Джейн Остин: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, стилде төҙәтеү, викилаштырыу
Вики-Һаҡлағыстағы Jane_Austen_coloured_version.jpg рәсеме Jameslwoodward ҡатнашыусыһы тарафынан юйылған. Ул яҙған сәбәп: per c:Commons:Deletion requests/File:Jane Austen coloured version.jpg.
2 юл: 2 юл:
|Исеме = Джейн Остин
|Исеме = Джейн Остин
|Төп исеме = Jane Austen
|Төп исеме = Jane Austen
|Рәсеме = Jane Austen coloured version.jpg
|Рәсеме =
|Киңлек= 230px
|Киңлек= 230px
|Рәсем аңлатмаһы = <small>Джейн Остин портреты, 1873 йыл</small>
|Рәсем аңлатмаһы = <small>Джейн Остин портреты, 1873 йыл</small>

22:24, 11 октябрь 2021 өлгөһө

Джейн Остин
Jane Austen
Тыуған көнө:

16 декабрь 1775({{padleft:1775|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Стивентон, Хэмпшир, Англия

Вафат булған көнө:

18 июль 1817({{padleft:1817|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (41 йәш)

Вафат булған урыны:

Уинчестер, Англия
Ерләнгән: Уинчестер соборында

Гражданлығы:

Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Эшмәкәрлеге:

Яҙыусы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

инглиз

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Джейн О́стин (Джейн О́стен варианты ла киң таралған; (ингл. Jane Austen, /dʒeɪn ˈɒstɪn/[1] 16 декабрь 1775 йыл — 18 июль 1817 йыл) — Англия яҙыусыһы, сатирик. Британия әҙәбиәтендә реализм барлығын тәүге хәбәр итеүсе.


Биографияһы

Ғаиләһе

Джейн Остиндың йорт-музейы

Джейн Остин 16 декабрь 1775 йылда Стивентон (графство Хэмпшир) ҡаласығында донъяға килә. Атаһы, Джордж Остин, приход священниге була[2]. Уның сығышы боронғо кент ғаиләһенән, белемле һәм уҡымышлы кеше була. Ҡатыны, Кассандра Ли, шулай уҡ боронғо ырыуҙан, тик ярлы булалар. Помимо Джейндән башҡа ғаиләлә алты малай һәм бер ҡыҙ була (Кассандра). Джейн Остин һуңғынан алдағы бала.

Джейн Остин, Кассандра Остин эшләгән һүрәт, ок. 1810 й.

Ул йылда балалар үлеме күп булыуға ҡарамаҫтан, улар иҫән ҡала. Оло ағаһы, Джеймс (1765—1819), әҙәбиәткә тартыла: шиғырҙар яҙа, проза, шулай ҙа атаһы артынан эйәрә. Икенсе ағаһы, Джордж (1766—1838) тураһында ғаиләлә һөйләргә күнекмәгәндәр: ул аҡылға бәлиғ булып, һөйләшергә лә өйрәнмәй. Уның арҡаһында Джейн телһеҙҙәр азбукаһын үҙләштерә. Өсөнсө ағһын, Эдвардты (1767—1852), үҙҙәренең балалары булмаған бай туғандары Остин Найттар балалыҡҡа алалар.

Дүртенсе, Джейн Остиндең ағаһы, Генри Томас (1771—1850) иң яҡты һәм романтик яҙмышлы була. Шөғөлләнеп тә, тәжрибә туплап өлғөрмәй, үҙ ғүмерендә бик күп һөнәр алмаштыра: армияла хеҙмәт итә, банкир була, башта уңышлы ғына эшләй, һуңынан бөлә, сан ала. Элизе де Фейдкә өйләнә, ул гильотин аҫтында үлгән француз дворяненең тол ҡатыны була. Элизаның Джейнгә тәьҫире ныҡ тейә. Элиза арҡаһында француз телен өйрәнә и француз авторҙары менән таныша: Ларошфуко, Монтен, Лабрюйер, шулай уҡ театрға ғашиҡ була.

Ҡалған ике ағалары, Фрэнсис Уильям и Чарльз Джон, хәрби моряктар, һәм адмирал чиненә тиклем үрләйҙәр. Джейн бигрәк тә һеңлеһе Кассандра менән дуҫ була. Уға үҙенең хыялдары менән бүлешә серҙәрен һөйләй. Кассандра апаһының кемгә тоғороғолоғон һаҡлағанын да белә, Джейн Остин Кассандраның ҡулында үлә.

Кассандра, апаһы кеүек үк, кейәүгә сыҡмай. Ул һөйгән, священник Томас Фаул, һары ауырыуынан Вест-Индияла үлә, ул унда туйға аҡса эшләр өсөн килгән була. Был ваҡытта Кассандрға егерме дүрте тула.

