡ — Тарлак провинцияһының губернаторы, ә 1967 йылда — сенатор була. Был ваҡытта Корасон Акино йорт хужабикәһе булып, биш балаһын — улы Бенигно Акино III һәм дүрт ҡыҙын тәрбиәләй.
1973 йылда Филиппин президенты Фердинанд Маркос президент һайлауҙары һөҙөмтәһенән ҡурҡып илдә хәрб хәл индерә һәм күренекле оппозиция лидерҙарын, шул иҫәптән Бенигно Акиноны ҡулға алырға бойора. Һөҙөмтәлә тормош иптәше ете йыл буйына тотҡонлоҡта булған саҡта, Корасон Акиноның сәйәси карьераһы башланып китә, 1978 йылда ул парламент һайлауҙары кампанияһын ойоштороуҙа ҡатнаша.
АҠШ президенты Джимми Картер булышлығында сенатор Акино төрмәнән сығарыла һәм ғаиләһе менән бергә илдән ҡыуып ебәрелә. 1983 йылда ул иленә ҡайтырға маташа һәм Манила аэропортында атыла (һуңыраҡ был аэропортты уның хөрмәтенә атайҙар).
Ире үлгәндән һуң Корасон Акино оппозиция лидерҙарының береһе булып китә. 1986 йылдың февралендә уҙғарылған президент һайлауҙарында кандидат була. Президент кампанияһы властар яғынан көсләү һәм үлтерештәр менән билдәләнә һәм ғәмәлдәге президент Маркос еңгәнен иғлан итеү менән тамамлана. Шуға ҡарамаҫтан, Акино яғында булғандар президент һайлауҙары һөҙөмтәләрен ҡабул итмәйҙәр, һәм 22 февралдә оппозиция оборона министры булышлығында Маркосты отставкаға китергә мәжбүр итә. 1986 йылдың 25 февралендә Корасон Акино президент вазифаһын башҡара башлай.
Корасон Акино власҡа килгәс, илдә демократик реформалар башлана.
Улы Бенигно Акино 2010 йылғы президент һайлауҙарында Либераль партиянан кандидат булып, күпселек тауыш йыя һәм Филиппин президенты итеп һайлана[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Geni (билдәһеҙ) — 2006.
- ↑ Philippinen: Aquino bei Präsidentenwahl klar in Front(недоступная ссылка) (нем.)