Лос-Аламос
Лос-Аламос | |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
---|---|
Административ үҙәге | Лос-Аламос[d] |
Административ-территориаль берәмек | Лос-Аламос[d] |
Сәғәт бүлкәте | MDT[d] |
Территория перекрывается с | Los Alamos urban area[d][1] |
Халыҡ һаны | 13 179 кеше (1 апрель 2020)[2] |
Процент водной поверхности | 0,0326 процент[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2231 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Саров |
Майҙан |
28,816707 км²[4], 28,868334 км² (1 апрель 2010)[3] |
Почта индексы | 87544–87545 һәм 87544 |
Рәсми сайт | losalamosnm.us/cms/one.a… |
Число домохозяйств | 5744 ± 218[5] |
Доход на душу населения | 62 299 $[6] |
Урындағы телефон коды | 505 |
Лос-Аламос Викимилектә |
Лос-Аламос (исп. Los Álamos — «тирәктәр») — Нью-Мексико штатындағы тораҡ пункт һәм округ. Тораҡ пункты ҡала йәки ҡасаба статусына эйә түгел, әммә иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса статистик айырым биләмә булып тора (ингл. Census Designated Places , CDP).
Лос-Аламосҡа Лос- Аламос үҙе, йәки «уба», шулай уҡ айырым статистик Уайт-Рок урыны инә. Ике өлөш тә бер үк ауылға инә, әммә статистик яҡтан (ценз буйынса) бүленгәндәр.
Лос-Аламоста 1942 йылда Манхэттен проекты буйынса Лос-Аламос милли лаборатория (ингл. National Laboratory Los Alamos, LANL) ойошторола[7].
Округ һәм тораҡ пункттың дөйөм идара итеү учреждениелары бар. Округ советы ете ағзанан тора, улар дүрт йылға һайлана. Һәр ике йыл һайын советтың дүрт йәки өс ағзаһы халыҡ тарафынан кире һайлана. Совет уның рәйесен һәм урынбаҫарын һайлай.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лос-Аламос Санта-Фе штатының баш ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай яҡынса 56 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Баш ҡала менән Лос-Аламос заманса шоссе менән бәйләнгән. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 2231 метр тәшкил итә. Майҙаны 28,1 км². Ҡаланың үҙәк өлөшөндә ҙур булмаған Эшли (Ashley) быуаһы бар.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лос-Аламоса климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 18,3 | 20,5 | 23,3 | 26,6 | 33,8 | 35,0 | 35,0 | 33,3 | 34,4 | 28,8 | 22,2 | 20,5 | 35,0 |
Уртаса максимум, °C | 4,3 | 6,5 | 10,7 | 15,4 | 20,6 | 26,0 | 27,3 | 25,5 | 22,3 | 16,3 | 9,5 | 4,2 | 15,7 |
Уртаса температура, °C | −1,4 | 0,5 | 4,1 | 8,2 | 13,2 | 18,3 | 20,1 | 18,7 | 15,4 | 9,5 | 3,2 | −1,4 | 9,0 |
Уртаса минимум, °C | −7,2 | −5,5 | −2,5 | 1,0 | 5,9 | 10,7 | 12,8 | 11,9 | 8,5 | 2,7 | −2,9 | −7,1 | 2,3 |
Абсолют минимум, °C | −27,7 | −27,2 | −19,4 | −15 | −5,5 | −2,2 | 2,7 | −0,5 | −5 | −14,4 | −25,5 | −25 | −27,7 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 24 | 21 | 30 | 26 | 35 | 38 | 71 | 91 | 51 | 39 | 24 | 25 | 482 |
Сығанаҡ: NWS |
Демографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 11909 кеше, 5110 йорт хужалығы, 3372 ғаилә иҫәпләнгән. Халыҡ тығыҙлығы 423,4 кеше/км² (1096,2 квадрат миль).
Раса составы: 89,13 % аҡ тәнлеләр, 0,44 % афро-американдар, 0,56 % тарихи американдар, 4,47 % азиаттар, 0,04 % тымыҡ океан утрауҙарынан сыҡтҡандар, 3,01 % башҡа расалар һәм 2,35 % ике раса йәки унан күберәк. Латиноамерикандар бөтә расаларҙың 12,21 %. тәшкил итә.
Лос-Аламос штатта белем кимәле буйынса яҡшы күрһәткестәргә эйә. Халыҡтың 25 йәштән өлкәнерәктәренең 68,6 % юғары белемдең беренсе баҫҡысына эйә (ингл. degree associate), ә 62,1 % — икенсе баҫҡысҡа (бакалавр дәрәжәһе, ингл. degree baccalaureate) йәки юғары белемгә эйә..
31,4 % йорт хужалығында 18 йәштән кесе балалар, 56,4 % — ирле-ҡатынлы бергә йәшәгән ғаиләләр тәшкил итә. 6,5 % ирһеҙ йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар, 34 % — ғаиләһеҙ йорт хужалары. Йорт хужалығында уртаса кеше һаны 2,31, ғаиләнең уртаса күләме — 2,89 кеше тәшкил итә.
Ауылдың йәш пирамидһы:
- 18 йәштән кесе — 24,8 %
- 18 йәштән 24 йәшкә тиклем — 4,8 %
- 25 йәштән 44 йәшкә тиклем — 29,2 %
- 45 йәштән 64 йәшкә тиклем — 28,2 %
- 65 йәштән өлкәндәр — 12,9 %
Халҡының уртаса йәше 40 йәш. Төрлө йәштәге 100 ҡатын-ҡыҙға 101,3 ир-ат тура килә, ә 18 йәштән өлкән 100 ҡатын-ҡыҙға 18 йәштән өлкән 100,1 ир-ат тура килә.
Бер йорт хужалығының уртаса йыллыҡ килеме 71536 АҠШ доллары тәшкил итә, ә ғаиләнең уртаса килеме — 86876 доллар. Ир-ат уртаса 65638 доллар килемгә, ә ҡатын — ҡыҙҙар- 39352 доллар килемгә эйә. Йән башына килем 34240 доллар тәшкил иткән. Яҡынса 2,4 % ғаилә һәм халыҡтың 3,6 проценты фәҡирлек кимәленән түбән йәшәй. Ярлылыҡ кимәленән түбән 18 йәштән кеселәр 2,6 % һәм 65 йәштән өлкәндәр 5,3 % тәшкил итә.
Торлаҡтың уртаса мәшғүллек кимәле 71,5 %. Манхэттен проекты ваҡытында ауыл ябыла, беренсе йорт АҠШ хөкүмәте тарафынан 1965 йылда Овертон Вильямға (ингл. William Overton)[8] шәхси биләмә итеп һатыла.
Мәғарифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лос- Аламоста асыҡ округ урта мәктәбе Los Alamos High School урынлашҡан. Манхэттен проекты буйынса эштәр башланғанға тиклем был урында Los Alamos Ranch School урынлашҡан.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ United States Census Bureau 2023 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington: United States Census Bureau, 2023.
- ↑ Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
- ↑ 3,0 3,1 United States. Bureau of the Census 2010 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2010.
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ National Lab Los Alamos: National Science Security
- ↑ 5 LANL Newsletter(24):7, 22 November of week, 2004