Үҫмер сағы

Яҙыусы тураһында мәғлүмәт күпкә әҙерәк. Замандаштар уның тышҡы киәфәте тураһында ла төрлөсә фекерҙә. Джейн «үҙелә юнһеҙерәк була, ун ике йәшендә үк тәкәллефле, еңмеш һәм тәбиғи түгел», тип һөйләй ике туған һеңлеһе Филадельфия ҡара фр. тел.). «Ул һөйкөмлө, матур, әҙәпле, тик биттәре йомрораҡ», — тип әйтә дуҫ ҡыҙын ағаһы. Был портрет Джейн тураһында, Кассандра һөйләгәнгә тап килә.

Джейн Остин биҙәнергә, балға йөрөргә, күңел асырға ярата. Уның хаттары төрлө фасон баш кейемдәре, күлдәктәр һәм кавалерҙар тураһында тулы. Күңел асыу уның тәбиғи аҡыллығы һәмәҙәплегенә тап килә, бигрәк тә уның мәктәпте лә бөтмәгән, белеме менән.

1783— 1786 йылдар һеңлеһе Кассандра менән Оксфордта, Саугемтонда Һәм Редингтә уҡыйҙар. Джейн һәйбәт мәктәпкә эләкмәй; Беренсеһендә, мәрхәмәтһеҙ директор арҡаһында Кассанра менән сыпной тиф йоҡтороп саҡ үлмәй ҡалалар. Икенсе Редингалағы мәктәп директоры, киреһенсә, үтә яғымлы, тик уҡыусыларҙың белем алыуы иң аҙаҡтан ҡайғырта. Джордж Остин ҡыҙҙарын өйгә алып ҡайта һәм белемде үҙе бирергә ҡарар итеп, бик ыңғай уңышҡа өлғәшә. Уҡыуҙа дөрөҫ юнәлеш юнәлеш биреп, ул ҡыҙҙарҙа әҙәбиәтте тоя белеүҙе уята, үҙ эше буйынса, бик яҡшы таныш, классик авторҙарға һөйөү менән таныштыра. Шекспир, Голдсмит, Юм уҡыйҙар. Романдар менән мауығып, Ридчарсон, Филдинг, Стерн, Мария Эджуорт, Фанни Берни һымаҡ авторҙарын уҡыйҙар. Каупер, Томсон, Томас Грей һымаҡ поэттарҙы күберәк яраталар. Джейн Остин шәхес булараҡ интеллектуаль шарттарҙа — китаптар менән, даими әҙәби уҡыуҙар, уҡылғанды һәм үҙгәрештәр тураһында фекер алышыу араһында үҫешә.

Яҙыусының ҡыҫҡа ғына ғүмере, Лондонға һирәк кенә килеп, күпселек ситтә Стивентон, Бат, Чотэн, Уинчестер ҡалаларында үтә, киң донъя үҙ ваҡиғалары үҙгәрештәре: һуғыш, сыуалыш, революциялар менән, инглиз священнигенең ҡыҙы йәшәйешенә, һүлпән генә, тыныс булған булмышына даими рәүештә үтеп инә.

Ижадҡа йоғонто

Үҫмер һәм бәлиғ булған сағы Джейн Остин өсөн тынғыһыҙ ваҡыттар була: Наполеон һуғышы бара, Төньяҡ Америкала үҙаллылыҡ өсөн һуғыш, Англия сәнғәт үҙгәрештәре кисерә, бында луддитарҙың беренсе сығыштары уҙа, Ирландия ихтилал менән уратылып алына.

Джейн Остин ағалары һәм уларҙың ҡатындары, йыраҡ туғандары менән йәнлелек менән хат алыша,ҡайһы берҙәре шул ваҡиғаларҙа үҙҙәре үк ҡатнаша. Ағалы-энеле Чарльз һәм Фрэнсис Франция һуғышына китәләр, Франция революцияһы Элиза де Фрейдтең яҙмышын ныҡ үҙгәртә. Вест-Индияла Кассандрҙең һөйгәне вафат була; Остиндәр ғаиләһендә, бер нисә йыл Индия губернаторы Уоррен Гастингстың улы тәрбиәләнә.

Джейн Остин өсөн хаттар романдарға ҡиммәтле сығанаҡ бирә. Һуғыш һәм революция тураһында мәҡәләләрҙә һүҙ бармаһа ла, ваҡиға Англиянан ситкә сыҡмай, «Аҡыл дәлилдәре» романынында яҡын-тирәләге хәл, бигрәк һиҙелә, әле генә Вест-Индияға барған, ҡаһарман һуғышып батырлыҡ күрһәткән, күп моряктарҙың әйләнеп ҡайтыуы тураһында. Шулай ҙа Остин хәрби хәрәкәт һәм Англияла башланған колониаль экспансия тураһында яҙыуҙы кәрәк тип тапмай.

Остиндең ижадта ғына түгел, шулай уҡ донъяға ҡарашынан айырылмай торған төп һыҙаты —тыйнаҡлыҡ. Остин көслө инглиз традицияларын һаҡлаған ғаиләнән: уларға тәрән хис һәм теләктәшлек тойғолары хас, шул уҡ ваҡытта тотанаҡлыҡ бар.

