Эстәлеккә күсергә

Кришна (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кришна
Характеристика
Оҙонлоғо 1300 км
Бассейн 258 948 км²
Һыу сығымы 2213 м³/с (урта)
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Махараштра штаты, Һиндостан
 · Координаталар 17°55′28″ с. ш. 73°39′36″ в. д.HGЯO
Тамағы Бенгал ҡултығы
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 15°42′48″ с. ш. 80°55′50″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Ил Һиндостан Һиндостан
Кришна (йылға) (Һиндостан)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Кришна Викимилектә
Виджаявад ҡалаһы янында

Кри́шна (санскритта «ҡара» тип аңлатыла) — Һиндостандағы йылға.

Оҙонлоғо яҡынса 1300 км, бассейн майҙаны 258948 км²[1].

Махараштара штатының Махабалесвар ҡалаһы янында башлана. Көнсығышҡа табан Махараштра, Карнатака һәм Андхра-Прадеш штаттарының территорияһы буйлап аға.

Тамағында дельта барлыҡҡа килтереп Бенгал ҡултығына ҡоя. Йылға дельтаһы — Һиндостандың иң уңдырышлы райондарының береһе булып тора, бында шулай уҡ Сатавахана һәм Икшваку боронғо батшаларының резиденциялары булған.

Ҡушылдыҡтары — Тунгабхарда, Кояна, Венна (Вени), Савитри һәм Гаятри.

Муссондар осоронда (июнь-август) йылға кимәле ныҡ күтәрелә һәм ул бик ныҡ киңәйә.

  1. IWMI Research Report 83. Spatial variation in water supply and demand across river basins of India. Дата обращения: 23 июнь 2015.


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