Башкиров Иван Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башкиров Иван Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1926
Тыуған урыны Саба районы[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Вафат булған урыны Польша
Ерләнгән урыны Западно-Поморское воеводство[d]
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы III дәрәжә Дан ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Иван Сергеевич Башкиров  (19261945) — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының сержанты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Башкиров 1926 йылда Татар АССР-ының Сабин районы Завод-Нырты ауылында  крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң колхозда эшләй. 1943 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1944 йылдың июнь айынан алып — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.  1945 йылдың ғинуарына сержант Башкиров 1-се Белорус фронтының 143-сө уҡсылар дивизияһы 487-се уҡсылар полкының пулемёт расчеты менән етәкселек итә.  Висла-Одер операцияһы ваҡытында үҙенең ҡаһарманлығын  күрһәтә[1].

1945 йылдың 15 ғинуарында Летьоново ҡалаһы районында Висла йылғаһы аша сыҡҡан һәм йылғаның көнбайыш ярында  плацдармды баҫып алған саҡта Башкиров командованиеһы аҫтындағы расчет алға сыға һәм совет подразделениеларының уңышлы хәрәкәтенә һәм Варшава-Модлин шоссеһы участкаһын алыуға булышлыҡ итә. 1945 йылдың 5 февралендә Дейч-Кроне ҡалаһы өсөн алышта һәләк була (хәҙер Валч, Польша). Валч ҡалаһы янында ерләнә.

Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың  27 февралендәге Указына ярашлы сержант Иван Башкиров Советтар Союзы Геройы юғары исеменә үлгәндән һуң лайыҡ була . Шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ һәм  3-сө дәрәжә Дан ордендарына һәм миҙал менән наградлана. Уның тыуған ауылындағы мәктәпкә Башкиров Иван Сергеевичтың исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкиров Иван Сергеевич (рус.). AZ Library. Проверено 14 февраля 2012. 12 сентября 2012 года.
    Дан ордены
    Дан ордены

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Ханин Л. Герои Советского Союза — сыны Татарии. — Казань, 1963. / стр.49-52.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леонид Шейнман. Башкиров Иван Сергеевич. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 15 июнь 2015.