Кэндзо Тангэ
Кэндзо Тангэ | |
япон. 丹下健三 | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған көнө | |
Вафат көнө | |
Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары | |
Белем алған |
Токийский императорский университет[d] |
- | |
Кэндзо Тангэ Викимилектә[5] | |
Кэ́ндзо Та́нгэ (яп. 丹下 健三 Тангэ Кэндзо:, 4 сентябрь 1913 йыл — 22 март 2005 йыл) — япон архитекторы. 1987 йылда архитектура өсөн Притцкер премияһына лайыҡ була. 20-се быуаттың иң әһәмиәтле архитекторҙарының береһе, традицион япон стилдәрен модернизм менән берләштереп, биш континенттағы ҙур биналарҙы проектлай. Уның карьераһы егерменсе быуаттың бөтә икенсе яртыһын солғап ала, Токиола, Японияның башҡа ҡалаларында һәм бөтә донъя буйлап төрлө ҡасабаларҙа үҙенсәлеге менән айырылып торған бик күп биналар төҙөй. Ул шулай уҡ Токио һәм уның яҡын тирә-яғын төҙөү буйынса һоҡландырғыс пландар авторы [6] Танге архитектуралағы метаболизм хәрәкәтенең әүҙем йоғонто яһаусы.
Эшмәкәрлегенең башланғыс йылдарынан уҡ Швейцария модернисы Ле Корбюзье (6.10.1887—27.08.1965) йоғонтоһонда ижад итә башлай. 1949 йылда Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль паркының дизайны буйынса үткәрелгән конкурста еңеп, халыҡ-ара танылыу ала. 1950-се йылдарҙа Хәҙерге архитектураның халыҡ-ара конгресына (CIAM) ағза итеп ҡабул ителә. Был ойошманың «10-сы команда» исеме менән билдәлелек алған йәш архитекторҙар төркөмөнә ҡушылмай, шулай ҙа уның 1960 йылда эшләнгән Токио ҡултығы планы был командаға һәм метаболистар хәрәкәтен башлаған төркөмгә оло йоғонто яһай.
Урбанизм өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәре архитекторҙы Икенсе донъя һуғышынан һуң тәҡдим ителгән реконструкция проекттарына идара итеү өсөн өҫтөн хәлгә ҡуя. Уның идеялары Токио һәм Скопье өсөн эшләнгән проекттарҙа әүҙем ҡулланыла. Тангэның эштәре бөтә донъя архитекторҙарының тотош быуынына йоғонто яһай.
Традицион япон эстетикаһы һәм структур принциптары нигеҙендә «халыҡ-ара стилдә» (Токио муниципалитетын, 1952-1957) һәм «хай-вак» «юғары технологиялы» стилдә (Fuji Television штаб-фатирын, 1996) проектлай.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хиросиманы 1945 йылда бомбаға тотҡандан һуң ҡаланы төҙөкләндереү менән етәкселек итә. Тыныслыҡ мемориаль паркыны һәм ундағы бер нисә бинаны: музейҙы, ҡала йыйылышы йортон төҙөй.
Уның эштәре араһында — Дева Мария католик соборы һәм Олимпия үҙәге (икеһе лә Токиола, 1964 йылда тамамланған). Беренселәрҙән булып Олимпия үҙәге һәм Токиолағы Изге Мария соборы, Эхиме префектураһында конгресс-холда таяуҙар-тышлыҡтарҙан төҙөлөш констркуцияһын ҡуллана.
1960 йылдар уртаһынан Тангэ һәм уның архитектура бюроһы ҡыҙыҡһыныуҙар үҙәгендә — ҙур ҡала планировкаһы (ер тетрәүҙән һуң яңы Скопье үҙәге, Нигерияның баш ҡалаһы Абуджа, Болонья һәм Неаполдең эшлекле кварталдары) тора. Притцкер премияһы лауреаты (1987)[7].
-
Ёёги милли стадионы (1964) — структур экспрессионизм өлгөһө милли стадионы (1964)
-
Grand Prince Akasaka отеле Тиёдала махсус район, Токио (1982) (2011-13 йй. һүтеп алына.)
-
OUB Centre Сингапур (1986)
-
UOB майҙаны, Сингапур (1992)
-
Fuji Television бинаһы, Одайбала, (Токио )(1996)
-
Кагавала префектура бинаһы, Япония (2000)
-
Македонияның Милли Банкы
-
Сидзуокта матбуғат үҙәге
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118620673 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ архитекторы, работающие в Швеции — 2014.
- ↑ 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Tange Kenzo // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Caves R. W. Encyclopedia of the City. — Routledge, 2004. — P. 657. — ISBN 978-0415862875.
- ↑ Мастера архитектуры // Тангэ Кэндзо
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кэндзо Тангэ Викимилектә | |
Кэндзо Тангэ Викияңылыҡтарҙа |
- «Коммерсантъ» гәзитендәге мәҡәлә № 50, 23.03.2005(недоступная ссылка) Проверено Июнь 2019.
- "Архитектура инструментарийы"сайтында Кэндзо Тангэ тураһында
- 4 сентябрҙә тыуғандар
- 1913 йылда тыуғандар
- 22 мартта вафат булғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса архитекторҙар
- Архитектор-модернистар
- Япония император премияһы лауреаттары
- Притцкер премияһы лауреаттары
- Почётлы легион ордены командорҙары
- Токиола вафат булғандар
- Король алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр