Эстәлеккә күсергә

Магда Гад

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Магда Гад
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 17 октябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1] (48 йәш)
Тыуған урыны Фалу-Кристине[d], Фалун[d], Даларна[d], Швеция[1]
Яҙма әҫәрҙәр теле швед теле
Һөнәр төрө журналист
Биләгән вазифаһы хәбәрсе[d] һәм журналист[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 79 291
 Магда Гад Викимилектә

Магда Гад (швед. Magda Gad; 17 октябрь 1975 йыл) — мысыр-швед[2] хәрби журналисы, киске Экспрессен (Expressen)[3], «Svenska Dagbladet» швед гәзиттәре, Заман Психологияһы һәм Läkartidningen баҫмалары өсөн яҙа.

Магда Гад Expressen гәзите редакцияһында

Магда Гад 1975 йылдың 17 октябрендә Даларн административ үҙәге — Фалун швед ҡалаһында тыуған. Стокгольм университетында политология өлкәһендә белем алғас, модаға, стиль һәм мәҙәниәткә йүнәтелгән швед айлыҡ Cafe Magazine журналында, һуңынан — «Экспрессен» киске гәзитенең хәрби корреспонденты булып эшләй, «Svenska Dagbladet» швед гәзите, «Заман психологияһы» һәм «Läkartidningen» баҫмалары өсөн яҙа. Хәрби вҡиғаларға һәм катастрофаларға арналған репортаждарын донъяның бик күп ҡыҙыу нөктәләренән яҙа.

2014—2015 йылдарҙа Либерияла эбола геморрагик биҙгәге ҡоторған ваҡытта йәшәй. Кино төшөрөү төркөмө менән Конго, Гондурас һәм Украина илдәрендә була («Мәғлүмәт төтөнө шаршауы артында Магда Рад дөрөҫлөк эҙләй» репортаждар серияһы)[4].

2016 йылдың июнендә Ираҡта Мосулға һөжүмде һүрәтләй, Ираҡта ИГИЛ-ға ҡаршы һуғыш тураһында хәбәр итеп, донъя билдәлелеге ала.

Магда Гад — «Башҡа тарих» — ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әҫәрҙәр антологияһының авторҙашы[5].

  • 2015 йылда Швецияла Гад йыл журналисы тип атала.
  • Корделия Эдвардсон (2016)[6], Wendelas премияларына лайыҡ була (2016)[7], һәм еврора матбуғаты Distinguished Writing Award призын яулай (2016)[8]
  • Румыниянан репортажы менән European Press Prize конкурсының финалисы(2016).
  1. 1,0 1,1 1,2 Gad, Magda // Sveriges befolkning 2000 (швед.)Sveriges Släktforskarförbund, 2020.
  2. http://www.expressen.se/geo/magda-gad/tack-pappa-for-att-du-visade-mig-att-jag-ar-stark-och-fri-att-ga-min-egen-vag/
  3. Gad, Magda I det här lilla landet mördas 7 000 människor varje år – se bilderna inifrån världens farligaste land (19 Oct 2014). Дата обращения: 12 май 2015.
  4. СМИ Скандинавии: репортер Гад ищет правду о России
  5. En annan historia(недоступная ссылка)
  6. IMS. Дата обращения: 6 март 2017.
  7. Wendelapriset. Дата обращения: 6 март 2017. 2017 йыл 7 март архивланған.
  8. The European Press prize. Дата обращения: 24 апрель 2016. Архивировано 30 май 2016 года. 2016 йыл 30 май архивланған.