Джейн Остин кейәүгә сыҡмағас сыҡманы. Джейнгә 20 йәш тулғанда, уның күршеһе, буласаҡ Лорд, Ирландияның Юғары Судьяһы Томас Лефрой менән роман булып ала, ул ваҡытта студент-юрист була. Джейн һәм Том айырылышалар, сөнки уларҙың ниҡахҡа инеү сәбәбе, ярлы ғаиләләре, балалары арҡаһында хәлдәрен яҡшыртыу өмөтө ғенә була . Джейн утыҙ йәшендә чепчик кейә, үҙ бәхете менән хушлашып, ҡарт ҡыҙҙар исемлегенә инә. Шулайҙа бер тапҡыр өйләнергә тәҡдим итәләр. Остиндәр бер ҡасан да бай булмайҙар, ә аталары үлгәс финанс яғы бигерәк ҡатмарлаша. Джейн үҙҙәренә кейем тегә һәм хужалыҡта әсәһенә ярҙам итә.

Яҙыусы 18 июль 1817 йыл Аддисон сиренән Уинчестерҙә вафат була. Һуңғы роман «Сэндитон» үлер алдынан башланып, яҙылып бөтмәй.

Уинчестер соборында ерләнә.

Әҫәрҙәре исемлеге

Остин ижады ике осорға бүленә: 1795—1798 йылдар, тәүге романдары; 1811—1816 йылдар — танылған романдар, «Ғорурлыҡ һәм тиҫкәре мөнәсәбәт» һәм «Тойғо һәм һиҙеү».

Үҫмер саҡтағы әҫәрҙәре (Ювенилия)

  • Өс һеңле (ингл. The Three Sisters)
  • Мөхәббәт һәм дуҫлыҡ (ингл. Love and Freindship), тәьҫир ҡалдырған исем «friendship» билдәле.
  • Англия тарихы (ингл. The History of England)
  • Гүзәл Кассандра (ингл. The Beautifull Cassandra)

Романдары

  • Тойғо һәм һиҙеү йәки «Аҡыл һәм хистәр» (ингл. Sense and Sensibility) (1811)
  • Ғорурлыҡ һәм тиҫкәре мөнәсәбәт (ингл. Pride and Prejudice) (1813)
  • Мэнсфилд-парк (ингл. Mansfield Park) (1814)
  • Эмма (ингл. Emma) (1815)
  • Аҡыл дәлилдәре (ингл. Persuasion) (1817), үлгәс баҫтырыла
  • Нортенгерское аббатство (ингл. Northanger Abbey) (1818), опубликован посмертно

Тамамланмаған ижады

  • Леди Сьюзан (ингл. Lady Susan), эпистолярный роман
  • Уотсоны (ингл. The Watsons), не завершён
  • Сэндитон (ингл. Sanditon), не завершён
  • Замок Лесли (ингл. Lesley Castle), Исторический ЛР

Джейн Остин тураһында фильмография

  • «Настоящая Джейн Остин», 2002, Великобритания, телефильм. Режиссёр Никки Паттисон, в роли Джейн — Джиллиан Кирни.
  • «Любовные неудачи Джейн Остин»(«Miss Austen Regrets»), 2007, Великобритания. Режиссёр Джереми Ловеринг, в роли Джейн — Оливия Уильямс.
  • «Джейн Остин», 2007, Великобритания. Режиссёр Джулиан Джаррольд, в роли Джейн — Энн Хэтэуэй.
  • «Жизнь по Джейн Остин», 2007 — история о людях, объединенных в клуб почитателей писательницы Джейн Остин. США, драмы, мелодрамы. Режиссёр Робин Свикорд.
  • «Остинленд» (Austenland), 2013, США. Комедия, мелодрама. Режиссёр Джеруша Хесс. В главной роли — Кери Расселл. Молодая женщина, увлеченная романами Остин, отправляется в Англию, в тематический парк Остинленд, чтобы погрузиться в атмосферу любимых книг.

Экранлаштырыу

Джейн Остин романдары һәм уның мотивтарынан күп кенә кино һәм сериалдар төшөрөлә:

Библиография

  • Кеттл А. Введение в историю английского романа. — М., 1966;
  • Бельский А. А. Английский роман 1800—1810-х годов. — Пермь, 1968. — С. 47—107;
  • Jane Austen. The critical heritage. Ed. by B. C. Southam. — L.-N. Y., [1969];
  • Mansell D. The novels of Jane Austen. — London, 1973;
  • Chapman R. W. Jane Austen. A critical bibliography. — London, 1969;
  • Hardwick M. The Osprey guide to Jane Austen, Reading. — [1973].

Иҫкәрмәләр

  1. Austen, Jane - definition of Austen, Jane in English | Oxford Dictionaries. Oxford Dictionaries | English. Дата обращения: 28 май 2017.
  2. Аустен // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.