Эстәлеккә күсергә

Көйәнтә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көйәнтә
Рәсем
 Көйәнтә Викимилектә
О. А. Романова. Көйәнтәле ҡыҙ.
Ҡытайҙа көйәнтәләп йөк ташыу.

Көйәнтә (коромысл[1]) — ике биҙрә йәки башҡа төрлө йөк элер өсөн ҡулайлаштырылған ағас ҡорамал. [2]. Көйәнтәне яурынға һалып йөрөтәләр, ул ауырлыҡты кәүҙәгә тигеҙ төшөрөп күтәрергә ярҙам итә. Көйәнтә Алыҫ Көнсығыш илдәрендә киң ҡулланыла[3]. Көйәнтә дуға кеүек бөгөп тә, Көнсығыш илдәрендә тура килеш тә ҡулланыла

Һыу юлы башлау

Башҡорттарҙа көйәнтә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙа көйәнтә көнкүрештә көндәлек тотона торған әйбер генә түгел, ҡайһы бер йолаларҙы үтәгәндә алмаштырғыһыҙ атрибут.

Мәҫәлән, килен төшөргәндә уға башта һыу юлы күрһәтәләр. Һыуға башлатҡанда йәш килендең иң бәләкәс бикәсе көйәнтә күтәргән, әгәр кейәүҙең бер туған һеңлеһе булмаһа, ике туғандан алғандар. Һыу башлатырға мотлаҡ ҡыҙы бала ҡуйылған. Буш биҙрәләрҙе көйәнтәгә элеп, бикәс алдан бара, ә ҡайтҡанда килен үҙе күтәрә [4]

Был йола өсөн махсус уңайлы, матур көйәнтә һайлағандар, уны төрлөсә буяғандар, биҙәгәндәр.

Көйәнтә халыҡ йырҙарына ла инеп ҡалған.

Көйәнтәне бөгөп тә, бөкмәй ҙә эшләйҙәр. Башҡорт көнкүрешендә уның дуға кеүек бөгөп эшләнгәне таралған. Урманлы яҡтарҙа уның ябай ғыналарын һәр йортта тиерлек үҙҙәре эшләй белгәндәр, ғәҙәттә, бәләкәй ҡыҙҙар өсөн муйыл ағасынан, үҙҙәренең буйына ҡарап, бөгөп эшләп биргәндәр. Ә матурыраҡ, ныҡлыраҡтарын ауылдың балта оҫталары эшләгән, уларҙың үҙ серҙәре, стиле булған, танылып торған.

Көйәнтә өсөн һығылмалы, еңел, әммә ныҡлы ағастар файҙаланылған (мәҫәлән, тал, йүкә, уҫаҡ йәки ҡорос ағас һәм башҡалар) [5]

хөрәфәт
  • Көйәнтә аша атлама.
үсекләү
  • көйәнтә сираҡ - кәкре аяҡлы кешегә әйтелә
йыр

Бибекәй матур һыуға бара,

Йәшел силәген аҫып,

Һандуғастар ҡунып һайрай

Көйәнтәһенә баҫып.

  • YouTube сайтында Видео Көйәнтә шулай эшләнә. Башҡорттарҙың милли шөғөлө
  • YouTube сайтында Видео Коромысло. Как носят воду коромыслом. Старинный, уже почти забытый способ
  1. Словарь русского языка, 1980, с. 403
  2. Ефремова, 2000
  3. Carrying pole // Энциклопедия Кольера
  4. Башҡорт йолаһы [1](недоступная ссылка)
  5. Бондарное ремесло [2]