Эстәлеккә күсергә

Мадейра (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мадейра
Порту-Велью районында
Порту-Велью районында
Характеристика
Оҙонлоғо 3230 км
Бассейн 1 158 000 км²
Һыу сығымы 24 397 м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Маморе менән Бени
 · Бейеклеге 119 м
 · Координаталар 10°22′34″ ю. ш. 65°23′30″ з. д.HGЯO
Тамағы Амазонка
 · Координаталар 3°23′30″ ю. ш. 58°46′49″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Илдәр Боливия Боливия, Бразилия Бразилия
Мадейра (йылға) (Бразилия)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Мадейра Викимилектә

МадейраКөньяҡ Америкағы йылға, Амазонканың иң ҙур уң ҡушылдығы.

Амазонка йылғаһы бассейны картаһы. Мадейра шәмәхә төҫө менән билдәләнгән

Боливия һәм Бразилия сигендә Маморе һәм Бени ҡушылған урында башлана. Йылғаның яҡынса 100 км был илдәрҙең дәүләт сиге булып тора. Артабан йылға төньяҡ-көнсығышҡа табан Бразилияның Рондония һәм Амазонас штаттарының территорияһы буйлап аға һәм һул яҡтан Амазонкаға ике тармаҡ яһап ҡоя. Оҙонлоғо — 3230 км, бассейн майҙаны — 1158 мең км².

Һыу кимәленең миҙгел буйынса тирбәлеүе 12 метрға барып етә, юғары кимәл октябрҙән май айына тиклем була. Түбәнге ағымында һыу сығымы 4200 м³/сек алып 39 000 м³/сек барып етә.

Йылға атамаһы португал теленән madeiraүҙағас (ағас) тип аңлатыла, Мадейра үҙенең барлыҡ оҙонлоғонда Амазония джунглиҙары аша аға.

Йылғала Порту-Велью ҡалаһынан алып суднолар йөрөй ала. Мадейрла Порту-Велью, Умайта һәм Маникоре ҡалалары урынлашҡан.

Мадейрала амазония дельфины тереклек итә.

2012—2015 йылдарҙа йылғала «Санту-Антониу» һәм «Жирау» гидроэлектранциялары төҙөлә[1].


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